Deuteronomy 33
Мусаның исраилдарға һуңғы фатихаһы
1Бына Алла бәндәһе Мусаның вафаты алдынан Исраил халҡына биргән фатихаһы. 2Ул былай тине: – Раббы Синай тауынан килде,Ул беҙгә таңдай Сеғирҙан тыуҙы,
Паран тауынан нур сәсте,
Ун меңләгән изгеләре менән килде,
Уң ҡулында ҡанун уты яна ине.
3Ысынлап та, Ул халыҡтарҙы ярата!
Бөтә изгеләр – Уның ихтыярында.
Улар, аяҡ осона ҡапланып,
Уның әйткәндәрен тыңлай.
4Яҡуп нәҫеленә мираҫ итеп,
Муса беҙгә ҡанун бирҙе.
5Исраилдың ырыуҙары
Башлыҡтары менән йыйылғанда
Раббы Йешурунға батша булды.
6Рәүвән йәшәһен, үлмәһен,
Халҡының һаны аҙ булмаһын.
7Муса Йәһүҙә хаҡында былай тине:
– Эй Раббым, Йәһүҙәнең тауышын ишет,
Уны үҙенең халҡына кире ҡайтар.
Үҙ ҡулдары менән ул үҙен яҡлай,
Дошмандарына ҡаршы Һин ярҙамсы бул.
8Леви тураһында әйтте:
– Раббым, туммимың менән уримың –
Һинең тоғро ҡолоң өсөн.
Уны Массала һынаның,
Мерива һыуҙарында көрәштең.
9Ул атаһы менән әсәһе хаҡында:
«Мин улар хаҡында уйламайым», – тине.
Туғандарын таныманы, балаларын белмәне,
Әммә Һинең һүҙҙәреңде тотто,
Һинең менән килешеүҙе һаҡланы.
10Яҡуп тоҡомон – ҡағиҙәләреңә,
Исраил халҡын ҡануныңа өйрәтә.
Алдыңда хуш еҫ төтәтә,
Усағыңда тотош яндырыу ҡорбандары килтерә.
11Йә Раббы, уның ҡеүәтен фатихала,
Уларҙың эшен ҡабул ҡыл.
Кем уларға һөжүм итә, нәфрәт тота – билен һындыр,
Бүтән баш ҡалҡытмаһындар.
12Бинйәмин тураһында әйтте:
– Раббының һөйөклөһө Уның янында
Һис бер хәүеф белмәй йәшәй.
Раббы уны һәр саҡ ҡурсалай,
Ул Раббының ҡосағында имен-аман.
13Йософ тураһында әйтте:
– Раббы уның ерен күк байлығы – ысыҡ,
Ер аҫтында ятҡан тәрән һыуҙар,
14Ҡояшта өлгөргән яҡшы уңыш,
Үҙ айында бешкән емеш,
15Боронғо тауҙар байлығы,
Мәңгелек ҡалҡыулыҡтар муллығы,
16Ер үҫтергән иң затлы уңыш менән фатихалаһын.
Дөрләп янған ҡыуаҡта Күренгәндең
Рәхмәт-мәрхәмәте менән фатихаланһын!
Былар барыһы ла Йософтоң башына,
Ағалары араһынан һайлап алынғандың түбәһенә яуһын.
17Йософ беренсе булып тыуған үгеҙ кеүек ғәйрәтле;
Мөгөҙө – хас ҡырағай үгеҙҙекеләй.
Уның мөгөҙҙәре – Әфраимдың ун меңдәре,
Менашшеның меңдәре.
Ҡәүемдәрҙе ер сигенә тиклем
Шулар менән һөҙөп ырғытасаҡ.
18Зевулун тураһында былай тине:
– Эй Зевулун, юлға сыҡҡаныңда шатлан!
Эй Исасхар, сатырҙарыңда ҡыуан!
19Халыҡтарҙы тауға саҡырырҙар,
Тейешле ҡорбандарҙы салырҙар,
Диңгеҙҙең мул байлығы менән,
Ҡомдағы хазина менән туйынырҙар.
20Ғад хаҡында әйтте:
– Ғадтың ерен Киңәйткәнгә шөкөр булһын!
Ғад ҡулды-башты ботарлар
Арыҫландай тыныс ятыр.
21Ул үҙенә иң яҡшы ерҙе һайланы,
Уға етәксенең өлөшө бирелде,
Халыҡ башлыҡтары йыйылғас,
Раббының хаҡ хөкөмөн,
Исраил хаҡындағы ҡарарҙарын
Еренә еткереп ул үтәне.
22Дан хаҡында былай тине:
– Дан – Башандан һикереп сыҡҡан бала арыҫлан.
23Нафтали тураһында ла әйтте:
– Эй Раббының рәхмәте һәм
Фатихаһы менән тулы Нафтали,
Көнбайышты ла, көньяҡты ла биләп ал.
24Ашер тураһында былай тине:
– Уландарҙың араһында
Иң фатихалыһы Ашер булһын,
Туғандарының һөйөүен ҡаҙанһын,
Аяғын зәйтүн майына батырһын!
25Биктәрең – тимер һәм баҡыр һинең,
Ҡеүәтең ғүмерең буйы ҡаҡшамаһын.
26Эй Йешурун, һинең Аллаңдай юҡ!
Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән һиңә ярҙамға
Болотҡа атланып күктән елә.
27Һыйынысың – әүәлдәрҙән булған Алла,
Мәңгелек ҡулдар күтәреп йөрөтә һине.
Дошманыңды алдыңдан ҡыуыр,
Һиңә: «Уларҙы юҡ ит!» – тип ҡушыр.
28Исраил имендә йәшәй,
Күктәр ысыҡҡа һуғарған
Игенгә һәм шарапҡа бай ерҙә
Яҡуп нәҫеле бер үҙе ғүмер итә.
29Эй Исраил, ниндәй бәхетле һин!
Бармы һинең кеүек берәй ҡәүем?
Һин Раббы ҡотҡарған халыҡ,
Ул – һине һаҡлаған ҡалҡан,
Ул – һинең данлы ҡылысың.
Дошмандарың алдыңда баш эйә,
Һин уларҙың арҡаһын тапарһың.
Copyright information for
BakIBT2023