Deuteronomy 1:16-17
16Шунан һеҙҙең өҫтән хөкөм йөрөтәсәк кешеләргә: «Туғандарығыҙҙың дәғүәләрен иғтибар менән тыңлағыҙ; бәхәс ике исраил араһындамы, әллә исраил менән килмешәк араһындамы, һәммәһен дә ғәҙел хөкөм итегеҙ, – тип бойорҙом. – 17Хөкөм иткәндә бер кемде лә айырып ҡарамағыҙ, кесеһенең дә, олоһоноң да һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ, сөнки хөкөм – Алла эше. Ә инде үҙегеҙгә хәл итеүе ауыр булған мәсьәләләрҙе миңә еткерегеҙ, уны мин үҙем хәл итермен».
Copyright information for
BakIBT2023