Deuteronomy 20
Һуғышҡа ҡағылышлы ҡағиҙәләр
1Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡанда, аттар, яу арбалары һәм һеҙҙән һан яғынан күпкә артығыраҡ ғәскәр күрһәгеҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән. 2Яуға инер алдынан ҡаһин, ғәскәр алдына килеп, халыҡҡа мөрәжәғәт итһен. 3Былай тиһен: «Тыңла, Исраил! Бөгөн дошмандарығыҙ менән һуғышҡа инәсәкһегеҙ. Ғәйрәтегеҙҙе юғалтмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушамағыҙ. Өркмәгеҙ уларҙан! 4Сөнки еңеүгә илтер һәм дошмандарығыҙ менән алышыр өсөн Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән бара». 5Етәкселәр ғәскәргә: «Арағыҙҙа яңы йорт һалып та, уны туйламаған берәй кеше бармы? – тип мөрәжәғәт итер. – Өйөнә ҡайтһын, сөнки һуғышта үлһә, өйөндә башҡа берәйһе йәшәр. 6Йөҙөм баҡсаһы ултыртып та, уның тәүге уңышын йыйып өлгөрмәгән берәй кеше бармы? Өйөнә ҡайтһын, сөнки һуғышта үлһә, йөҙөмөн башҡа берәү йыйып алыр. 7Берәй ҡыҙ менән йәрәшеп тә, өйләнеп өлгөрмәгән кеше бармы? Өйөнә ҡайтһын, сөнки һуғышта үлһә, ҡыҙын башҡа берәү алыр». 8Шунан тағы: «Арағыҙҙа ҡурҡҡан һәм ғәйрәтен юғалтҡандар бармы? Өйөнә ҡайтһын, уға ҡарап, ҡәрҙәштәренең дә күңеленә ҡурҡыу төшмәһен», – тип әйтерҙәр. 9Быларҙың барыһын да ғәскәргә еткергәндән һуң, яугирҙәр өҫтөнән ғәскәр башлыҡтары тәғәйенләнһен. 10Яулап алыр өсөн берәй ҡалаға яҡынлашҡас, тәүҙә уның халҡына тыныс килешеү тәҡдим ит. 11Әгәр ҙә улар, тәҡдимеңә риза булып, ҡапҡаларын асһа, ҡалала йәшәүселәр барыһы ла һиңә мәжбүри хеҙмәт итергә тейеш булыр. 12Әгәр ҙә килешеүгә риза булмай, һуғыша башлаһа, ҡаланы ҡама. 13Аллағыҙ Раббы ҡаланы ҡулыңа тапшырғас, ундағы бөтә ирҙәрҙе ҡылыстан үткәр. 14Ҡатындарын, балаларын, малдарын, ҡалалағы бар нәмәне үҙеңә яумал итеп ал. Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән, дошманығыҙҙан тартып алған табыш менән файҙалан. 15Һеҙҙән алыҫта урынлашҡан, эргә-тирәгеҙҙәге ҡәүемдәрҙеке булмаған ҡалаларҙың барыһы менән дә шулай эш итегеҙ. 16Ә Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерҙәрҙәге ҡәүемдәрҙең ҡалаларында иһә бер йән эйәһен дә ҡалдырма. 17Аллағыҙ Раббы һеҙгә бойорғанса, уларҙы харам ҡыл: хиттиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе тотош юҡ ит. 18Юҡһа улар һеҙҙе үҙ илаһтарына табынғанда ҡылған ерәнгес ғәҙәттәренә өйрәтер һәм һеҙ Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылған булырһығыҙ. 19Әгәр берәй ҡаланы яулап алыр өсөн оҙаҡ ваҡыт ҡамауҙа тоторға тура килһә, уның тирәһендәге ағастарға балта тейҙермә – емештәрен аша, әммә ҡырҡма. Ҡамауға алырға ҡырҙағы ағас кеше түгел бит. 20Ағастың емеш бирмәгәнен белгәндә генә ҡырҡып, һеҙҙең менән һуғышҡан ҡалаға ҡаршы ҡоролмалар төҙөүҙә файҙалана алаһығыҙ.
Copyright information for
BakIBT2023