Deuteronomy 17
1Аллаң Раббыға ҡорбанға кәмселекле, зәғиф үгеҙ йәки һарыҡ салма, сөнки ул – Аллаң Раббыға ерәнгес. 2Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ҡалаларҙың береһендә арағыҙҙан берәй ирме, ҡатынмы, Уның менән килешеүҙе боҙоп, Уның күҙендә яман булғанды ҡылһа: 3бойороҡтарына ҡаршы килеп, башҡа илаһтарға хеҙмәт итһә, уларға, ҡояшҡа, айға йәки башҡа күк есемдәренә табына башлаһа, 4һәм был хаҡта һиңә билдәле булһа, ишеткәнеңде яҡшылап тикшер. Әгәр ҙә хәбәр дөрөҫләнһә, ысынлап та Исраилда был ерәнгес эш ҡылынһа, 5яуызлыҡты эшләгән ир йәки ҡатынды ҡала ҡапҡаһы янына сығар ҙа таш бәреп үлтер. 6Әммә үлемгә хөкөм итеү өсөн кәмендә ике йәки өс шаһиттың раҫлауы кәрәк. Бер генә шаһиттың һүҙенә ҡарап, кешене үлемгә тарттырырға ярамай. 7Хөкөм ителгән әҙәмгә ташты иң беренсе булып шаһиттар ырғытырға тейеш, шунан һуң уларға ҡалған халыҡ эйәрһен. Шул рәүешле арағыҙҙан яуызлыҡты тамырынан йолҡоп ташла. 8Әгәр йәшәгән ерегеҙҙә һеҙ хөкөм итә алмаҫлыҡ ҡатмарлы хөкөм эштәре була ҡалһа, мәҫәлән, кеше үлтереү, зыян килеү йәки башҡа төрлө дөрөҫлөктө табыу ҡыйын булған хәлгә юлыҡһағыҙ, Аллағыҙ Раббы һайлаған урынға бар. 9Һорауҙарың менән Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм ул ваҡытта хеҙмәттә булған хөкөмдарға мөрәжәғәт ит – улар үҙҙәренең ҡарарын сығарыр. 10Раббы һайлаған урында улар ниндәй ҡарар иғлан итһәләр, шуға ҡарап эш итегеҙ һәм улар ҡушҡандың бөтәһен дә теүәл үтәгеҙ. 11Улар һеҙгә өйрәткән ҡанун һәм белдергән ҡарар буйынса эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ. 12Әгәр ҙә берәйһе үҙен тәкәббер тотоп, Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында хеҙмәт иткән ҡаһинды йәки хөкөмдарҙы тыңламай икән, ул кеше үлтерелергә тейеш. Исраилда яуызлыҡты тамырынан йолҡоп ташла. 13Бөтә халыҡ быны ишетеп ҡурҡыр һәм алдағы көндәрҙә хөкөм ҡарарына буйһонор.Батша тураһында күрһәтмәләр
14Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ергә килеп, уға хужа булғас һәм төйәкләнгәс: «Тирә-яҡта йәшәгән башҡа ҡәүемдәр кеүек үҙебеҙгә батша ҡуяйыҡ», – тип әйтһәгеҙ, 15батша итеп Аллағыҙ Раббы һайлаған кешене ҡуйығыҙ. Ул ҡәрҙәштәрегеҙҙең береһе булһын. Килмешәк һеҙгә туған түгел, уны батша итеп ҡуйырға ярамай. 16Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине. 17Йөрәге хаҡ юлдан тайпылмаһын өсөн батшағыҙ күп ҡатын алмаһын. Шулай уҡ көмөш менән алтынды ла артыҡ йыймаһын. 18Батшалығының тәхетенә ултырғас, Леви ырыуынан булған ҡаһиндарҙа һаҡланған төргәк китаптан үҙенә ошо ҡанунды күсереп алһын. 19Уны ғүмере буйы үҙендә тотһон һәм көн һайын уҡыһын – шунда ул Аллаһы Раббынан ҡурҡырға һәм был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен, ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәнер. 20Шулай эшләһә, ул үҙен ырыуҙаштарынан өҫтөн һанамаҫ, был бойороҡтарҙан уңға ла, һулға ла тайпылмаҫ, шул ваҡытта үҙе һәм улдары Исраилда оҙаҡ йылдар батшалыҡ итер.
Copyright information for
BakIBT2023