2 Samuel 13
Амнон менән Тамар
1Артабан шундай хәлдәр булды. Дауыттың улы Авшаломдың Тамар исемле бик матур һеңлеһе бар ине. Дауыттың икенсе улы Амнондың Тамарға күҙе төштө. 2Амнон һеңлеһе Тамар тип шул тиклем ғазапланды, хатта ауырыуға һабышты. Тамар ғиффәтле ҡыҙ булғанлыҡтан, Амнон уға ҡағылыу мөмкин булмаған бер эш тип уйлай ине. 3Амнондың Йонадав исемле дуҫы бар ине. Ул, Дауыттың ағаһы Шимғаның улы булып, ифрат хәйләкәр ине. 4Ул Амнонға: – Эй батша улы, әйт әле миңә, ниңә һин көндән-көн ябығаһың? – тип һораны. – Ҡустым Авшаломдың һеңлеһе Тамарҙы яратам мин, – тине Амнон. 5– Түшәгеңә ят та, – тип өйрәтте уға Йонадав, – ауырыуға һалыш. Атайың хәлеңде белергә килгәс: «Һеңлем Тамар килеп ашатһын әле мине, аҙыҡты күҙ алдымда әҙерләп, үҙ ҡулы менән ашатһын», – тип әйт. 6Амнон ауырығанға һалышып түшәккә ятты ла, батша уның хәлен белергә килгәс: – Һеңлем Тамар килеп, миңә бер-ике табикмәк бешерһен әле, мин уның ҡулынан ашармын, – тине. 7Дауыт, кеше ебәреп, Тамарға: – Ағайың Амнондың өйөнә барып, уға ашарға әҙерлә, – тип әйттерҙе. 8Тамар ағаһы Амнондың өйөнә барһа, ул түшәктә ята. Тамар он алды ла ҡамыр баҫты, уның күҙ алдында табикмәк яһап бешерҙе. 9Икмәкте табанан алып, уның алдына һалды, әммә Амнон ризыҡтан баш тартып: – Барыһы ла бүлмәнән сыҡһын, – тине. Бөтәһе лә сығып бөткәс, 10Амнон Тамарға: – Табикмәкте эске бүлмәгә индер, мин һинең ҡулыңдан ашарға теләйем, – тине. Тамар үҙе бешергән табикмәктәрҙе алды ла эске бүлмәгә ағаһы Амнонға алып инде. 11Табикмәкте алдына килтереп ҡуйғас, Амнон ҡыҙҙы тотоп алды ла: – Әйҙә, минең менән ят, – тине. 12Тамар уға: – Юҡ, ағайым, минең намыҫыма ҡағылма, Исраилда улай ҡыланмайҙар. Бындай ҡәбәхәтлекте эшләмә! 13Бындай хурлыҡтан һуң мин ҡайҙа барырмын? Һинең дә Исраилда яманатың таралыр. Батша менән һөйләшеп ҡара, ул мине һиңә биреүҙән баш тартмаҫ, – тине. 14Ләкин Амнон уның әйткәненә ҡолаҡ һалманы һәм, ҡыҙҙан көслөрәк булғанлыҡтан, уны мәсхәрәләне. 15Бынан һуң Амнонда Тамарға ҡарата ҡот осҡос нәфрәт тойғоһо уянды. Уның был нәфрәте элекке мөхәббәтенән дә көслөрәк ине. – Бар сығып кит! – тине ул ҡыҙға. 16Тамар иһә: – Юҡ, ҡыума мине, – тип ялбарҙы, – һин бер әшәкелек эшләнең инде, мине ҡыуып, тағы ла ҙурыраҡ яуызлыҡ ҡылаһың! Әммә Амнон тыңларға ла теләмәне. 17Хеҙмәтсеһен саҡырып алды ла: – Был ҡатынды ҡыуып сығар ҙа ишекте бикләп ҡуй! – тине. 18Батшаның ғиффәтле ҡыҙҙары кейә торған оҙон еңле күлдәк кейгән Тамарҙы хеҙмәтсе өйҙән ҡыуып сығарҙы ла артынан ишекте бикләп ҡуйҙы. 19Тамар, башына көл һибеп, өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, башын тотоп ҡысҡырып илай-илай китеп барҙы. 20Ағаһы Авшалом унан: – Һинең менән Амнон ағайың булдымы? – тип һораны ла: – Тыныслан, һеңлем, тауыш сығарма. Ул – һинең ағайың. Үтә ныҡ бөтөрөнмә, – тине. Шулай итеп, Тамар яңғыҙы ғына ағаһы Авшалом йортонда йәшәй башланы. 21Дауыт батша, был хәл тураһында ишеткәс, бик ныҡ асыуланды. 22Авшалом иһә Амнонға яҡшынан да, ямандан да бер ни ҙә әйтмәне, әммә һеңлеһе Тамарҙы көсләгән өсөн Амнонға нәфрәте сикһеҙ ине.Авшаломдың Амнонды үлтереүе
23Ике йылдан һуң Авшалом Әфраим ҡалаһы янындағы Бәғел-Хасорҙа һарыҡ йөнө ҡырҡыу байрамын үткәрҙе. Авшалом унда батшаның бөтә улдарын да саҡырҙы. 24Авшалом батшаға килде лә: – Һинең ҡолоң һарыҡ йөнө ҡырҡырға кешеләр йыйҙы. Хеҙмәтселәре менән батша ла килһә ине, – тине. 25Әммә батша Авшаломға: – Юҡ, улым, һиңә мәшәҡәт һалып, беҙ күмәкләшеп барып йөрөмәбеҙ инде, – тип баш тартты. Авшалом бик үтенеп һораһа ла, батша фатихаһын биреп, бармай ҡалды. 26– Бик булмаһа, беҙҙең менән ағайым Амнон барһын, – тине Авшалом. – Ниңә ул һинең менән барырға тейеш? – тип һораны батша. 27Әммә Авшалом бик ялынып һорағас, ул Амнонға ла, башҡа улдарына ла барырға рөхсәт итте. 28Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ. 29Авшалом нисек бойорһа, хеҙмәтселәре шулай эшләне. Быны күргән батша улдары һәр береһе үҙенең ҡасырына менеп ҡасты. 30Улар әле юлда саҡта уҡ Дауытҡа: «Авшалом батша улдарының барыһын да үлтергән икән, береһе лә ҡалмаған», – тигән хәбәр килеп етте. 31Батша, урынынан тороп, кейемдәрен йыртҡылап ташланы ла ергә ҡапланды, эргәһендәге хеҙмәтселәре лә кейемдәрен йырттылар. 32Шул саҡ Дауыттың ағаһы Шимғаның улы Йонадав: – Хакимым үҙенең бөтә улдарын да үлтергәндәр икән, тип уйламаһын. Амнонды ғына үлтергәндәр. Амнон һеңлеһе Тамарҙы көсләгән көндән алып, Авшалом уны үлтерергә йыйына ине. 33Шуның өсөн дә хакимым батша, улдарымдың барыһы ла үлгән икән, тип хафаланмаһын – бары Амнон ғына вафат, – тине. 34Ул арала Авшалом ҡасып киткәйне. Һаҡта торған егет тау битләүендәге юл буйлап бер төркөм халыҡ килгәнен күреп ҡалды. 35Йонадав шунда батшаға: – Ана, батша улдары ҡайтып килә, ҡолоң нисек әйткән булһа, шулай килеп сыҡты, – тине. 36Уның шулай тип әйтеүе булды, ҡысҡырып илаша-илаша батша улдары ла килеп етте. Батша үҙе лә, уның хеҙмәтселәре лә әсе күҙ йәштәре түкте. 37Авшалом Ғаммиһуд улы Талмайға, Гешур батшаһына, ҡасып китте. Дауыт батша иһә, улы Амнон өсөн ҡайғырып, көн дә йәш түкте. 38Гешурға ҡасҡан Авшалом унда өс йыл йәшәне. 39Әммә ваҡыт уҙған һайын Дауыттың Авшаломдан үс алыу теләге үтте, сөнки Амнондың үлеү ҡайғыһы баҫыла төшкәйне.
Copyright information for
BakIBT2023