‏ Deuteronomy 21

Үлтереүсе билдәһеҙ булғанда күрелгән саралар

1Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә, ҡырҙа кем тарафынан үлтерелгәне билдәһеҙ булған мәйет табылһа, 2аҡһаҡалдарың менән хөкөмдарҙарың унда сыҡһындар ҙа мәйет ятҡан урын менән әйләнә-тирәләге ҡалалар араһын үлсәһендәр. 3Шунан мәйеткә иң яҡын ҡаланың аҡһаҡалдары егелмәгән, ҡалып кейҙерелмәгән тана алһын; 4уны һөрөлмәгән, сәселмәгән һәм һәр ваҡыт һыу ағып ятҡан үҙәнлеккә килтерһен. Унда тананың муйынын һуғып һындырһындар. 5Унда Леви ырыуынан булған ҡаһиндар ҙа килһен, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙенә хеҙмәт итергә, Уның исеменән халыҡҡа фатиха бирергә уларҙы һайланы – теләһә ниндәй бәхәсле эш, килтерелгән зыян улар һүҙе менән хәл ителергә тейеш. 6Мәйеткә иң яҡын булған ҡаланың аҡһаҡалдары үҙәнлектә муйыны һуғып һындырылған тананың башы өҫтөндә ҡулдарын йыуһын. 7Шунан һуң: «Был кешенең ҡанын беҙҙең ҡулдарыбыҙ түкмәне, уның нисек түгелгәнен күҙҙәребеҙ күрмәне, – тип белдерһендәр. – 8Йә Раббы, Үҙең йолоп алған халҡың Исраилды пакла, ғәйепһеҙгә түгелгән ҡан өсөн халҡыңдан һорама». Шул сағында улар ҡан түгеү гонаһынан пакланыр. 9Раббы күҙендә дөрөҫ булғанды эшләп, ғәйепһеҙ ҡанды үҙеңдән шулай йыуып ташларһың.

Никахҡа һәм ғаиләгә ҡағылышлы ҡанундар

10Дошмандарыңа ҡаршы яуға сыҡҡас, Аллаң Раббы уларҙы ҡулыңа тапшырыр һәм һин әсирҙәр алырһың. 11Араларында төҫкә матур ҡатын-ҡыҙҙы күреп күҙең төшһә һәм өйләнергә теләһәң, 12уны өйөңә алып ҡайт. Ул сәсен ҡырһын, тырнаҡтарын ҡырҡһын, 13өҫтөнән әсиргә төшкән саҡтағы кейемдәрен сисеп ташлаһын һәм, өйөңдә йәшәй башлап, ай буйына ата-әсәләре өсөн йәш түкһен. Шунан һуң һин уның менән яҡынлыҡ ҡыла һәм уның ире, ә ул һинең ҡатының була ала. 14Әгәр ҙә һуңынан уны оҡшатмай башлаһаң, ҡатын йәне теләгән ергә китә ала. Әммә уны һатырға ла, ҡол итергә лә тейеш түгелһең, сөнки һин уны түбәнһеттең.

15Әгәр берәй кешенең ике ҡатыны булһа һәм береһен яратып, икенсеһен яратмаһа, ул ҡатындарҙың икеһе лә унан ул тапһа, ә беренсе ир балаһы яратмаған ҡатынынан тыуһа, 16был кеше мал-мөлкәтен улдарына бүлгәндә, яратмаған ҡатынынан беренсе булып тыуған улының баш бала өҫтөнлөгөн яратҡан ҡатынынан тыуған улына бирә алмай. 17Ул яратмаған ҡатынының улын баш бала итеп танырға һәм үҙенең мөлкәтенән икеләтә өлөштө уға бирергә тейеш. Сөнки был бала – уның ирлек ҡеүәтенең тәүге емеше, баш бала хоҡуғы – унда.

18Әгәр берәйһенең улы тиҫкәре һәм холоҡһоҙ булһа, атаһының да, әсәһенең дә әйткәндәренә ҡолаҡ һалмаһа, улар яза биреп тә, киҫәмәһә, 19ата менән әсә улдарын үҙҙәре йәшәгән ҡала ҡапҡаһы алдына аҡһаҡалдарға алып килһен. 20Уларға: «Улыбыҙ тиҫкәре һәм холоҡһоҙ. Әйткәнебеҙҙе тыңламай. Кәйеф-сафа ҡороп, эсеп тик ята», – тиһендәр. 21Был осраҡта ҡаланың бөтә ирҙәре уны таш бәреп үлтерһен. Арағыҙҙан яуызлыҡты шул рәүешле тамырынан йолҡоп ташла. Бөтә исраилдар ҙа был хаҡта ишетеп ҡурҡыр.

Башҡа ҡанундар

22Әгәр берәйһе үлем язаһына торошло енәйәт ҡылһа һәм ул үлтерелеп ағасҡа аҫып ҡуйылһа, 23мәйет ағаста төнгөлөккә ҡалмаһын. Уны шул көндө үк ерләгеҙ, сөнки ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше Алла тарафынан ҡәһәрләнгән. Аллағыҙ Раббының һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерен нәжесләмәгеҙ.

Copyright information for BakIBT2023