2 Samuel 5:6-10
6Бына бер ваҡыт батша үҙенең ғәскәрен алып, Йәрүсәлимгә, был ерҙә йәшәгән йевусиҙәргә ҡаршы китте. Йевусиҙәр Дауытҡа: – Инә алмаясаҡһың һин бында. Һине хатта һуҡырҙар менән сатандар ҙа ҡыуып сығарасаҡ, – тине. Улар: «Дауыт бында инә алмаясаҡ», – тип уйлай ине. 7Әммә Дауыт Сион нығытмаһын баҫып алды, хәҙер был – Дауыт ҡалаһы. 8Дауыт ул көндө кешеләренә: – Йевусиҙәргә ҡаршы һуғышҡан һәр кем Дауытты күрә алмаған ул сатандар менән һуҡырҙарға һыу үткәргес аша барып етһен, – тине. Бына шуға күрә лә әйтәләр: «Һуҡыр менән сатан һарайға инмәҫ». 9Дауыт нығытмаға инеп урынлашты һәм уны Дауыт ҡалаһы тип атаны. Ул Миллонан ▼▼ Милло – ҡала ҡәлғәһенең насар нығытылған урыны, Дауыт ҡаланы нығытыуҙы ошо урындан башлаған.
башлап ҡаланың үҙәгенә тиклем төҙөнө. 10Дауыттың ҡеүәте арта барҙы, абруйы күтәрелде, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән булды.
Copyright information for
BakIBT2023