Deuteronomy 23
Раббы халҡы булып һаналырға лайыҡ булмағандар
1Күкәйе иҙелгән йәки енес ағзаһы ҡырҡылған кеше Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай. 2Уйнаштан тыуған кеше Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай. Уның нәҫеле лә, хатта унынсы быуынына тиклем, Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай. 3Ғаммон һәм Моав кешеләре Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай, хатта уларҙың нәҫеле лә унынсы быуынына тиклем Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай. 4Сөнки Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа юлда һеҙҙе икмәк һәм һыу менән ҡаршыламанылар, етмәһә Арам-Наһараимдағы Пеҫор ҡалаһынан Беғор улы Билғамды һеҙҙе ҡарғар өсөн ялланылар. 5Әммә Аллаң Раббы Билғамды тыңларға теләмәне, ҡарғышты фатихаға әүерелдерҙе, сөнки Аллаң Раббы һеҙҙе ярата. 6Уларға ғүмерегеҙ буйы, мәңге именлек һәм яҡшылыҡ күрһәтмәгеҙ. 7Эдомдарҙан иһә екһенмәгеҙ, сөнки улар һеҙҙең туғанығыҙ, Мысыр халҡынан да сикәнмәгеҙ, сөнки һеҙ уларҙың ерендә килмешәк булып йәшәнегеҙ. 8Уларҙан тыуған балаларҙың өсөнсө быуыны Раббы халҡы иҫәбенә инә ала.Тупламды таҙа тотоу
9Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышыр өсөн туплам ҡорғанда һәр төрлө бысраҡлыҡтан һаҡланығыҙ. 10Әгәр берәйгеҙҙең төндә мәнейе ағып нәжесләнһә, ул тупламдан сыҡһын һәм кире инмәһен. 11Кис еткәс, йыуынһын һәм ҡояш байығас ҡына тупламға инһен. 12Хәжәт үтәр өсөн урын тупламдан ситтә булһын. 13Кәрәк-ярағың араһында көрәгең булһын. Тупламдан тышта ултырыр булһаң, соҡор ҡаҙ, аҙаҡ тиҙәгеңде күмеп ҡуй. 14Аллағыҙ Раббы һине ҡотҡарыр һәм дошмандарыңды ҡулыңа тапшырыр өсөн туплам уртаһында йөрөй. Раббы берәй хурлыҡлы нәмә күреп, һеҙҙән баш тартмаһын өсөн туплам изге урын булһын. 15Хужаһынан ҡасып һеҙгә һыйынған ҡолдо тотоп хужаһына кире бирмәгеҙ. 16Үҙе һайлаған урында арағыҙҙа йәшәһен, уны ҡыйырһытмағыҙ. 17Исраил ҡыҙҙары һәм улдары араһынан бер кем дә боттарға табыныу ҡорамдарында фәхешлек менән шөғөлләнергә тейеш түгел. 18Ҡатындың йәки ирҙең фәхеш менән тапҡан аҡсаһын Аллаң Раббының йортона бер ниндәй ҙә нәҙер үтәү өсөн индермә, сөнки улар икеһе лә Аллағыҙ Раббы өсөн ерәнгес. 19Туғаныңа үтескә көмөш, икмәк йәки башҡа нәмә биргәндә, риба түләтмә. 20Биләмәгә алыр өсөн китеп барған ереңдә һәр эшеңә Аллаң Раббы фатиха бирһен тиһәң, килмешәктән риба алырға мөмкин, ә ҡәрҙәшеңдән алырға ярамай. 21Аллаң Раббыға нәҙер әйтәһең икән, уны һис кисектермәй үтә, сөнки Ул уның мотлаҡ үтәлеүен талап итер, үтәмәйһең икән, гонаһ ҡылған булырһың. 22Әгәр нәҙер әйтмәгәнһең икән, бында гонаһ юҡ. 23Ауыҙыңдан сыҡҡанға иғтибарлы бул һәм бойомға ашыр, сөнки Аллаң Раббыға үҙ ихтыярың менән вәғәҙә иттең һәм быны үҙ ауыҙың менән әйттең. 24Яҡыныңдың йөҙөм баҡсаһына инһәң, йәнең теләгәнсә ашай алаһың, әммә һауытыңа йыйма. 25Яҡыныңдың баҫыуына килһәң, башаҡтарын ҡул менән өҙә алаһың, әммә игененә ураҡ тейҙермә.
Copyright information for
BakIBT2023