Deuteronomy 16
Ҡотҡарылыу байрамы
1Авив айында, Аллаң Раббыны ололап, Ҡотҡарылыу байрамын үткәр, сөнки Ул ошо айҙа төндә һине Мысырҙан алып сыҡты. 2Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында ваҡ һәм эре малдан Аллағыҙ Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбандары сал. 3Ҡорбан ите менән бергә әсетеп бешерелгән икмәк ашама. Һин Мысырҙан бик ашығыс сығып киттең һәм, был көндө ғүмер буйы иҫтә тотоу өсөн, ете көн буйы сөсө ҡамырҙан бешкән икмәк – «хәсрәт икмәге» аша. 4Ете көн буйы илегеҙҙә бер ниндәй әсетке булмаһын. Тәүге көндөң кисендә салынған ҡорбаныңдан иртәнгә бер киҫәк ит тә ҡалмаһын. 5Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанын Аллаң Раббының һеҙгә бирәсәк ҡалаларының теләһә ҡайһыһында килтерә алмайһың. 6Һин уны Аллаң Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында ғына сал. Ҡорбанды һин нәҡ Мысырҙан сығып киткән ваҡытта – кис ҡояш байығанда сал. 7Итте Аллаң Раббы һайлаған урында бешереп аша, иртәгәһенә сатырыңа ҡайт. 8Алты көн буйы сөсө икмәк аша. Ә етенсе көндө Аллаң Раббы өсөн изге йыйын ойоштор һәм бер нәмә лә эшләмә. 9Ашлыҡ бешеп, ураҡ башланған көндән алып ете аҙна һана. 10Шунан Аллаң Раббы хөрмәтенә Аҙналар байрамы үткәр. Аллаң Раббының һиңә биргән бәрәкәтенә ҡарап, үҙ ихтыярыңдан сығып ҡорбан килтер. 11Аллаң Раббы хозурына килеп ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында бергәләшеп күңел асығыҙ. 12Мысырҙа ҡол булғанығыҙҙы онотмағыҙ, был ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ.Ҡыуыш байрамы
13Ашлығың йыйылып һуғылғас, йөҙөм баҡсаңдың уңышы йыйылғас, ете көн буйы Ҡыуыш байрамы үткәр. 14Байрамда үҙегеҙ, ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар бергәләшеп күңел асығыҙ. 15Аллаң һайлаған урында Раббы барлыҡ уңышыңа һәм эштәреңә фатиха биргәнгә шатланып, Аллаң Раббы хөрмәтенә ете көн буйы байрам ит. Рәхәтләнеп күңел ас! 16Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен. 17Һәр берегеҙ Аллағыҙ Раббы биргән бәрәкәтенә күрә бүләк алып килһен.Хөкөмдарҙарҙың бурысы
18Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ҡалаларҙа халыҡҡа ғәҙел хөкөм ҡылһындар өсөн һәр ырыуға хөкөмдарҙар һәм етәкселәр тәғәйенләгеҙ. 19Хөкөмдә ғәҙелһеҙлек ҡылма, кемдең кем икәненә ҡарама, ришүәт алма, сөнки ул аҡыл эйәһенең дә күҙен томалай, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә. 20Йәшәйем һәм Аллаң Раббы бирәсәк ерҙе биләмәгә алайым тиһәң, ғәҙеллеккә, бары тик ғәҙеллеккә генә ынтыл. 21Аллаң Раббының ҡорбан усағы янына алиһә Ашераға атап бер ниндәй ҙә ҡолға ҡуйма. 22Шулай уҡ табыныу бағаналары ла торғоҙма, сөнки Аллағыҙ Раббы быны күрә алмай.
Copyright information for
BakIBT2023