‏ Amos 7

Саранча, ут ямғыры һәм ауыртмаҡ

1Раббы Хаким миңә шундай күренмеш иңдерҙе: бына батша өлөшөнә төшкән иген йыйылып, баҫыуҙар ҡабат йәшелләнә башлағас, Ул саранча тубы хасил итте. 2Саранча ерҙәге бар үләнде, сәсеүлектәрҙе ашап бөттө, һәм мин:

– Эй Раббы Хаким, ярлыҡаһаңсы. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.

3Шунан Раббы кире уйланы:

– Был хәл булмаясаҡ, – тине.

4Раббы Хаким минең күҙ алдыма түбәндәге күренеште баҫтырҙы: бына Ул, халҡын хөкөм итмәк булып, ут саҡырҙы. Ут диңгеҙ һыуҙарын төбөнә тиклем ялмап йотто, ерҙең бер өлөшө лә янды. 5Һәм мин:

– Эй Раббы Хаким, туҡтаһаңсы, улайтма. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.

6Раббы Хаким кире уйланы:

– Был булмаясаҡ, – тине.

7Ул миңә тағы бер нәмә күрһәтте: бына Ул, бөйөк Хаким, текә диуар өҫтөндә тора, Уның ҡулында – ҡурғаш ауыртмаҡ. 8Раббы минән:

– Нимә күрәһең, Ғамос? – тип һораны. Мин:

– Ҡурғаш ауыртмаҡ, – тип яуап бирҙем. Шунан бөйөк Хаким:

– Бына Мин ауыртмаҡты халҡым Исраил араһына урынлаштырам.
…Мин ауыртмаҡты халҡым Исраил араһына урынлаштырам… – Ауыртмаҡ менән үлсәү ебе – төҙөүселәр ҡорамалы, әммә «ІV Батшалар» китабының 21:13; «Ишағыяһ»тың 28:17; 34:11-се аяттарында улар емереү символдары: иҫке биналарҙы емергәндән һуң ғына улар урынына яңыларын төҙөргә мөмкин.
Башҡаса Мин уларҙы ғәфү итмәйәсәкмен, – тине. –

9Исхаҡ нәҫеленең табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡҡа сығыр,
Исраилдың мөҡәддәс урындары емерелер,
Яровғам батша йортона ҡаршы ҡылыс күтәрермен.

Ғамос менән Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ

10Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ Исраил батшаһы Яровғамға:

– Ғамос исраилдар араһында һиңә ҡаршы ҡотҡо тарата. Уның һөйләгән һүҙҙәрен ер күтәрерлек түгел, – тип әйтеп ебәрҙе. –
11Сөнки Ғамос былай ти:

«Яровғам ҡылыстан үләсәк,
Исраил халҡы үҙ еренән һөргөнгә ебәреләсәк».

12Бына һуң Амасъяһ Ғамосҡа:

– Эй әүлиә, хәҙер үк бынан Йәһүҙәгә кит, унда пәйғәмбәрлек итеп, тамаҡ туйҙыр.
13Инде Бейт-Илдә пәйғәмбәрлек итмә. Был батшаның изге урыны, батшалыҡтың ҡорамы! – тине.

14Ғамос Амасъяһҡа:

– Мин пәйғәмбәр ҙә, пәйғәмбәр нәҫеленән дә түгелмен. Мин мал ҡарайым һәм ҡырағай инжир ағастарын тәрбиәләйем.
15Әммә Раббы, мине көтөүҙәремдән айырып: «Бар, Минең халҡым исраилдарға пәйғәмбәрлек ҡыл», – тип ҡушты. 16Ә хәҙер Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал! Һин миңә: «Исраилға ҡаршы пәйғәмбәрлек ҡылма, Исхаҡ нәҫеленә ҡаршы һөйләмә», – тип әйтәһең.

17Шуға күрә Раббы былай ти:

«Ҡатының ҡалала фәхишә булыр,
Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр,
Ереңде бүлгеләп алырҙар,
Үҙең иһә хәрәм бер илдә үлерһең.
Исраил халҡы үҙ тупрағынан
Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ».
Copyright information for BakIBT2023