Acts 1:7-12
7Ул иһә: – Ата Үҙ хакимлығы менән билдәләгән ваҡыттарҙы һәм миҙгелдәрҙе белеү һеҙҙең эшегеҙ түгел, – тине уларға. – 8Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ. 9Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә олғашты, болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе. 10Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текләп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡ кейемле ике ир заты пәйҙә булды. 11Улар: – Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ һауаға текләп тораһығыҙ? Арағыҙҙан күктәргә алынған Ғайса, нисек күккә олғашҡан булһа, шул рәүешле үк яңынан киләсәк, – тине. 12Шунан аҙаҡ илселәр Йәрүсәлимдән бер саҡрым самаһы юлда ▼▼ Бер саҡрым самаһы юлда – грек телендә һүҙмә-һүҙ: «шәмбе юлы арауығында». Бөтә йәһүдтәр өсөн изге булған ял итеү һәм тыныслыҡ көнө шәмбелә үтергә рөхсәт ителгән арауыҡ.
ятҡан Зәйтүн тауы тип аталған тауҙан Йәрүсәлимгә ҡайтты.
Copyright information for
BakIBT2023