‏ 2 Samuel 19

Йоавтың Дауытҡа асыуланыуы

1Йоавҡа: «Батша Авшалом өсөн ҡайғырып йәш түгә», – тип хәбәр иттеләр. 2Еңеү шатлығы ул көндә бөтә яугирҙәр өсөн хәсрәт көнөнә әүерелде, сөнки батшаның улы өсөн ҡайғырғанын ишеттеләр. 3Һуғышсылар ҡалаға, һуғыш барғанда яу яланын ташлап ҡасҡан өсөн оялған кеше һымаҡ, шым ғына килеп инделәр. 4Ә батша йөҙөн ҡаплап:

– Авшалом, улыҡайым минең! Авшалом, улыҡайым-балаҡайым минең! – тип һамаҡланы.

5Йоав батшаның өйөнә килде лә Дауытҡа:

– Бөгөн һинең ғүмереңде, улдарың менән ҡыҙҙарыңдың ғүмерен, ҡатындарың, йәриәләрең ғүмерен һаҡлап һуғышҡан яугирҙәреңде мыҫҡыл иттең һин, – тине. –
6Үҙеңде күрә алмағандарҙы яратаһың, үҙеңде яратҡандарҙы күрә алмайһың. Бөгөн һин түрәләреңдең дә, хеҙмәтселәреңдең дә һинең өсөн бер ни тормағанлығын күрһәттең. Мин бөгөн шуны белдем: әгәр ҙә Авшалом тере ҡалып, беҙ бөтәбеҙ ҙә үлһәк, һиңә яҡшыраҡ булыр ине. 7Инде хәҙер тор ҙа яугирҙәрең алдына сыҡ, кешеләрҙең күңелдәрен күтәр. Раббы менән ант итәм, әгәр сыҡмаһаң, был төндә һинең менән бер кем дә ҡалмаясаҡ. Был һинең өсөн бала саҡтан алып ошо көнгә тиклем күргән бәләләреңдең иң ҙуры буласаҡ.

8Батша торҙо ла ҡала ҡапҡаһы янына сығып ултырҙы. Яугирҙәргә был хаҡта хәбәр иттеләр һәм барыһы ла батша эргәһенә килде. Ә Авшалом менән булған исраилдар үҙ өйҙәренә таралышҡайны.

Дауыттың Йәрүсәлимгә ҡайтыуы

9Исраилдың бөтә булған ырыуҙары халҡы үҙ-ара бәхәсләшеп, һөйләшеп:

– Батша беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы, пелештиҙәрҙән азат итте, ә хәҙер үҙе Авшалом арҡаһында ҡасып китте.
10Беҙгә хаким итеп мәсехләнгән Авшалом һуғышта үлеп ҡалды. Шулай булғас, нимә көтөргә? Батшаны кире ҡайтарырға кәрәк, – тинеләр.

11Дауыт батша, кешеләр ебәреп, Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндарға әйтергә ҡушты:

– Йәһүҙә аҡһаҡалдарына шуны әйтегеҙ: «Бөтөн Исраилдың батшаны кире ҡайтарыу тураһындағы һүҙҙәре батшаның ҡолағына килеп еткәндә, ниңә әле һеҙ батшаны үҙ йортона ҡайтарырға ашыҡмайһығыҙ?
12Һеҙ – минең туғандарым, тәнем дә, йәнем дә – һеҙ. Ә ниңә һеҙ батшаны кире ҡайтарайыҡ тигән һүҙгә иң һуңғылар булып ҡушылырға тейешһегеҙ?» 13Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн».

14Дауыттың һүҙҙәре йәһүҙиҙәрҙең күңелен йомшартты. Улар барыһы бер булып батшаға кеше ебәрҙеләр һәм: «Эй батша, бөтә хеҙмәтселәрең менән кире ҡайт», – тинеләр. 15Батша, ҡайтыр юлға сығып, Иордан йылғаһына килеп етте. Батшаны ҡаршыларға, уны Иордан йылғаһы аша сығарырға тип, йәһүҙиҙәрҙең барыһы ла Гилгалға килде.

16Бахуримдан Бинйәмин ырыуынан булған Гера улы Шимғи ҙә Йәһүҙә кешеләре менән бергә Дауыт батшаны ҡаршыларға ашыҡты. 17Уның янында Бинйәминдән мең кеше һәм Шаул йортоноң хеҙмәтсеһе Сива менән уның ун биш улы, егерме хеҙмәтсеһе бар ине. Улар бөтәһе лә Иорданға батшаны ҡаршыларға йүгерҙе. 18Батшаның ғаиләһен был яҡ ярға алып сығыр, уның күңелен күрер өсөн йылға аша сыҡтылар. Батша Иордан аша сығырға йыйынып торғанда, Гера улы Шимғи уның алдына килеп ергә йығылды ла:

19– Хакимым батша, Йәрүсәлимдән сығып киткән сағыңда һиңә ҡарата ҡылған яман ҡылығымды ғәфү итһәң һәм иҫеңдә тотмаһаң ине. 20Ҡолоң үҙенең гонаһ эшләгәнен белә һәм бына бөгөн, хакимым батшаны ҡаршылар өсөн, мин Йософ ырыуынан беренсе булып килдем, – тине.

21Әммә Серуяһ улы Авишай:

– Раббы мәсехләгән кешене мыҫҡыллаған Шимғи үлергә тейеш түгелме ни? – тип ҡаршы төштө.

22– Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Ниңә миңә хөсөтлөк ҡылаһығыҙ? Бөгөн, үҙемдең Исраил батшаһы булғанымды белгән көндө, Исраилда кемдең дә булһа йәне ҡыйылырға тейешме ни? – тине Дауыт. 23Шунан Шимғигә:

– Һин үлмәйһең, – тип ант итте.

24Шаулдың ейәне Мефи-Бошеҫ та батшаны ҡаршыларға килде. Ул батша ҡаланан сығып киткәндән алып иҫән-аман кире әйләнеп ҡайтҡанға тиклем аяғын йыумай, һаҡалын киҫмәй, кейемен дә йыумағайны. 25Ул батшаны ҡаршы алырға тип Йәрүсәлимдән килгәс, Дауыт:

– Мефи-Бошеҫ, ниңә һин минең менән китмәнең? – тип һораны.

26Ул иһә былай тип яуап бирҙе:

– Хакимым батша, хеҙмәтсем алданы мине. Мин ҡолоң аҡһаҡ булғас, ишәгемде эйәрләп алайым да шуға ултырып, батшам менән китәйем, тип тора инем.
27Ә ул мин ҡолоңа һинең алда яла яҡты. Хакимым батша, һин Алланың фәрештәһе кеүекһең; инде ни теләһәң, шуны эшлә. 28Нәҫел-ырыуым хакимым батша алдында үлемдән башҡаға лайыҡ булмағанда ла, һин мин ҡолоңдо үҙең менән бер өҫтәл артында ашап-эсеп йөрөгәндәр араһына ултырттың. Шулай булғас, батшаға үпкәләргә ни хаҡым бар минең? – тине.

29Батша иһә:

– Ниңә һөйләп тораһың быларҙы? Сива менән икәүләп баҫыуҙарҙы үҙ-ара бүлешеп алығыҙ, тип бойорам, – тине.

30– Хакимым батша үҙ өйөнә иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡан икән – Сива бөтә ерҙәрҙе алһа ла, үкенесем юҡ, – тип яуап бирҙе Мефи-Бошеҫ.

31Батшаны Иордан аша алып сығып, ҡайтыр юлға оҙатыр өсөн Рогелимдан Ғилғәд кешеһе Барзиллай ҙа килде. 32Барзиллай һикһәнен тултырған бик өлкән кеше ине. Батша Маханаимда саҡта Барзиллай уны аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торғайны, сөнки ул бик бай ине. 33Батша Барзиллайға:

– Әйҙә минең менән Йәрүсәлимгә, инде унда һинең турала мин хәстәрлек күрермен, – тине.

34Әммә Барзиллай батшаға:

– Ғүмеремдең көндәре һәм йылдары ахырына табан бара түгелме ни? Нимәгә миңә батша менән Йәрүсәлимгә барырға? – тине. –
35Миңә хәҙер һикһән йәш, яҡшыны ямандан айырырлыҡ та түгелмен. Ашаған-эскәнемдең тәмен тоймағас, йырсыларҙың тауышын ишетмәгәс, мин ҡолоң хакимым батшаға йөк булып нишләп йөрөйөм инде? 36Мин ҡолоң бары тик батша менән Иорданды кисеп, бер аҙ оҙатып ҡалырға ғына теләй. Ниңә батша миңә шул тиклем игелек эшләргә тейеш? 37Ҡуй, мин ҡолоң ҡайтып, үҙ ҡаламда йән биреп, ата-әсәмдең төрбәһендә дәфен ҡылынайым. Ә бына ҡолоң Кимһам хакимым батша менән китһен, уның менән ни эшләһәң дә, һинең хөкөмөңдә.

38– Кимһам минең менән барыр, – тине батша. – Мин уның өсөн һин ни теләһәң, шуны эшләрмен. Шулай уҡ һинең өсөн дә мин йәнең теләгәндең барыһын да эшләрмен.

39Барса халыҡ, улар менән бергә батша ла, Иордан аша сыҡты. Батша, Барзиллайҙы үбеп, фатихаһын бирҙе лә, Барзиллай өйөнә ҡайтып китте. 40Батша Гилгалға юл алды, уның менән Кимһам да китте. Йәһүҙәнең барлыҡ халҡы һәм Исраилдың яртыһы батшаны оҙатып ҡалды.

41Бына бер ваҡыт исраилдар килделәр ҙә батшаға:

– Ниңә беҙҙең ағай-энеләр, Йәһүҙәнең ир-уҙамандары, һине бөтә ғаиләң, хеҙмәтселәрең менән бергә урлап тигәндәй алып китеп, Иордан аша алып сыҡтылар әле? – тинеләр.

42Йәһүҙәнең ир-уҙамандары исраилдарға:

– Сөнки батша – беҙҙең яҡын туғаныбыҙ. Ниңә асыуығыҙ ҡабара? Әллә беҙ батшаныҡын ашап-эстекме? Әллә батша беҙгә берәй бүләк бирҙеме? – тип яуап ҡайтарҙылар.

43Исраилдар йәһүҙиҙәргә:

– Батшала беҙ ун өлөш, – тип яуапланы. – Тимәк, беҙҙең Дауытҡа хоҡуғыбыҙ ҙа күберәк. Шулай булғас, ниңә һеҙ беҙҙе һанға һуҡмайһығыҙ? Батшаны кире ҡайтарыу тураһында ла иң тәүҙә беҙ әйтмәнекме ни?

Әммә йәһүҙиҙәрҙең һүҙҙәре исраилдарҙыҡына ҡарағанда үтемлерәк булды.

Copyright information for BakIBT2023