2 Samuel 6
Изге һандыҡты Йәрүсәлимгә күсереү
(1 Йыл 13:1-14; 15:25–16:3)
1Дауыт тағы Исраилдың арҙаҡлы заттарын йыйып алды. Улар утыҙ мең кеше булды. 2Дауыт, эргәһендәге халыҡ менән бергә, кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исемен йөрөткән Алла һандығын алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына юлланды. 3Алла һандығын Авинадавтың ҡашлаҡта ултырған йортонан алып сығып, өр-яңы еңел арбаға ҡуйҙылар. Арбаны Авинадавтың улдары Ғузза менән Ахйо алып барҙы. 4Ахйо Раббы һандығының алдынан атланы. 5Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Раббы хозурында кипарис ағасынан эшләнгән уйын ҡоралдарында уйнап, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, шылтырауыҡ һелкеп һәм еҙ тәрилкәләр һуғып йырлай-йырлай, бейей-бейей күңел асты. 6Нахон тигән кешенең ырҙыны янынан үтеп барғанда, үгеҙҙәр һөрлөгөп китте лә, Ғузза, ҡулын һуҙып, Алла һандығын тотоп ҡалды. 7Шул саҡ Раббының Ғуззаға ҡаршы асыуы ҡабарҙы һәм Ул һандыҡҡа ҡағылырға батырсылыҡ иткән Ғуззаның ғүмерен өҙҙө. Ғузза шунда, Алла һандығы янында, йән бирҙе. 8Раббының Ғуззаны һәләк итеүе Дауытты ҡайғыға һалды. Ошо төбәккә ул «Пәрәс-Ғузза» ▼▼ Пәрәс-Ғузза – йәһүд телендә «Ғуззаны һәләк иткән урын» тигән мәғәнәлә.
тип исем ҡушты. Был урын әле лә шулай тип йөрөтөлә. 9Шул көндө Дауыт Раббынан бик ныҡ ҡурҡты һәм: «Нисек Раббының һандығын үҙемә алып ҡайтайым?» – тине. 10Раббы һандығын үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтырға баҙнат итмәне, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуйҙы. 11Раббы һандығы өс ай буйы Ғовед-Эдом йортонда торҙо һәм Раббы Ғовед-Эдомға, уның бөтә ғаиләһенә Үҙенең бәрәкәтен бирҙе. 12Дауыт батшаға: «Раббы Алла һандығы арҡаһында Ғовед-Эдомдың бөтә ғаиләһенә, булған мал-мөлкәтенә бәрәкәтен биргән», – тигән хәбәр еткерҙеләр. Дауыт барып Алла һандығын һөйөнөс менән Ғовед-Эдом йортонан Дауыт ҡалаһына күсерҙе. 13Раббы һандығын күтәреп барыусылар алты аҙым яһағас, Дауыт бер үгеҙ һәм һимертелгән бер башмаҡ ҡорбан итте. 14Етен эфод кейгән Дауыт Раббы алдында әҫәрләнеп бейене. 15Ошо рәүешле Дауыт һәм бөтә Исраил халҡы Раббы һандығын шау-гөр килеп, мөгөҙ борғолар ҡысҡыртып алып барҙы. 16Раббы һандығын Дауыт ҡалаһына алып ингән саҡта, Шаулдың ҡыҙы Михәл тәҙрәнән ҡарап тора ине. Дауыт батшаның Раббы хозурында ырғый-һикерә бейегәнен күреп, унда Дауытҡа ҡарата ытырғаныс тойғоһо уянды. 17Раббы һандығын алып килеп, уны үҙ урынына – Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуйҙылар. Дауыт Раббы хозурында тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. 18Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтереү тамамланғас, Дауыт халыҡты Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән фатихаланы. 19Бөтә халыҡҡа, Исраилдың күп һанлы халҡына – ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла – берәр икмәк, берәр киҫәк ит һәм йөҙөм көлсәһе өләшеп сыҡты. Шунан һәммә халыҡ өйҙәренә таралды. 20Дауыт үҙ йортона фатиха ҡылырға ҡайтҡас, Шаул ҡыҙы Михәл, уның ҡаршыһына сығып, былай тине: – Ҡара, нисек дан ҡаҙанды бөгөн Исраил батшаһы! Сисенеп ташлап, бер алйот кеше һымаҡ, хеҙмәтселәренең ҡол ҡатындары алдында шәрә йөрөнө! 21– Һинең атайыңдан, уның барлыҡ нәҫел-нәсәбенән өҫтөн күреп, мине Раббы халҡының – Исраилдың башлығы итеп ҡуйған Раббы хозурында уйнармын да, бейермен дә, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт. – Раббы хаҡына 22үҙемде бынан ғәйре көлкө хәленә лә ҡуйырмын, үҙ-үҙемде тағы ла нығыраҡ түбәнһетермен, әммә һин әйткән ҡол ҡатындар алдында абруйым күтәреләсәк кенә. 23Шаул ҡыҙы Михәлдең ғүмере буйына балалары булманы.
Copyright information for
BakIBT2023