Deuteronomy 19
Һыйыныу ҡалалары
1Аллаң Раббы ерҙәрен һеҙгә бирәсәк ҡәүемдәрҙе ҡырып бөтөргәс, һин уларҙан һуң был ергә хужа булып ингәс, уларҙың ҡалаларында, өйҙәрендә урынлашҡас, 2– 3Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерҙе өс өлөшкә бүлегеҙ, һәр өлөшөнөң уртаһынан берәр ҡала һайлап алығыҙ. Ул ҡалаларға юлдар һалығыҙ. Был ҡалалар берәйһен үлтергән кешегә һыйыныу урыны булыр. 4Бына ниндәй үлтереүсе, унда ҡасып, ғүмерен һаҡлап ҡала ала: күңелендә электән дошманлыҡ булмайынса, икенсе берәүҙе яңылышлыҡ менән үлтергән кеше. 5Мәҫәлән, кемдер яҡыны менән урманға утынға барып, ағасты ҡырҡырға һелтәнгәндә, балтаһы төйҙәһенән ысҡынып китеп, яҡынына тейһә, һәм ул үлһә – үлтергән кеше иҫән ҡалыр өсөн ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасһын. 6Һыйыныу ҡалаһы үтә алыҫ булһа, үлгән кеше өсөн ҡон ҡайтарырға тейеш булған туғаны, ҡыҙыулыҡ менән ҡыуып етеп, үлтереүсенең йәнен алыуы бар; ә бит ул үлем язаһына лайыҡ түгел, сөнки үлгән кешегә ҡарата күңелендә дошманлыҡ юҡ ине. 7Бына ни өсөн мин һеҙгә өс ҡаланы һайларға бойорам. 8– 9Аллаң Раббыны яратһаң, һәр саҡ Уның юлын тотһаң, бөгөн һеҙгә бирелгән бөтә бойороҡтарҙы бойомға ашырһаң, Аллаң Раббы ата-бабаларыңа ант иткәнсә, ерегеҙҙең сиктәрен киңәйтер һәм уларға нәҙер иткән бөтә ерҙе һиңә бирер. Шул саҡта был өс ҡалаға тағы ла өс һыйыныу ҡалаһы өҫтәрһең. 10Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә ғәйепһеҙҙең ҡаны түгелмәһен һәм түгелгән ҡан өсөн һеҙҙең өҫтә ғәйеп булмаһын. 11Әммә яҡынына асыу һаҡлаған берәйһе, һағалап тороп, уны үлтерһә, шунан ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасһа, 12үҙ ҡалаһының аҡһаҡалдары, артынан кеше ебәреп, ҡасҡан еренән кире килтертер һәм ҡан үсе алырға тейешле кеше ҡулына тапшырыр. 13Уны ҡыҙғанма, Исраилды ғәйепһеҙгә түгелгән ҡандан арындыр һәм шул саҡта рәхәт йәшәрһең. 14Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә йәшәй башлағас, ата-бабаларығыҙ ҡуйған, күршегеҙ менән сиктәш ыҙан ташын урынынан күсермәгеҙ.Шаһиттар тураһында
15Ниндәй ҙә булһа енәйәт йәки гонаһ ҡылған кешенең ғәйебен иҫбатларға бер генә шаһит етмәй, һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтмәһе менән раҫланырға тейеш. 16Әгәр бер ялғансы шаһит яуыз ниәт менән берәйһен енәйәттә ғәйепләһә, 17араларында низағ булған был ике кеше Раббы ҡаршыһына, ул осорҙа хеҙмәт иткән ҡаһиндар менән хөкөмдарҙар алдына баҫһын. 18Хөкөмдарҙар яҡшылап тикшерһен. Әгәр шаһиттың ялғансы икәне һәм уның туғанына яла яҡҡаны асыҡланһа, 19туғанына ҡылырға ниәтләгәнен уның үҙенә эшләгеҙ. Арағыҙҙан яуызлыҡты тамырынан йолҡоп ташлағыҙ. 20Башҡалар был хаҡта ишетеп ҡурҡыр, киләсәктә бындай яуызлыҡты эшләүсе булмаҫ. 21Бындай кешене йәлләмәгеҙ: йәнгә – йән, күҙгә – күҙ, тешкә – теш, ҡулға – ҡул, аяҡҡа – аяҡ.
Copyright information for
BakIBT2023