Deuteronomy 24
1Әйтәйек, берәй ир өйләнеп, ҡатынында ниндәйҙер етешһеҙлек күрһә һәм унан күңеле ҡайтһа, айырылышыу ҡағыҙы яҙып ҡатынының ҡулына тоттора һәм өйөнән сығарып ебәрә; 2ә ул ҡатын, өйҙән киткәс, икенсе кешегә кейәүгә сыға. 3Икенсе ир ҙә, уны хушһынмайынса айырылышыу ҡағыҙы биреп, өйөнән сығарып ебәрһә йәки был ир үлеп ҡалһа, 4ул саҡта тәүге ире был ҡатынға ҡабат өйләнә алмай, сөнки ҡатын уның өсөн нәжес һанала. Бындай никах – Раббы ҡаршыһында ерәнгес. Бындай гонаһ менән Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп биргән ерҙе бысратмағыҙ. 5Яңы өйләнгән кеше һуғышҡа бармаһын, уға бер ниндәй бурыс та йөкмәтелмәһен. Бер йыл буйы үҙенең өйөндә йәшәп, ҡатынының күңелен күрһен. 6Аманат итеп тирмән ташының өҫтөн дә, аҫтын да алмағыҙ. Быны эшләгән кеше аманатҡа йәнде алған булыр. 7Әгәр исраилдарҙан ҡәрҙәшен урлап, уны ҡол иткән йәки һатып ебәргән кеше табылһа, был бур үлемгә дусар ителәсәк. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай итеп йолҡоп ташлағыҙ. 8Йоғошло тире ауырыуына юлыҡһаң, Леви ырыуынан булған ҡаһиндарҙың өйрәткәнен еренә еткереп үтә. Мин уларға нисек бойорһам, нәҡ шулай эшлә. 9Һеҙ Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Аллаң Раббы юлда Мирйәмде нимә эшләткәнен хәтереңдә тот. 10Яҡыныңа үтескә берәй нәмә биреп тораһың икән, унан аманат алыр өсөн өйөнә инмә, 11ә урамда көтөп тор. Бурысҡа алған кеше аманатын тышҡа үҙе сығарып бирһен. 12Әгәр ул ярлы кеше булһа һәм аманат итеп бирергә кейеменән башҡа әйбере булмаһа, кейеме һиндә булған көйө йоҡларға ятма. 13Ул үҙенең кейемендә йоҡларға ятһын һәм һиңә фатихаһын бирһен өсөн, унан алған аманатты ҡояш байығансы кире ҡайтар. Бының менән һин Аллаң Раббы ҡаршыһында хаҡ эш ҡылған булырһың. 14Әгәр ярлыны һәм хәйерсене эшкә яллаһаң, ҡәрҙәшеңме ул, әллә арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙәнме, уны рәнйетмә. 15Уның хеҙмәт хаҡын шул көндө үк ҡояш байығанға тиклем түлә, сөнки ул ярлы һәм шул аҡсаға ғына иҫәп тотоп йәшәй. Юғиһә һинең турала Раббыға зарланыр һәм һин гонаһ ҡылған булырһың. 16Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен. 17Килмешәккә һәм етемгә хаҡ булмаған хөкөм сығарма. Тол ҡатындың кейемен аманат итеп алма. 18Үҙеңдең дә Мысырҙа ҡол булғаныңды, Аллаң Раббының һеҙҙе унан йолоп алғанын онотма. Шуға күрә һиңә ошоларҙы эшләргә бойорам. 19Ураҡ мәлендә баҫыуыңда берәй көлтә онотолоп ҡалһа, уны барып алма. Әйҙә ул килмешәккә, етемгә һәм тол ҡатынға булһын. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һәр эшеңдә Үҙенең фатихаһын бирер. 20Зәйтүн ағасыңды һелкетеп емешен ҡойғандан һуң, ботаҡтарын ҡабат тикшермә. Емештәре килмешәккә, етемгә һәм тол ҡатынға ҡалһын. 21Йөҙөм баҡсаңда емеш йыйғанда ҡалған йөҙөмөңдө артыңдан йыйып алма: килмешәккә, етемгә һәм тол ҡатынға ҡалһын. 22Иҫеңдә тот, һин дә Мысырҙа ҡол булдың, шуға күрә мин һиңә ошолай эшләргә бойорам.
Copyright information for
BakIBT2023