‏ 2 Samuel 21:18-22

18Бынан һуң Говта пелештиҙәр менән тағы һуғыш булды. Унда Хушанан Сиббехай рефалар тоҡомонан булған Сафты үлтерҙе. 19Һуңынаныраҡ Говта пелештиҙәр менән тағы бер һуғыш булды. Был алышта Бейт-Ләхәмдән Яғре-Оргимдың улы Әлханан Ғаҫ кешеһе Голиаҫты үлтерҙе. Голиаҫтың һөңгө һабы туҡыу ыҫтаны таяғы оҙонлоҡ ине. 20Һуңғараҡ йәнә бер һуғыш Ғаҫта булды. Унда бер һонтор кәүҙәле кешенең ике ҡулы ла, аяҡтары ла алтышар бармаҡлы булып, бармаҡтары йәмғеһе егерме дүрт ине. Ул да рефалар тоҡомонан. 21Шул әҙәм исраилдарҙы хурларға тотонғас, уны Йонаҫан үлтерҙе. Йонаҫан Дауыттың ағаһы Шимғиҙең улы ине. 22Ошо дүртәүҙең барыһы ла Ғаҫта йәшәгән рефалар тоҡомонан ине, улар Дауыт менән уның кешеләре тарафынан үлтерелде.

Copyright information for BakIBT2023