2 Samuel 3
1Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде.Дауыттың Хевронда тыуған балалары
(1 Йыл 3:1-3)
2Хевронда Дауыттың улдары тыуҙы. Баш балаһы Амнон – изреғилле Ахиноғамдан, 3икенсе улы Килеав – кармәлле Навалдың элекке ҡатыны Авигаилдән, өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан, 4дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан, бишенсеһе Шефатъяһ – Авиталдан, 5алтынсыһы Иҫреғам Дауыттың Ғәғлә исемле ҡатынынан тыуғайны. Дауыттың был улдары Хевронда тыуҙы.Авнерҙың Дауытҡа ҡушылыуы
6Шаул йорто менән Дауыт йорто үҙ-ара ыҙғышып йәшәгән арала, Авнер Шаул йортонда үҙенең хакимлығын нығыта барҙы. 7Шаулдың бер йәриәһе бар ине – Айяһ исемле кешенең ҡыҙы Риспа. Бер көндө Иш-Бошеҫ Авнерҙан: – Нишләп һин атайымдың йәриәһе менән йоҡланың? – тип һораны. 8Авнер Иш-Бошеҫтың был һүҙҙәренә асыуы ҡабарып: – Әллә мин Йәһүҙәгә хеҙмәт иткән этме? Атаң Шаулдың нәҫел-нәсәбен, уның ағай-энеһен, дуҫтарын яҡланым, һине Дауыт ҡулына бирмәнем. Ә һин мине бер ҡатын арҡаһында ғәйепләмәк булаһыңмы? 9– 10Раббы Дауытҡа нимә тип ант итһә, шуны эшләйем: батшалыҡты Шаул нәҫеленән тартып алам да Исраил менән Йәһүҙә тәхетенә – Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем – Дауытты ултыртам. Әгәр шуны эшләмәһәм, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын мине, – тине. 11Иш-Бошеҫ Авнерға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алманы, унан ҡурҡа ине. 12Ошонан һуң Авнер Дауытҡа илселәр ебәреп: «Был ерҙең хужаһы кем? – тип һорарға ҡушты. – Минең менән килешеү төҙө. Шул саҡта мин һинең яҡлы булам һәм бөтә Исраил халҡын һинең яҡҡа ауҙарырға ярҙам итәм». 13«Яҡшы, – тине Дауыт, – һинең менән килешеү төҙөйөм, тик бер шартым бар: минең менән күрешергә килгәндә Шаул ҡыҙы Михәлде алып кил, юҡһа һинең менән осрашмаясаҡмын». 14Шунан Дауыт Шаулдың улы Иш-Бошеҫҡа илселәр ебәрҙе: «Йөҙ пелештиҙең сөннәт тиреһен биреп йәрәшкән ҡатыным Михәлде миңә кире ҡайтар», – тип әйтергә ҡушты. 15Иш-Бошеҫ Михәлде ире Лаиш улы Палтиилдан тартып алып килергә кешеләр ебәрҙе. 16Ире илай-илай Бахуримға тиклем ҡатынына эйәреп килде. Әммә Авнер уға кире ҡайтырға бойорғас, ҡайтып китте. 17Авнер Исраилдың аҡһаҡалдарына былай тип мөрәжәғәт итте: – Һеҙ Дауыттың үҙегеҙгә батша булыуын күптән теләй инегеҙ. 18Бына хәҙер теләгегеҙҙе тормошҡа ашырығыҙ. Раббы Дауыт тураһында: «Ҡолом Дауыттың ҡулы менән Мин Үҙ халҡым Исраилды пелештиҙәр ҡулынан, бөтә дошмандары ҡулынан ҡотҡарам!» – тип әйткән бит. 19Авнер Бинйәмин ырыуына ла шул уҡ хәбәрҙе һөйләне. Шунан Авнер, Исраилдың һәм бөтә Бинйәмин ырыуының теләген Дауытҡа еткереү өсөн, Хевронға китте. 20Авнер егерме кеше менән Хевронға килгәс, Дауыт улар хөрмәтенә мәжлес ойошторҙо. 21Авнер Дауытҡа: – Инде китергә рөхсәт бир, мин хакимым батшаға бөтә Исраил халҡын йыйып килтерәм. Улар һинең менән килешеү төҙөр. Һин кем өҫтөнән хакимлыҡ итергә теләйһең, шуларҙың барыһына ла батша булырһың, – тине. Шунан һуң Дауыт Авнерҙы имен-аман ҡайтарып ебәрҙе.Йоавтың Авнерҙы үлтереүе
22Шул мәлдә Дауыттың яугирҙәре менән Йоав барымтанан ҡайтты. Улар мул табыш килтергәйне. Авнер иһә Хевронда Дауыт янында юҡ ине инде, Дауыт уны имен-аман ҡайтарып ебәргәйне. 23Йоав һәм уның менән бергә йөрөгән ғәскәр ҡайтҡас, Йоавҡа Нер улы Авнерҙың батша янына килгәнен, ә Дауыттың уны иҫән-һау ҡайтарып ебәргәнен еткерҙеләр. 24Йоав батша янына килеп: – Ни эшләнең һин? Авнер үҙ аяғы менән һинең яныңа килгән икән, ниңә уны ҡайтарып ебәрҙең? 25Авнерҙы, Нер балаһын, беләһең бит инде: алдарға, ингән-сыҡҡан урыныңды ҡарарға, ни эшләп ятҡаныңды белергә килгән ул, – тине. 26Йоав Дауыт янынан сыҡты ла Авнер артынан сапҡын ебәрҙе. Уны Сира ҡоҙоғо янында ҡыуып етеп, кире килтерҙеләр, ләкин Дауыт был хаҡта белмәй ине. 27Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды. 28Дауыт был хаҡта ишеткәс: – Нер улы Авнерҙың ҡаны ҡойолған өсөн Раббы алдында мин үҙем дә, батшалығым да мәңгегә ғәйепһеҙ, – тине. – 29Был гонаһ Йоавтың үҙ башына, уның бөтә нәҫел-нәсәбенә төшһөн! Йоав йортонда ирлек ағзаһынан гел генә ағынтыһы килеп торған, махау ауырыуына тарыған, таяҡҡа таянған, йәне ҡылыстан ҡыйылған, бер һыныҡ икмәккә мохтаж булған кешеләр өҙөлмәһен. 30Шулай итеп, Йоав менән уның ҡустыһы Авишай Авнерҙы Ғивғондағы алышта ҡустылары Ғасаһилдың йәнен ҡыйған өсөн үлтерҙе. 31Дауыт Йоавҡа һәм уның кешеләренә: – Өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙҙе йыртып, ҡыл туҡымаға уранығыҙ, Авнер өсөн илағыҙ, – тине. Дауыт батша Авнерҙың мәйетен үҙе оҙата барҙы. 32Авнерҙы Хевронда ерләнеләр. Батша уның ҡәбере өҫтөндә ҡысҡырып-ҡысҡырып иланы, бөтә халыҡ уға ҡушылып йәш түкте. 33Батша Авнер хаҡында ошондай ҡайғылы йырын йырланы: «Бер ахмаҡтай үлергәме ине Авнерға?34Ҡулдарың бит бәйле түгел ине,
Аяҡтарыңда бығау юҡ ине.
Юлбаҫарҙар ҡорбаны кеүек йығылдың».
Бөтә халыҡ тағы ла нығыраҡ илай башланы. 35Һәммә халыҡ көн дауамында Дауытҡа ашарға тәҡдим итте, әммә ул: «Әгәр ҙә мин ҡояш байығанға тиклем ауыҙыма икмәк йәки башҡа берәй ризыҡ ҡаба ҡалһам, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тип ант итте. 36Быны бөтә халыҡ белде, батшаның быға тиклемге башҡа эштәре кеүек үк, был ҡылығы ла халыҡтың күңеленә хуш килде. 37Нер улы Авнерҙың үлемендә батшаның ғәйебе булмағанлығын ул көндө бөтә халыҡ, бар Исраил аңланы. 38Батша үҙенең хеҙмәтселәренә: – Бөгөн Исраилда бер юлбашсының, бөйөк бер уҙамандың вафат булғанын беләһегеҙме һеҙ? 39Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023