Deuteronomy 10
Ҡанундарҙың яңынан ҡабул ителеүе
1Шул ваҡыт Раббы миңә: «Үҙеңә элеккеләренә оҡшатып ике таҡтаташ юнып ал да яныма тауға мен, – тип бойорҙо. – Ағастан һандыҡ та яһа. 2Ә мин унда һин ярған таҡтаташтағы һүҙҙәрҙе тағы яҙырмын. Һуңынан уларҙы һандыҡҡа һалырһың». 3Сәрүәр ағасынан һандыҡ эшләнем, таштан элеккеләренә оҡшатып ике таҡтаташ юнып алдым да, шуларҙы ҡулыма тотоп, тауға мендем. 4Раббы тауҙа йыйын көнөндә ут эсенән һеҙгә белдергән ун бойороҡто таҡтаташтарға элекке кеүек яҙҙы ла миңә бирҙе. 5Шунан һуң мин, кире боролоп, тауҙан төшөп киттем. Раббының бойороғо буйынса, таҡтаташтарҙы үҙем яһаған һандыҡҡа һалдым. Улар әле лә шунда ята. 6Исраил халҡы Беероҫ-Бене-Яғаҡандан Мосераға йүнәлде. Һарун унда вафат булды һәм шунда ерләнде. Уның урынына ҡаһин булып улы Әлғазар ҡалды. 7Исраилдар унан Гудгодаға, Гудгоданан Йотбаҫаға, мул һыулы урынға, йүнәлде. 8Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә. 9Шуға күрә левиҙәргә, башҡа ағай-энеләренән айырмалы рәүештә, биләмә һәм өлөш бирелмәне. Аллағыҙ Раббының уларға биргән һүҙе буйынса, уларҙың өлөшө – Раббы Үҙе. 10– Элекке кеүек тауҙа мин ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булдым, – тине Муса. – Был юлы ла Раббы мине тыңланы һәм һеҙҙе һәләк итмәй ҡалдырҙы. 11Шунан миңә: «Тор, был халыҡты алып юлға сыҡ. Мин ант итеп ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән ерҙе барып алһындар», – тине.Раббының талаптары
12– Шулай итеп, эй Исраил халҡы, Аллаң Раббы һинән нимә теләй? Бары шуны ғына: Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уның юлынан йөрө, Уны ярат, бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән Уға хеҙмәт ит, 13Раббының бөгөн мин һеҙгә белдергән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен үтә. Шулай эшләһәгеҙ, һеҙгә игелек булыр. 14Күк һәм күктәрҙең асманы ла, ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмәләр ҙә Аллағыҙ Раббыныҡы; 15ләкин Раббы бары тик аталарығыҙҙы ғына яҡын күрҙе һәм яратты. Бөгөн күргәнегеҙсә, бар халыҡтар араһынан һеҙҙе, уларҙың тоҡомон, һайлап алды. 16Шуға күрә йөрәктәрегеҙҙе сөннәтләгеҙ ▼▼ Йөрәкте сөннәтләү – Алла ҡанунына буйһоноуҙы, үҙеңде Аллаға бағышлауҙы аңлата.
, башҡаса тиҫкәре булмағыҙ. 17Сөнки Аллағыҙ Раббы – ул аллаларҙың Аллаһы, хакимдар Хакимы, бөйөк, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла. Ул кемдең кем икәненә ҡарамай, ришүәт тә алмай. 18Ул үкһеҙҙәрҙең һәм тол ҡатындарҙың хаҡын ҡайғырта, килмешәкте лә ярата, уға ризыҡ һәм кейем бирә. 19Һеҙ ҙә килмешәктәрҙе яратығыҙ, сөнки һеҙ ҙә Мысырҙа килмешәк булдығыҙ. 20Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит. 21Ул – һинең даның, үҙ күҙҙәрең менән күргән бөйөк һәм дәһшәтле эштәрҙе һеҙҙең өсөн эшләгән Аллаң. 22Ата-бабаларыңдан Мысырға етмеш кеше килгәйне. Ә хәҙер һеҙҙе Аллаң Раббы күктәге йондоҙҙар һымаҡ күбәйтте.
Copyright information for
BakIBT2023