Deuteronomy 11
Раббының бөйөклөгө
1Шулай итеп, Аллаң Раббыны ярат һәм һәр ваҡыт Уның барлыҡ ҡарарҙарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын тот. 2Бөгөн шуны аңлағыҙ: Аллағыҙ Раббының һабаҡтарын улдарығыҙ түгел, ә һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ һәм башығыҙҙан кисерҙегеҙ. Һеҙ Уның бөйөклөгөн, ҡөҙрәтен һәм һуҙылған ҡулын, 3хикмәттәрен, Мысыр батшаһы фирғәүенгә, бөтә Мысыр иленә ҡылған ғәмәлдәрен, 4Мысыр ғәскәренә, аттарына, һуғыш арбаларына ниҙәр эшләгәнен; мысырҙар һеҙҙе баҫтырғанда уларҙы нисек Ҡамышлы диңгеҙгә батырғанын, уларҙы бөгөнгә тиклем нисек юҡ иткәнен күрҙегеҙ. 5Был урынға килеп еткәнсе, Раббы сүллектә һеҙҙең өсөн ниҙәр эшләгәнен; 6Рәүвән ырыуынан Әлиавтың улдарына – Даҫан менән Авирамға нимә эшләгәнен күрҙегеҙ. Бөтә Исраилдың күҙе алдында ер убылып, ғаиләләре, сатырҙары, булған бар мөлкәттәре менән уларҙы ер йотто. 7Раббының ҡылған был бөйөк эштәрен һеҙ үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. 8Шулай итеп, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарҙы үтәгеҙ. Шул саҡта ғына көслө булырһығыҙ, инергә йыйынған ерҙе яулап алырһығыҙ һәм 9Раббы ата-бабаларығыҙға, уларҙың тоҡомона бирергә ант иткән, һөт менән бал аҡҡан был ерҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ. 10Һеҙ биләргә тип аяҡ баҫаһы ер һеҙ сыҡҡан Мысыр иле кеүек түгел. Унда бит орлоҡ сәсһәң, һыуҙы, баҡсаны һуғарған һымаҡ, үҙ ҡулдарың менән ташып һибергә кәрәк ине. 11Һеҙ йылға аша сығып биләргә бараһы ер – тауҙар һәм үҙәндәр иле, ул күктең ямғыры менән һуғарыла. 12Был ерҙе Аллаң Раббы Үҙе ҡайғырта: Аллаң Раббы уны йыл әйләнәһенә күҙ уңынан ысҡындырмай. 13Раббы былай тине: «Бөгөн Мин һеҙгә бойорғандарға ҡолаҡ һалһағыҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ һәм Уға бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итһәгеҙ, 14ул саҡта ерегеҙгә ямғырҙы яҙын да, көҙөн дә ваҡытында яуҙырырмын; ашлығың да, йөҙөм шарабың да, зәйтүн майың да булыр. 15Яланыңда малың өсөн үләнде лә бирермен. Үҙегеҙ ҙә туҡ йәшәрһегеҙ». 16Әммә һаҡ булығыҙ, күңелегеҙ алданып, юлдан яҙып, башҡа илаһтарға хеҙмәт итә һәм табына башламағыҙ. 17Ул саҡта Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул күктәрҙе бикләп ҡуйыр, ямғыр булмаҫ, ер үҙенең уңышын бирмәҫ. Ә һеҙ Раббы бирәсәк бәрәкәтле ерҙә бик тиҙ һәләк булырһығыҙ. 18Шулай итеп, был һүҙҙәремде йөрәгегеҙгә һәм күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ, билдә итеп ҡулығыҙға бәйләгеҙ, ҡаш өҫтөндә маңлайса итеп йөрөтөгөҙ. 19Уларҙы балаларығыҙға өйрәтегеҙ, өйҙә ултырғанда ла, юл йөрөгәндә лә, ятҡанда ла, торғанда ла телегеҙҙән төшөрмәгеҙ. 20Уларҙы өйөгөҙҙөң ишек яңаҡтарына, ҡала ҡапҡаларына яҙып ҡуйығыҙ. 21Шулай эшләһәгеҙ, Раббы аталарығыҙға бирергә ант иткән тупраҡта үҙегеҙҙең дә, балаларығыҙҙың да ғүмере оҙон булыр һәм күк йөҙө ер өҫтөндә күпме торһа, һеҙ һәм нәҫелдәрегеҙ унда шул тиклем йәшәрһегеҙ. 22Әгәр ҙә һеҙ мин белдергән ошо бөтә бойороҡтарҙы теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ, бары Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ һәм Уға һыйынһағыҙ, 23ул сағында Раббы ошо ҡәүемдәрҙең барыһын да күҙ алдығыҙҙан ҡыуып ебәрер. Һеҙ үҙегеҙҙән күмәгерәк һәм көслөрәк халыҡтарҙың ерҙәрен яулап алырһығыҙ. 24Аяғығыҙ баҫҡан һәр ер һеҙҙеке булыр; сиктәрегеҙ сүлдән Ливанға, Евфрат йылғаһынан көнбайыш диңгеҙгә ▼▼ Көнбайыш диңгеҙ – хәҙерге Урта диңгеҙ.
тиклем һуҙылыр. 25Бер кем дә һеҙгә ҡаршы тора алмаҫ: Аллағыҙ Раббы вәғәҙә иткәнсә, аяҡ баҫҡан бөтә ерҙә һеҙҙән ҡурҡыу һәм тетрәнеү тыуҙырыр. 26Бына бөгөн мин һеҙгә фатиха йәки ҡарғыш һайларға тәҡдим итәм. 27Әгәр Аллағыҙ Раббының бөгөн мин һеҙгә әйткән ҡарар-ҡанундарын тыңлаһағыҙ, фатиха алырһығыҙ. 28Әгәр Аллағыҙ Раббының бойороҡтарын тыңламаһағыҙ, үҙегеҙ белмәгән илаһтар артынан эйәреп, бөгөн һеҙгә бойорған юлдан тайпылһағыҙ, ләғнәткә дусар булырһығыҙ. 29Аллағыҙ Раббы һеҙҙе биләйәсәк ерегеҙгә алып ингәс, Геризим тауында фатиха, Ғевал тауында ҡарғыш уҡырһығыҙ. 30Был ике тау, белеүегеҙсә, Иордан йылғаһының аръяғында, юлдың көнбайышында, Ғарава тигеҙлегендә йәшәгән ҡәнғәни халҡы ерендә, Гилгал ҡаршыһында, Море имәнлеге янында урынлашҡан. 31Аллағыҙ Раббының һеҙгә бирәсәк ерен үҙегеҙгә алыр өсөн Иордан аша сыҡҡас һәм, уны яулап алып, шунда йәшәй башлағас, 32ҡарағыҙ уны, мин бөгөн һеҙгә иғлан иткән бөтә ҡағиҙә һәм ҡанундарҙы теүәл үтәгеҙ.
Copyright information for
BakIBT2023