‏ 2 Samuel 9

Дауыттың Йонаҫан улын хәстәрләүе

1Бер көндө Дауыт:

– Шаул тоҡомонан берәйһе иҫән ҡалманымы икән? – тип һораны. – Йонаҫан хаҡына мин уға игелек ҡылыр инем.

2Шаул йортонда Сива исемле бер хеҙмәтсе бар ине. Уны Дауыт янына саҡырттылар. Батша унан:

– Сива тигән кеше һин булаһыңмы? – тип һораны.

– Эйе, мин ҡолоңмон, – тип яуапланы тегеһе.

3– Шаул тоҡомонан берәй иҫән кеше ҡалмағанмы? – тине батша. – Мин уға Алла хаҡына игелек күрһәтер инем.

– Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар, – тине Сива батшаға.

4– Ҡайҙа ул? – тип һораны батша.

– Ло-Деварҙа, Ғаммиил улы Махирҙың өйөндә, – тине Сива.

5Дауыт батша, кешеләрен ебәреп, Йонаҫандың улын Ло-Деварҙан, Ғаммиил улы Махир өйөнән алып ҡайтартты. 6Шаул улы Йонаҫандың балаһы Мефи-Бошеҫ, Дауыт батша алдына килеп, ихтирам менән йөҙтүбән ергә ҡапланды.

– Мефи-Бошеҫ! – тип өндәште уға Дауыт.

– Мин ҡолоң бындамын, – тип яуапланы Мефи-Бошеҫ.

7Дауыт уға былай тине:

– Ҡурҡма, атайың Йонаҫан хаҡына мин һине мәрхәмәтемдән айырмам, ҡартатайың Шаулдың бөтә баҫыуҙарын һиңә ҡайтарып бирәм. Үҙең иһә һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашап-эсерһең.

8Мефи-Бошеҫ тағы бер тапҡыр баш эйҙе лә:

– Кем инде мин ҡолоң? Минең кеүек эт үләкһәһенә тиң затҡа ниңә илтифат иттең? – тине.

9Шунан Дауыт батша Шаулдың хеҙмәтсеһе Сиваны саҡырып:

– Шаулдыҡы һәм уның бөтә нәҫел-нәсәбенеке булған барлыҡ нәмәне хакимыңдың ейәненә бирәм, – тине. –
10Һин дә, улдарың менән хеҙмәтселәрең дә уның ерҙәрен эшкәртеп, уңышын йыйып бирерһегеҙ, хакимыңдың ейәненең ашарына мул булһын. Хакимыңдың ейәне Мефи-Бошеҫ үҙе һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашар.

Сиваның ун биш улы, егерме ҡоло бар ине.
11Ул батшаға:

– Хакимым батша мин ҡолона ни ҡушһа, барыһы ла үтәлер, – тине.

Мефи-Бошеҫ, батша улдары һымаҡ, Дауыт менән бер өҫтәл артында ризыҡланды.
12Мефи-Бошеҫтың Миха исемле бәләкәй улы бар ине. Сива йортонда йәшәгән бөтә кеше Мефи-Бошеҫтың хеҙмәтселәренә әүерелде. 13Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә йәшәне һәм һәр ваҡыт батша менән бер өҫтәлдән ризыҡланды. Уның ике аяғы ла аҡһаҡ ине.

Copyright information for BakIBT2023