‏ Deuteronomy 14

Итен ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙ хайуандар

1Һеҙ – Аллағыҙ Раббының балалары. Шуға күрә берәйһе үлә ҡалһа, ҡайғы билдәһе итеп, тәнегеҙҙе йәрәхәтләмәгеҙ, башығыҙҙың алғы яғын ҡырмағыҙ. 2Һеҙ – Аллағыҙ Раббы өсөн изге халыҡ. Раббы ер йөҙөндә булған бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итеп һеҙҙе һайлап алды.

3Әшәке нәмәләр ашамағыҙ. 4Ошо хайуандарҙың ғына итен ашарһығыҙ: һыйыр малы, һарыҡ, кәзә, 5болан, ғәзәл, сайғаҡ, ҡоралай, зубр, антилопа, тау бәрәсе. 6Көйшәй торған һәм айыры тояҡлы бөтә хайуандарҙың да итен ашарға ярай. 7Айыры тояҡлы, ләкин көйшәмәгән, йәки көйшәгән, әммә айыры тояҡлы булмаған хайуандың итен ашарға ярамай: дөйәне, ҡуянды һәм даманды, сөнки көйшәһәләр ҙә, айыры тояҡлы түгелдәр – улар һеҙгә хәрәм. 8Сусҡаны – тояҡтары айыры булһа ла, ул көйшәмәй, шуға күрә һеҙгә хәрәм. Уларҙың итен ашамағыҙ һәм үләкһәһенә ҡағылмағыҙ.

9Һыуҙа йәшәгәндәрҙән йөҙгөстәре һәм тәңкәләре булғандарын ашағыҙ. 10Ә йөҙгөстәре һәм тәңкәләре булмағандарын ашамағыҙ, улар һеҙҙең өсөн хәрәм.

11Хәләл булған бөтә ҡоштарҙы ашағыҙ. 12Тик уларҙан һеҙгә ашамай торғандары: бөркөт, таҙғара һәм диңгеҙ бөркөтө, 13төйлөгән, ыласындың бөтә төрҙәре, 14ҡоҙғондоң бөтә төрҙәре. 15Дөйәғош һәм ябалаҡ, аҡсарлаҡ һәм ҡарсығаның бөтә төрҙәре. 16Бәләкәй ябалаҡ, өкө, ибис, 17берғаҙан, сип, диңгеҙ ҡоҙғоно, 18ҡауҙы, селәндең бөтә төрҙәре, һөҙһөт һәм ваҡ ярғанат – уларҙы ашарға ярамай һеҙгә.

19Бөтә ҡанатлы бөжәктәр һеҙҙең өсөн хәрәм, уларҙы ашамағыҙ. 20Һәр төрлө хәләл ҡошто ашағыҙ.

21Үҙ үлеме менән үлгән хайуанды ашамағыҙ, сөнки һеҙ – Аллағыҙ Раббының изге халҡы. Уны арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәргә бирә йәиһә сит ҡәүем кешеләренә һата алаһығыҙ.

Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермәгеҙ.

Ғөшөр тураһында ҡанун

22Баҫыуығыҙҙа өлгөргән уңыштың ундан бер өлөшөн йыл һайын айырып ҡуйығыҙ. 23Ашлығығыҙҙың, яңы шарабығыҙҙың, зәйтүн майығыҙҙың ундан бер өлөшөн, һыйырҙарығыҙҙың тәүге быҙауын, һарыҡтарығыҙҙың тәүге бәрәсен Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында, Уның хозурында ашағыҙ. Быны һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббынан ҡурҡып, Уны хөрмәтләргә өйрәнеү өсөн эшләгеҙ. 24Әгәр Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урын алыҫ һәм юлы оҙон булып, Аллағыҙ Раббының фатихаһы менән өлгөргән уңышығыҙҙың ундан бер өлөшөн унда алып барырға мөмкинлегегеҙ булмаһа, 25уларҙы көмөшкә әйләндерегеҙ һәм, көмөштө алып, Аллағыҙ Раббы һайлаған ергә килегеҙ. 26Ошо көмөшкә йәнегеҙ теләгәндең бөтәһен дә: башмаҡ, һарыҡ, шарап, хәмер һатып алығыҙ ҙа уларҙы ғаиләгеҙ менән Аллағыҙ Раббы хозурында ашап-эсегеҙ, күңел асығыҙ. 27Арағыҙҙа йәшәгән левиҙе лә ҡалдырмағыҙ, сөнки уларҙың һеҙҙеке кеүек өлөшө һәм биләмәһе юҡ. 28Һәр өсөнсө йылдың аҙағында, шул йылғы уңыштың ундан бер өлөшөн алып, йәшәгән урынығыҙҙа һаҡлағыҙ. 29Уларҙы һеҙҙеке кеүек өлөштәре һәм биләмәләре булмаған левиҙәр, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар килеп ашаһын һәм туйһын. Шулай эшләһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һәр эшегеҙгә фатихаһын бирер.

Copyright information for BakIBT2023