Acts 1:16-20
16 a– Имандаштар, – тип һүҙ башланы ул. – Ғайсаны ҡулға алырға килгән кешеләрҙе эйәртеп килгән Йәһүҙә хаҡындағы һүҙҙәрҙе Изге Рух беҙгә Дауыт аша алдан әйткән. Яҙмалағы был һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш ине. 17Йәһүҙә беҙҙең беребеҙ ине, хеҙмәттәребеҙҙә ҡатнашырға һайланды. 18Ул хәрәм аҡсаға ер һатып алды, әммә, шул ерҙә йығылып, эсе ярылды һәм бөтә эске ағзалары тышҡа ағып сыҡты. 19Был турала Йәрүсәлим халҡы белеп ҡалды һәм баҫыуҙы үҙ телдәрендә «Акелдама», йәғни «Ҡанлы ер», тип атаны. 20 b cЗәбүр китабында: «Торлағы бушап ҡалһын,эсендә бер кем дә йәшәмәһен»,
һәм: «Уның вазифаһын башҡа берәү биләһен», –
тип яҙылған бит.
Copyright information for
BakIBT2023