‏ Deuteronomy 30

1Мин һеҙгә һайларға тәҡдим иткән фатиха йәки ләғнәт башығыҙға килгәндә, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе һибеп таратҡан ҡәүемдәр араһында шуларҙы хәтерләйәсәкһегеҙ. 2Үҙегеҙ һәм балаларығыҙ Аллағыҙ Раббыға әйләнеп ҡайтып, бөгөн мин һеҙгә бойорған һәр эштә Уның һүҙен бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән үтәһәгеҙ, 3Аллағыҙ Раббы, мәрхәмәт күрһәтеп, әсирлектән ҡайтарыр, һеҙҙе таратҡан ҡәүемдәр араһынан ҡабат йыйып алыр. 4Ер сигенә һөрөлгән булһағыҙ ҙа, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе йыйып алып кире ҡайтарыр. 5Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ата-бабаларығыҙ биләгән ергә килтерер, һәм һеҙ уны биләмә итеп алырһығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙгә ата-бабаларығыҙға ҡарағанда ла ҙурыраҡ яҡшылыҡ ҡылыр, һеҙҙе уларға ҡарағанда ла ишлерәк итер. 6Һеҙ Аллағыҙ Раббыны бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән яратһын һәм имен йәшәһен өсөн, Аллағыҙ Раббы һеҙҙең һәм тоҡомдарығыҙҙың йөрәген сөннәтләр. 7Шул саҡта Аллағыҙ Раббы бөтә был ҡарғыштарҙы дошмандарығыҙға, һеҙҙе күрә алмағандарға һәм һеҙҙе эҙәрләүселәргә йүнәлтер. 8Һеҙ йәнә Раббының әйткәндәрен тыңларһығыҙ, бөгөн мин һеҙгә еткергән бойороҡтарҙың барыһын да үтәрһегеҙ. 9Аллағыҙ Раббы һәр эшегеҙҙе уңышлы итер: балаларығыҙ ишле, малығыҙ үрсемле, ерегеҙ емешле булыр. Раббы, ата-бабаларығыҙға яҡшылыҡ ҡылып, нисек ҡыуанһа, һеҙҙең өсөн дә шулай һөйөнөр, һеҙгә игелек эшләр. 10Әммә был бер шартты үтәһәгеҙ: Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, Уның был ҡанун китабында яҙылған бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен үтәп, Уға бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән боролһағыҙ ғына булыр.

11Бөгөн мин һеҙгә еткергән бойороҡ ят йәки үтәй алмаҫлыҡ түгел. 12«Берәйһе, күккә менеп, беҙгә уны алып төшһә, беҙ уларҙы үтәр инек», – тип әйтер инегеҙ, ул күктә түгел. 13«Берәйһе, диңгеҙ аръяғына барып, ул бойороҡто алып килһен дә уҡып ишеттерһен ине, беҙ уны үтәр инек», – тип әйтер инегеҙ, ул диңгеҙ аръяғында ла түгел. 14Алла һүҙе һеҙгә яҡын ғына: һеҙ уны үтәй алһын өсөн ул телегеҙҙә һәм йөрәгегеҙҙә.

15Бына мин бөгөн һеҙгә йәшәү менән яҡшылыҡты йәки үлем менән яманлыҡты һайларға тәҡдим итәм. 16Бөгөн мин һеҙгә әйткәндәрҙе – Аллағыҙ Раббы ҡушҡандарҙы үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ, Уның юлынан йөрөп, барлыҡ бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы фатихаһы менән үҙегеҙ биләргә барған ерҙә йәшәрһегеҙ һәм күп һанлы булырһығыҙ.

17Әгәр ҙә йөрәгегеҙ ситләшһә, ҡолаҡ һалмаһағыҙ, аҙашһағыҙ, башҡа илаһтарға табына һәм хеҙмәт итә башлаһағыҙ, 18мин һеҙҙе бөгөн киҫәтеп әйтәм, мотлаҡ һәләк булырһығыҙ, Иордан йылғаһы аша сығып биләр өсөн барған ерегеҙҙә оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ.

19Мин бөгөн күк менән ерҙе шаһитлыҡҡа саҡырып, һеҙгә йәшәү йәки үлем, фатиха йәки ләғнәт һайларға тәҡдим итәм. Тормошто һайлағыҙ – ул ваҡытта үҙегеҙ ҙә, тоҡомоғоҙ ҙа йәшәйәсәкһегеҙ. 20Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ, Уны тыңлағыҙ, Уға һыйынығыҙ. Унда – һеҙҙең тормошоғоҙ, Раббы ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙәге оҙон ғүмерегеҙ.

Copyright information for BakIBT2023