Deuteronomy 13
1Әгәр арағыҙҙан пәйғәмбәр йә төш юраусы килеп сыҡһа һәм һеҙгә берәй хикмәт йәки мөғжизә буласағын һөйләһә, 2һәм ул һөйләгән хикмәт йәки мөғжизә ғәмәлгә ашһа, шунан сығып, ул һиңә: «Әйҙә, һин белмәгән башҡа илаһтарға эйәрәйек һәм уларға хеҙмәт итәйек», – тиһә, 3һин был пәйғәмбәрҙең йәки төш юраусының һүҙен тыңлама – Аллағыҙ Раббы Үҙен бөтөн йөрәгегеҙ, бар булмышығыҙ менән яратаһығыҙмы икәнен белер өсөн һеҙҙе шулай һынай. 4Бары тик Аллағыҙ Раббыға эйәрегеҙ, Унан ҡурҡығыҙ, бойороҡтарын үтәгеҙ, әйткәндәрен тыңлағыҙ, Уға хеҙмәт итегеҙ һәм һыйынығыҙ. 5Ә теге пәйғәмбәрҙе йәки төш юраусыны һеҙҙе Мысырҙан сығарған һәм ҡоллоҡ йортонан йолоп алған Раббығыҙҙан ваз кисергә өгөтләгәне һәм һеҙҙе Аллағыҙ Раббы барырға ҡушҡан юлдан яҙҙырырға теләгәне өсөн үлемгә дусар итегеҙ. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай йолҡоп ташлағыҙ. 6Әгәр ҙә һинең бер туғаның, улың, ҡыҙың, яратҡан ҡатының йәки йән дуҫың һин дә, ата-бабаларың да белмәгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итергә саҡырһа һәм һине аҫтыртын ғына аҙҙырырға тырышһа, 7эргә-тирәңдәге халыҡтарҙың аллаһымы ул, әллә ерҙең был осонан икенсе осона тиклемге алыҫлыҡта йәшәгән халыҡтарҙыҡымы, 8тыңлама, һүҙҙәренә ҡолаҡ һалма. Уны аяма, йәлләп яҡлама. 9Уны мотлаҡ рәүештә үлтер. Уға иң тәүҙә һин, шунан ғына барса халыҡ таш ырғытһын. 10Таш бәреп үлтер уны. Сөнки ул Аллаң Раббынан, һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңдан биҙҙерергә теләне. 11Был хаҡта барлыҡ Исраил ишетер ҙә ҡурҡыр һәм артабан бындай яманлыҡ эшләүҙән тыйылыр. 12Әгәр Аллаң Раббы һиңә йәшәр өсөн биргән ҡалаларыңдың береһендә, 13үҙ даирәңдә йүнһеҙ кешеләр барлыҡҡа килгәнен һәм ҡала халҡын һеҙ белмәгән илаһтар артынан эйәрергә һәм уларға табынырға саҡырғандарын ишетһәң, 14һин быны тикшер һәм яҡшылап һораш. Әгәр был хәл раҫланһа һәм араңда шундай әшәкелек булһа, 15ул ҡаланың кешеләрен ҡылыс менән тураҡла. Бөтә ҡаланы һәм ундағы барлыҡ нәмәне, мал-тыуарҙы ла индереп, харам ҡыл – ҡылыстан үткәр. 16Бар яумалды йыйып, майҙан уртаһына өйөп ҡуй. Ҡаланы бөтә яумал менән бергә Аллаң Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп яндыр. Ҡала мәңгегә емерелеп ятһын, ҡабаттан яңыртып төҙөлмәһен. 17Юҡ ителергә тейеш булған әйберҙәрҙән үҙеңә бер нәмә лә алма. Шул саҡта Раббының ялҡынлы асыуы баҫылыр, һиңә миһырбанын күрһәтер, рәхимле булыр һәм, ата-бабаларығыҙға ант итеп әйткәненсә, халҡыңды ишле итер. 18Аллағыҙ Раббының әйткәнен тыңлаһағыҙ, Уның бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын үтәһәгеҙ һәм Аллағыҙ Раббы хуш күргән ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, барыһы ла шулай булыр.
Copyright information for
BakIBT2023