2 Samuel 8
Дауыттың күп һуғыштарҙа еңеүе
(1 Йыл 18:1-17; 2 Йыл 20:23-26)
1Күпмелер ваҡыт үткәс, Дауыт, пелештиҙәрҙе ҡыйратып, уларҙы үҙенә буйһондорҙо һәм Мәҫәг-Амманы тартып алды. 2Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итте. Уларҙы ергә ятҡырып, бау менән үлсәне – өстән ике өлөшөн үлтерҙе, өсөнсө өлөшөн тере ҡалдырҙы. Шулай итеп, моавтар Дауытҡа буйһондо һәм уға яһаҡ түләй башланы. 3Сова батшаһы Һададғәзәр Рехов улы Евфрат йылғаһы буйындағы биләмәләрен кире ҡайтарыу ниәте менән килгәс, Дауыт уны ла тар-мар итте. 4Дауыт уның бер мең ете йөҙ һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә алды. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтырҙы. 5Дамаскта йәшәгән арами халҡы Сова батшаһы Һададғәзәргә ярҙамға килгәс, Дауыт уларҙың егерме ике мең кешеһен үлтерҙе. 6Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләне. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерҙе. 7Дауыт Һададғәзәр ярандарының алтын ҡалҡандарын Йәрүсәлимгә алып ҡайтты. 8Һададғәзәрҙең Бетах һәм Бероҫай тигән ҡалаларында Дауыт ҡулына бик күп баҡыр төшөрҙө. 9Хамаҫ батшаһы Тоғи, Дауыттың Һададғәзәр ғәскәрен тар-мар иткәнен ишеткәс, 10улы Йорамды Дауытҡа сәләм күндерергә һәм Һададғәзәрҙе һуғышып еңгәне өсөн ҡотларға ебәрҙе. Сөнки Һададғәзәр оҙаҡ ваҡыттан бирле Тоғиға ҡаршы һуғышҡан була. Йорам алтын, көмөш, баҡыр әйберҙәр алып килде. 11– 12Дауыт батша уларҙы үҙе буйһондорған бөтә ҡәүемдәр – эдом, моав, ғаммон, пелешти һәм ғәмәлектәрҙән алған алтын-көмөш һәм Сова батшаһы Һададғәзәр Рехов улынан ҡулға төшөрөлгән яумалдың бер өлөшө менән бергә Раббыға бағышланы. 13Дауыт Тоҙло үҙәндә эдомдарҙың ун һигеҙ меңлек ғәскәрен еңеп ҡайтҡанда үҙ исемен данға күмде. 14Эдомдың бөтә ерендә ул һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһондо. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандырҙы. 15Дауыт бөтә Исраил өҫтөнән хакимлыҡ ҡылды, үҙ халҡына ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән идара итте. 16Серуяһ улы Йоав – ғәскәр башлығы, Ахилуд улы Йеһошафат – йылъяҙмасы, 17Ахитув улы Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләх – ҡаһиндар, Сераяһ – кәтип, 18Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр ▼▼ Керетиҙәр менән пелеҫиҙәр – Дауыттың йәнһаҡсылары.
өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары ҡаһиндар булды.
Copyright information for
BakIBT2023