2 Samuel 15
Авшаломдың атаһының Дауытҡа ҡаршы баш күтәреүе
1Шунан һуң Авшалом үҙенә арбалары менән аттар һәм алдан йүгереп барырға иллеләп нөгәр хәстәрләне. 2Ул, таңдан тороп, ҡала ҡапҡаһы янына баҫа ла дәғүә менән батша хөкөмөнә килгән һәр кешене үҙенең янына саҡыртып ала: – Һин ҡайһы ҡаланан? – тип һораша. Йомош менән килгән кеше: – Ҡолоң Исраилдың фәлән-фәлән ырыуынан, – тип яуап биргәндән һуң, 3Авшалом: – Дәғүәләрең хаҡ та, ғәҙел дә, әммә батша янында һиңә ҡолаҡ һалырҙай кеше юҡ шул, – тигән. Шунан: – 4Әгәр ҙә был илгә хөкөмдар итеп мине ҡуйһалар, бәхәс йәки дәғүә менән килгән һәр кешегә ғәҙел хөкөм ҡылыр инем, – тип өҫтәгән. 5Берәйһе уның янына баш эйергә тип яҡынлашһа, ул, ҡулын һуҙып, уны ҡосаҡлай һәм үбә торғайны. 6Батша хөкөмөнә килгән һәр кеше менән Авшалом үҙен шулай тотто, шул рәүешле ул әкренләп Исраил халҡының күңелен яулай барҙы. 7Бынан дүрт йыл үткәс, Авшалом батшаға былай тип мөрәжәғәт итте: – Рөхсәт итһәң, мин, Хевронға барып, Раббыға биргән нәҙеремде үтәп килер инем. 8Мин ҡолоң арамиҙар ерендәге Гешур ҡалаһында йәшәгәнемдә, Раббы мине Йәрүсәлимгә кире ҡайтарһа, Раббыға сәждә ҡылыр инем, тип нәҙер әйткәйнем. 9Батша уға: – Иҫән-аман йөрө, – тине. Авшалом Хевронға юлланды. 10Бөтә Исраил ырыуҙарына кешеләр ебәреп, уларға: «Борғо тауышын ишетеү менән: „Авшалом Хевронда батша булып ултырҙы!“– тип иғлан итегеҙ», – тип бойорҙо. 11Йәрүсәлимдән Авшалом менән ул саҡырған ике йөҙ кеше китте. Улар, эштең ниҙә икәнен белмәйенсә, ихлас күңелдән эйәргәйне. 12Ҡорбан килтереү йолаһын атҡарыу өсөн Авшалом, кеше ебәреп, Дауыттың кәңәшсеһен, Гило ҡалаһы кешеһе Ахиҫофелды, алдыртты. Шулай итеп, Авшалом ойошторған фетнә киңәйә-көсәйә барып, уның эргәһенә яңынан-яңы кешеләр ағылды.Дауыттың Йәрүсәлимдән ҡасыуы
13Бер хәбәрсе Дауытҡа килеп: – Авшалом Исраил халҡының ышанысын яулап алды, – тине. 14Дауыт Йәрүсәлимдә үҙ янында булған бөтә хеҙмәтселәренә: – Ҡуҙғалығыҙ, ҡасырға кәрәк, юғиһә Авшаломдан һис кем ҡотола алмаҫ. Йәһәт булығыҙ, ул бында килеп етеп, тотоп алмаҫ элек китәйек, юҡһа ул беҙҙе бәләгә тарытыр, бөтә ҡаланы ҡылыстан үткәрер, – тине. 15– Хакимыбыҙ батша нисек ҡарар итһә, шуны эшләрбеҙ, беҙ – һинең ҡолдарың, – тип яуап ҡайтарҙы батшаның хеҙмәтселәре. 16Батша, һарайҙағы бөтә кешене эйәртеп, юлға сыҡты. Һарайға күҙ-ҡолаҡ булып торһондар өсөн үҙенең ун йәриәһен генә ҡалдырҙы. 17Батша һәм уның артынан эйәргән бар халыҡ ҡаланың иң һуңғы йорто янында туҡтаны. 18Шунда батша янынан уның бөтә хеҙмәтселәре, унан керетиҙәр менән пелеҫиҙәр үтте, улар артынан батша менән бергә Ғаҫ ҡалаһынан күсеп килгән алты йөҙләп Ғаҫ кешеһе уҙҙы. 19Шул саҡта батша Ғаҫ кешеһе Иттайҙан: – Ниңә һин беҙҙең менән китеп бараһың әле? – тип һораны. – Кире ҡайт та яңы батша менән ҡал, сөнки һин ватаныңдан ҡыуылған бер килмешәкһең. 20Һин кисә генә бында килдең, инде бөгөн мин һине үҙебеҙгә эйәрергә мәжбүр итәйемме ни? Мин ҡайҙа барырымды үҙем дә белмәйем әле. Бар, ҡайт, ағай-энеңде лә алып кит. Раббының мәрхәмәте һәм тоғролоғо юлдаш булһын һиңә! 21Иттай батшаға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Тере Раббы ла, хакимым батша ла шаһит: үлем өсөнмө, йәшәү өсөнмө хакимым батша ҡайҙа булһа, мин ҡолоң да шунда буласаҡмын. 22– Улайһа киттек, – тине Дауыт. Шулай итеп, Ғаҫ кешеһе Иттай һәм уның янындағы бөтә кеше бала-сағалары менән бергә юлға ҡуҙғалды. 23Батша кешеләре үткән саҡта, бөтөн ил-йорт зар илап ҡалды. Батша Ҡидрон кисеүе аша сыҡты һәм бар халыҡ сүлгә йүнәлде. 24Шул саҡ Дауыт Садоҡ ҡаһин менән Алланың Килешеү һандығын күтәреп йөрөткән левиҙәрҙе күреп ҡалды. Бына улар, туҡтап, Алла һандығын ергә ҡуйҙы. Әвйәҫәр ҡаһин, ҡалҡыу урынға баҫып, ҡаланан һәммә халыҡтың сығып бөткәнен ҡарап торҙо. 25Шунда батша Садоҡҡа: – Алла һандығын ҡалаға кире алып ҡайт. Әгәр Раббы хуш күрһә, мине кире ҡайтарыр, изге һандыҡты ла, уның торлағын да күрергә насип итер. 26Әгәр инде Ул: «Мин һине хуш күрмәйем», – тип әйтә икән, әҙермен – минең менән нимә теләһә, шуны эшләһен әйҙә, – тине. 27Батша Садоҡ ҡаһинға тағы ла былай тине: – Һин бит аңлай торған кеше, ҡалаға иҫән-имен ҡайт, улың Ахимағасты һәм Әвйәҫәр улы Йонаҫанды үҙең менән ал. Икегеҙ ҙә улдарығыҙ менән ҡайтығыҙ. 28Һеҙҙән хәл-әхүәл белдергән хәбәр алғанға тиклем, мин сүлдә, йылғаның кисеүендә торормон. 29Садоҡ менән Әвйәҫәр Алла һандығын Йәрүсәлимгә алып ҡайтып китте һәм үҙҙәре лә шунда ҡалды. 30Ә Дауыт илай-илай Зәйтүн тауына менеүендә булды: башы бөркәлгән, аяҡтары яланғас ине. Уның юлдаштары ла ҡайғы билдәһе итеп баштарын ҡаплаған килеш илай-илай атлайҙар. 31Бер мәл Дауытҡа: – Ахиҫофел да Авшалом янында булған фетнәселәр араһында, – тип хәбәр иттеләр. – Эй Раббым, – тине шунда Дауыт, – Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығар! 32Дауыт тауҙың башына, ғәҙәттә Аллаға ғибәҙәт ҡыла торған урынға, күтәрелгәйне, ҡараһа, ҡаршыһына дуҫы арки Хушай килә: кейемен йыртҡылаған, башына тупраҡ һипкән. 33Дауыт уға: – Һин минең менән барһаң, миңә ауырлығыңды ғына һалаһың, – тине. – 34Ә инде һин ҡалаға кире барып, Авшаломға: «Батша, мин һинең ҡолоң. Быға тиклем мин атайыңдың ҡоло инем, ә хәҙер – һинең ҡолоң», – тип әйтһәң, һин Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығарыр инең. 35Унда һинең эргәңдә Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндар булыр. Батша һарайында ишеткән һәр нәмәне ҡаһиндарға еткереп тор. 36Садоҡ улы Ахимағас менән Әвйәҫәр улы Йонаҫан да шунда. Нимә ишетәһегеҙ, шуны улар аша миңә хәбәр итегеҙ, – тине. 37Дауыттың дуҫы Хушай Йәрүсәлимгә китте. Тап шул мәлдә Авшалом Йәрүсәлимгә килеп ингәйне.
Copyright information for
BakIBT2023