Deuteronomy 18
Левиҙәрҙең һәм ҡаһиндарҙың өлөшө
1Левиҙәрҙән булған ҡаһиндарҙың, бөтә Леви ырыуының Исраилда биләмә ерҙәре, үҙ өлөштәре булмаҫ: улар Раббыға бағышлап килтерелгән ут ҡорбандарынан туҡланыр, сөнки уларҙың өлөшө шул. 2Ҡәрҙәштәре араһында левиҙәргә биләмә теймәҫ. Раббының уларға әйткән һүҙе буйынса, уларҙың биләмәһе – Раббы Үҙе. 3Кешеләр ҡорбан итеп үгеҙ йәки һарыҡ килтергән һайын ҡалаҡ һөйәге, яңаҡ һөйәге һәм ҡарын – ҡаһиндарҙың өлөшө. 4Ашлығығыҙҙың, яңы шарабығыҙҙың һәм яңы зәйтүн майығыҙҙың тәүге өлөшөн һәм һарығыңдың тәү ҡырҡҡан йөнөн ҡаһинға бир. 5Сөнки Аллағыҙ Раббы, ғүмерлеккә уның алдында тороп, Уның исеменән хеҙмәт итһендәр өсөн бөтә ырыуҙарығыҙ араһынан Левиҙе – уның үҙен һәм улдарын һайлап алды. 6Әгәр Леви ырыуынан берәйһе, Исраилда йәшәгән төйәгенән китеп, йәне теләгән һәм Раббы һайлаған урынға килһә, 7унда Аллаһы Раббы исеменә хеҙмәт иткән башҡа ҡәрҙәштәре кеүек Раббы хозурында хеҙмәт итә ала. 8Ул сағында уға ата мөлкәтен һатҡандан һуң тейгән өлөштән тыш, ризыҡтан да башҡа ҡаһиндарға биргән кеүек тигеҙ өлөш булыр.Ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолалары
9Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ергә ингәс, ундағы ҡәүемдәрҙең ерәнгес ҡылыҡтарын өйрәнмәгеҙ. 10Арағыҙҙа улын йәки ҡыҙын утта яндырып ҡорбан итеүсе, сихырсы, күрәҙәсе, тылсымсы, 11фал асыусы, рухтарҙы саҡырыусы һәм әруахтарҙан һораусылар булмаһын. 12Сөнки улай эш итеүселәр Раббы өсөн ерәнгес. Аллағыҙ Раббы ошо әшәке эштәре өсөн уларҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡыуасаҡ. 13Аллаң Раббы ҡаршыһында камил бул.Пәйғәмбәрҙәр тураһында
14Һеҙ барып ерҙәрен аласаҡ ҡәүемдәр күрәҙәселәрҙең һәм сихырсыларҙың һүҙен тыңлай. Әммә Аллағыҙ Раббы һеҙгә быны рөхсәт итмәне. 15Аллағыҙ Раббы арағыҙҙан, үҙегеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙҙән, һеҙгә минең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр – уны тыңлағыҙ. 16Хорев тауында йыйылған көндө Аллағыҙ Раббынан былай тип үтенеп һоранығыҙ: «Үлмәҫ өсөн, Аллам Раббының тауышын башҡаса ишетмәһәм һәм Уның бөйөк утын бүтән күрмәһәм ине», – тинегеҙ. 17Раббы миңә: «Уларҙың әйткәндәре дөрөҫ, – тине. – 18Мин уларға ҡәрҙәштәре араһынан һинең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйырмын һәм һүҙҙәремде уның ауыҙынан әйттерермен. Мин нимә бойорһам, ул шуларҙың барыһын да һеҙгә һөйләр. 19Минең исемемдән һөйләгән пәйғәмбәрҙең әйткәндәрен тыңламағандарҙы Мин Үҙем язалаясаҡмын. 20Әммә Мин бойормағандарҙы Минең исемемдән һөйләргә баҙнат иткән йәки башҡа илаһтар исеменән һөйләгән пәйғәмбәр үлемгә дусар ителәсәк». 21«Ул һүҙҙең Раббынан булмағанын нисек беләйек?» – тип уйлауығыҙ ихтимал. 22Әгәр ҙә пәйғәмбәр Раббы исеменән һөйләһә, әммә әйткәне бойомға ашмаһа, был һүҙ Раббынан түгел. Пәйғәмбәр үҙ белдеге менән һөйләгән була – унан ҡурҡмағыҙ.
Copyright information for
BakIBT2023