‏ 2 Samuel 12

Наҫандың Дауытты битәрләүе

1Раббы Наҫан пәйғәмбәрҙе Дауытҡа ебәрҙе. Наҫан, уның янына килеп, былай тине:

– Бер ҡалала ике кеше йәшәгән: береһе бай, икенсеһе фәҡир булған.
2Байҙың ваҡ малы ла, эре малы ла бик күп булған. 3Ә фәҡирҙең бәрәс кенә сағында һатып алған бер һарығынан башҡа бер нәмәһе лә булмаған. Бәрәс уның балалары менән бергә үҫкән, хужаһы нимә ашаһа, шуны ашаған, уның һауытынан эскән, күкрәгенә башын һалып йоҡлаған, ҡыҫҡаһы, ҡыҙы һымаҡ булған. 4Бер ваҡыт байға бер мосафир килгән. Бай үҙенә килгән юлсыны һыйлау өсөн һарығын йәки һыйырын һуйырға йәлләгән. Ул ярлының һарығын алып салған да теге мосафирҙы һыйлаған.

5Был байға асыуы тоҡанған Дауыт Наҫанға:

– Тере Раббы шаһит! Бындай эш ҡылған кеше үлемгә лайыҡ!
6Был ҡылығы һәм рәхимһеҙлеге өсөн унан һарыҡ хаҡын дүртләтә түләтергә кәрәк, – тине.

7Шунда Наҫан Дауытҡа:

– Ул кеше – һин ул. Исраил Аллаһы Раббы бына нимә ти: «Мин һине Исраилға батша итеп мәсехләнем, һине Шаулдан ҡотҡарҙым.
8Һиңә хакимыңдың һарайын бирҙем, ҡатындарын ҡуйыныңа ятҡырып, Исраил менән Йәһүҙә батшалығын ҡулыңа тапшырҙым. Әгәр ҙә һиңә был да аҙ булһа, тағы ла өҫтәп бирер инем. 9Ни өсөн һин, Раббының һүҙен һанға һуҡмайынса, Уның алдында яуызлыҡ ҡылдың? Хитти Урияһтың ҡатынын алыр өсөн уны ҡылыстан үлтерттең. Ғаммондар ҡылысынан үлтерттең һин уны. 10Мине һанға һуҡмағаның һәм хитти Урияһтың ҡатынын алғаның өсөн ҡылыс мәңге йортоң өҫтөндә эленеп торор». 11Раббы былай ти: «Бәхетһеҙлекте Мин һиңә үҙ йортоңдан бирәм. Күҙ алдыңда ҡатындарыңды тартып алып, үҙеңдең яҡын кешеңә тапшырырмын. Ул һинең ҡатындарың менән көпә-көндөҙ ятып йоҡлар. 12Һин үҙең быны йәшереп эшләгәйнең, Мин иһә быны бөтә Исраил алдында, көн яҡтыһында эшләрмен».

13– Мин Раббы алдында гонаһ ҡылдым, – тине Дауыт Наҫанға.

– Раббы һине гонаһыңдан арындырҙы, һин үҙең үлмәҫһең, – тип яуап ҡайтарҙы Наҫан. –
14Әммә был ҡылығың менән һин Раббыны һанламағаныңды күрһәттең. Шуға күрә яңы тыуған улың үләсәк.

15Наҫан шулай тине лә өйөнә ҡайтып китте.

Раббы Дауыттың Урияһтың ҡатыны табып биргән балаһын ауыр сиргә дусар итте.
16Дауыт бала хаҡына Аллаға ялбарҙы, ураҙа тотто, төндө ерҙә ятып үткәрҙе. 17Уны ерҙән торғоҙорға тип, нәҫел-ырыуындағы аҡһаҡалдар килде. Әммә ул торманы, улар менән ашап-эсмәне. 18Етенсе көндө бала мәрхүм булды, Дауыттың хеҙмәтселәре уға баланың вафаты тураһында әйтергә ҡурҡты. «Әле бала үлмәҫ борон ул беҙ әйткәнде тыңларға ла теләмәй ине, хәҙер беҙ уға нисек: „Балаң үлде“, – тип әйтәйек, йә ул үҙе менән берәй нәмә эшләп ҡуйыр», – тинеләр.

19Дауыт, хеҙмәтселәренең үҙ-ара шыбырҙашҡанын күреп, балаһының гүр эйәһе булғанын аңланы.

– Бала вафат булдымы? – тип һораны.

– Эйе, вафат булды, – тинеләр.

20Шунан Дауыт ерҙән тороп йыуынды, хуш еҫле май һөртөп, кейемен алыштырҙы ла Раббы йортона барып ғибәҙәт ҡылды. Өйөнә ҡайтҡас, аҙыҡ килтереүҙәрен һорап, ашап алды. 21Хеҙмәтселәре унан:

– Ниңә улай эшләйһең? Балаң иҫән саҡта ураҙа тоттоң, иланың, балаң үлгәс, торҙоң да ашап алдың, – тинеләр.

22Дауыт яуап бирҙе:

– Бала иҫән саҡта ураҙа тотоп, илауымдың сәбәбе шул: бәлки, Раббы миңә шәфҡәт ҡылыр ҙа бала иҫән ҡалыр, тип уйлағайным.
23Хәҙер инде, бала вафат булғас, ниңә ураҙа тоторға? Мин уны кире ҡайтара аламмы ни? Мин уның янына китәсәкмен, ә ул миңә кире ҡайтмаясаҡ.

24Дауыт ҡатыны Баҫ-Шевағты йыуатты, уның менән йоҡланы. Ҡатыны яңынан ауырға ҡалды ла ул тапты. Уға Сөләймән тип исем ҡуштылар. Раббы был баланы бик яратты һәм 25Наҫан пәйғәмбәрҙе Раббы бойороғо буйынса балаға Йедидъяһ
Йедидъяһ – йәһүд телендә «Раббының һөйөклөһө» тигән мәғәнәлә.
тигән исем ҡушырға ебәрҙе.

26Ул арала Йоав, ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына һөжүм итеп, батша ҡәлғәһен ҡулға төшөрҙө. 27Шунан Дауытҡа сапҡындар ебәреп: «Мин, Раббаға һөжүм итеп, ҡаланың һыу сығанаҡтарын һаҡлаған ҡәлғәне алдым. 28Хәҙер һин, ҡалған ғәскәрҙе йыйып алып килеп, ҡаланы ҡама ла, ҡулға төшөр. Юғиһә, мин алһам, ул минең исемем менән аталырға тейеш була», – тип хәбәр итте.

29Дауыт, бөтә ғәскәрҙе туплап, Раббаға килде лә һөжүм итеп уны алды. 30Дауыт Ғаммон батшаһының бер талант
Талант – ауырлыҡ үлсәме, яҡынса 36 кг.
алтындан аҫыл таштар менән биҙәп эшләнгән тажын тартып алды. Тажды Дауыттың башына кейҙерҙеләр. Ул ҡалала бик күп яумал ҡулға төшөрҙө.
31Унда йәшәгән халыҡты, ҡыуып алып китеп, бысҡы, тимер кәйлә һәм балта менән эшләргә, кирбес яндырырға мәжбүр итте. Ғаммондарҙың барлыҡ ҡалаларында ла ул шулай эшләне. Шунан Дауыт үҙенең бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.

Copyright information for BakIBT2023