‏ Deuteronomy 22

1Ҡәрҙәшеңдең аҙашып йөрөгән үгеҙен йәки һарығын күрһәң, уларҙы ташлап ҡалдырма, ҡәрҙәшеңә алып ҡайтып бир. 2Әгәр ҙә ҡәрҙәшең һиңә алыҫ булһа йәки малдарҙың кемдеке икәнен белмәһәң, уларҙы өйөңә алып ҡайт һәм үҙеңдә тот. Ҡәрҙәшең эҙләп килгәс, ҡайтарып бирерһең. 3Ҡәрҙәшеңдең ишәге, кейеме йәки юғалған башҡа әйбере менән дә шулай эшлә: ул юғалтып, һин табаһың икән, ҡайтарып бир, уны ярҙамыңдан ташлама.

4Ҡәрҙәшеңдең ишәге йәки үгеҙе юлда йығылып ятҡанын күрһәң, уны ташлап китмә, торғоҙорға ярҙам ит.

5Ҡатындар – ирҙәр, ирҙәр ҡатындар кейемен кеймәһен. Былай эшләгән һәр кем Аллағыҙ Раббы алдында ерәнгес.

6Юлда ағас башында йәки ерҙә йомортҡалары йә иһә балалары менән ҡош ояһы осраһа, инәләре улар өҫтөндә ултырһа, инә ҡошто себештәре менән бергә алма. 7Ҡошсоҡтарын алһаң да, инәләрен мотлаҡ ебәр; шулай эшләһәң, үҙеңә яҡшы булыр, оҙаҡ йәшәрһең.

8Яңы өй һалһаң, түбә ҡырыйына һаҡлағыс таҡта ҡуй: бер кем дә ҡыйыҡтан ҡолап төшмәһен һәм ҡаны һинең өҫтөңдә булмаһын.

9Йөҙөм баҡсаңа башҡа төрлө орлоҡ сәсмә, юғиһә сәскән орлоғоңдоң да, йөҙөмөңдөң уңышын да файҙаланыу хоҡуғын юғалтырһың.

10Ер һөргәндә ишәк менән үгеҙҙе бергә екмә.

11Ике төрлө ептән – йөндән һәм етендән туҡылған кейемде кеймә.

12Ябына торған ябынсаңдың дүрт мөйөшөнә суҡтар эшлә.

Енси паклыҡ тураһында ҡағиҙәләр

13Әгәр берәйһе ҡатын алһа һәм яҡынлыҡ ҡылғандан һуң, унан күңеле ҡайтып, 14уның тураһында насар хәбәр таратһа: «Был ҡатынға өйләндем һәм уның менән яҡынлыҡ ҡылғандан һуң, ҡыҙ булмағанын белдем», – тип яманатын сығарһа, 15ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе, ҡала ҡапҡаһына килеп, аҡһаҡалдарға ҡыҙҙың ғиффәтле булыуына дәлил килтерһен. 16 17Ҡыҙҙың атаһы аҡһаҡалдарға: «Ҡыҙымды был кешегә кейәүгә биргәйнем, әммә ул уны хушһынмай, – тиһен. – Инде ҡыҙымды ғиффәтле булмауҙа ғәйепләй. Бына ҡыҙымдың саф булғанына дәлил», – тип, япмаһын йәйеп, аҡһаҡалдарға күрһәтһен. 18Ҡала аҡһаҡалдары был иргә яза бирһен 19һәм ғиффәтле Исраил ҡыҙы тураһында насар хәбәр таратҡаны өсөн ирҙән йөҙ көмөш алып, ҡыҙҙың атаһына түләһендәр. Ҡыҙ иһә был ирҙең ҡатыны булып ҡала һәм ирҙең ғүмер буйы уны айырырға хаҡы юҡ.

20Әгәр хәбәр дөрөҫ булып сыҡһа, ҡыҙҙың ғиффәтле булыуын иҫбатлаусы дәлил табылмаһа, 21ул ҡатынды ата йортоноң ишеге төбөнә алып килһендәр. Ҡала халҡы уны таш бәреп үлтерһен, сөнки атаһы йортонда уйнаш итеп, ул Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған. Үҙегеҙҙең арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.

22Әгәр берәй ир икенсе ирҙең ҡатыны менән ятҡанда тотолһа, уларҙың икеһе лә – быны эшләгән ир ҙә, ҡатын да – үлтерелергә тейеш. Исраилдан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.

23Әгәр берәй ир ҡалала башҡа берәүгә йәрәшелгән ғиффәтле ҡыҙҙы осратһа һәм уның менән яҡынлыҡ ҡылһа, 24икеһе лә ҡала ҡапҡаһы янына килтерелһен һәм таш бәреп үлтерелһен. Сөнки ҡыҙ, ҡалала булып та, ярҙам һорап ҡысҡырмаған, ә ир икенсе кешегә йәрәшелгән ҡыҙҙы хур иткән. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.

25Әгәр берәй ир икенсе кешегә йәрәшелгән ҡыҙҙы яланда осратып уға йәбешһә һәм көсләһә, үлемгә ирҙе генә хөкөм итергә кәрәк. 26Ә йәрәшелгән ҡыҙға бер нәмә лә эшләмә, сөнки ҡыҙҙа үлем язаһы бирерлек гонаһ юҡ, юғиһә был яҡыныңа ҡул күтәреп, уны үлтереүгә бәрәбәр. 27Был ир ҡыҙҙы ҡырҙа осратҡан, һәм йәрәшелгән ҡыҙ, бәлки, ҡысҡырғандыр ҙа, ләкин уны ҡотҡарыр кеше булмаған.

28Әгәр берәй ир йәрәшелмәгән ғиффәтле ҡыҙҙы осратһа һәм уны тотоп алып көсләһә, быны башҡалар күрһә, 29ҡыҙ менән ятҡан ир уның атаһына илле көмөш бирһен һәм уға өйләнһен. Ҡыҙҙы хурлыҡҡа ҡалдырғанға күрә ир уны ғүмер буйы айыра алмаҫ.

30Бер кем дә, атаһының ҡатынына өйләнеп, атаһының түшәген хурламаһын.

Copyright information for BakIBT2023