‏ 2 Samuel 5:1-3

Дауыттың Исраилға батша булыуы

(1 Йыл 11:1-9; 14:1-7; 3:5-8)

1Исраилдың бөтә ырыуҙары Хевронға, Дауыт янына килеп, былай тине:

– Беҙ һинең менән бер йән, бер тән.
2Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.

3Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килде. Дауыт батша Хевронда Раббы хозурында улар менән килешеү төҙөнө. Аҡһаҡалдар Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләне.

Copyright information for BakIBT2023