Deuteronomy 28
Фатихалар
1Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалып, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәрҙән өҫтөн итер. 2Әгәр Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, ошо фатихаларҙың барыһы ла һеҙгә килер һәм бойомға ашыр. 3Ҡалала ла, ауылда ла фатихалы булырһың. 4Ҡарыныңдың емеше – балаң да, тупрағыңдың емеше лә, малдарыңдың түле – һыйырҙарыңдың быҙауы, һарыҡтарыңдың бәрәсе лә – фатихалы булыр. 5Кәрзиндәрең дә, икмәк күнәктәрең дә фатихалы булыр. 6Ингәнеңдә лә, сыҡҡаныңда ла фатихалы булырһың. 7Һиңә ҡаршы килгән дошмандарыңды Раббы алдыңда ҡырып һалыр. Һеҙгә бер юлдан ҡаршы сыҡһалар, ете юлдан ҡасып китерҙәр. 8Раббы һеҙҙең келәттәрегеҙгә, ҡулығыҙҙың һәр эшенә: «Бәрәкәтле булһын!» тип бойорор һәм һеҙгә бирәсәк ерҙә Аллағыҙ Раббы һеҙгә фатихалы булыр. 9Аллаң Раббының бойороҡтарын үтәһәгеҙ, Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ, Раббы һеҙгә вәғәҙә биргәнсә, һеҙҙе Үҙенең изге халҡы итеп таныр. 10Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр Раббының һеҙҙе «Үҙ халҡым» тип атағанын күрер һәм ҡурҡып торор. 11Раббы ата-бабаларығыҙға ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә һәр йәһәттән бәрәкәт бирер: балаларығыҙ күп, малдарығыҙ ишле, тупрағығыҙ мул уңышлы булыр. 12Ерегеҙгә ямғырҙы ваҡытында яуҙырыр, башҡарған бар эштәрегеҙгә фатиха бирер өсөн күктәрҙең игелекле хазинаһын асыр. Бик күп халыҡтарға бурысҡа бирерһегеҙ, ә үҙегеҙ бурысҡа алмаҫһығыҙ. 13Раббы һеҙҙе ҡойроҡ түгел, баш итер. Әгәр Аллағыҙ Раббының бөгөн мин һеҙгә еткергән бойороҡтарын тыңлаһағыҙ, уларҙы ғәмәл ҡылһағыҙ, һәр ваҡыт аҫта түгел, өҫтә булырһығыҙ. 14Бөгөн һеҙгә белдергән бойороҡтарҙан ситкә тайпылмағыҙ, уңға ла, һулға ла боролмағыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәреп, уларға хеҙмәт итмәгеҙ.Ләғнәттәр
15Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Уның бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен үтәмәһәгеҙ, өҫтөгөҙгә ошо ләғнәттәр төшөр. 16Ҡалала ла, ауылда ла ләғнәтле булырһың. 17Кәрзиндәрең дә, икмәк күнәктәрең дә ләғнәтле булыр. 18Ҡарыныңдың емеше – балаларың да, тупрағыңдың уңышы ла, малдарыңдың түле – һыйырҙарыңдың быҙауы, һарыҡтарыңдың бәрәсе – барыһы ла ләғнәтле булыр. 19Ингәнеңдә лә, сыҡҡаныңда ла ләғнәтле булырһың. 20Раббы һеҙгә ҡарғыш, өмөтһөҙлөк ебәрер, һәр эшегеҙҙә уңышһыҙлыҡҡа дусар итеп, һәләк ҡылыр. Раббынан йөҙ сөйөргәнегеҙ өсөн һәм яуыз ғәмәлдәрегеҙ арҡаһында юҡҡа сығырһығыҙ. 21Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерегеҙҙән һеҙҙе юҡ итеп бөткәнгә тиклем үләт ебәреп язалар. 22Раббы һеҙҙе һулытып киптерер, биҙгәк, тапма тотор, шеш сығыр. Ул һеҙгә ҡоролоҡ, көйҙөргөс ел, бәшмәк ауырыуҙары ебәрер. Улар һеҙҙе ҡырылып бөткәнегеҙгә тиклем эҙәрләр. 23Баш өҫтөгөҙҙәге күк баҡырға, аяҡ аҫтығыҙҙағы ер тимергә әйләнер. 24Раббы һеҙ юҡ булғанға тиклем күктән ямғыр урынына ерегеҙгә саң болото ебәрер, ҡом яуҙырыр. 25Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ. 26Мәйеттәрегеҙ һауалағы ҡоштарға һәм ҡырағай хайуандарға емтек булыр, уларҙы ҡыуып ебәреүсе лә ҡалмаҫ. 27Раббы һеҙгә дауалап булмаҫлыҡ Мысыр шеше, ҡорсаңғы һәм ҡутыр ебәрер. 28Ул һеҙҙе аҡылдан яҙҙырыр, һуҡырайтыр, йөрәгегеҙҙең хәлен алыр. 29Һуҡыр кеше кеүек көпә-көндөҙ һәрмәнеп йөрөрһөгөҙ. Бер эшегеҙ ҙә уң булмаҫ. Һеҙҙе һәр саҡ ҡыҫырыҡларҙар, рәнйетерҙәр, әммә яҡлаусы булмаҫ. 30Ҡыҙ йәрәшерһең, әммә уның менән башҡа берәү йоҡлар. Өй һалырһың, әммә унда йәшәй алмаҫһың. Йөҙөм баҡсаһы ултыртырһың, тик емешен ауыҙ итә алмаҫһың. 31Күҙ алдыңда үгеҙеңде һуйырҙар – итен ашай алмаҫһың; ишәгеңде күҙ алдыңда алып китерҙәр, кире бирмәҫтәр; һарыҡтарың дошмандарға булыр – бер кем дә һине яҡламаҫ. 32Улдарығыҙҙы һәм ҡыҙҙарығыҙҙы күҙ алдығыҙҙа башҡа халыҡтар араһына ҡыуырҙар. Уларҙы көтөп, күҙҙәрегеҙ талыр, әммә ярҙам итергә хәлегеҙ булмаҫ. 33Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ. 34Күҙҙәрегеҙ күргәнгә ҡотоғоҙ осоп, аҡылдан шашырһығыҙ. 35Ботоғоҙҙо, тубығығыҙҙы сиҡан баҫыр. Унан дауалана алмаҫһығыҙ: ул башығыҙҙан алып табанығыҙға тиклем ҡаплап алыр. 36Раббы һеҙҙе һәм үҙегеҙ һайлап ҡуйған батшағыҙҙы һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ҡәүем араһына ҡыуыр. Унда таштан һәм ағастан эшләнгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ. 37Раббы һеҙҙе араларына һөргән бар халыҡтар өсөн имәнес, ғибрәтле бер миҫал, әҙәм көлкөһө булырһығыҙ. 38Баҫыуығыҙға орлоҡто күп итеп сәсерһегеҙ, әммә уңышты бик аҙ йыйып алырһығыҙ, сөнки уны саранча ашап бөтөр. 39Йөҙөм баҡсаһы үҫтерерһегеҙ, тәрбиәләрһегеҙ, әммә шарап эсә алмаҫһығыҙ, сөнки уларҙы ҡорт ашап бөтөр. 40Ерегеҙҙең һәр урынында зәйтүн ағастары үҫер, тик майын һөртә алмаҫһығыҙ, сөнки емештәре ҡойолоп бөтөр. 41Улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ тыуыр, тик улар янығыҙҙа ҡалмаҫ, әсирлеккә китер. 42Бөтә ағастарығыҙҙы, тупрағығыҙҙың уңышын сиңерткәләр ашап бөтөр. 43Арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр һеҙҙән торған һайын өҫтөнөрәк була барыр, ә һеҙ түбәнәйгәндән түбәнәйерһегеҙ. 44Улар һеҙгә бурысҡа биреп торор, ә һеҙ бирә алмаҫһығыҙ. Улар баш, ә һеҙ ҡойроҡ булырһығыҙ. 45Аллағыҙ Раббыны тыңламаған, Уның бойороҡтарын үтәмәгән, ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн бөтә был ләғнәттәр башығыҙға яуыр, һеҙ ҡырылып бөткәнсе эҙәрләр һәм ҡыуып етер. 46Был ҡарғыштар һеҙгә һәм тоҡомдарығыҙға мәңгелек бер билдә, ҡара тамға булып ҡалыр. 47Муллыҡ заманында Аллағыҙ Раббыға шат күңелдән һәм ихлас йөрәктән хеҙмәт итмәгән өсөн 48Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ. 49– 50Раббы алыҫтан, донъяның икенсе осонан, бер ҡәүем ебәрер. Һеҙ телен аңламаған, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, кеселәрҙе йәлләй белмәгән аяуһыҙ ул халыҡ ҡанаттарын йәйгән бөркөт һымаҡ өҫтөгөҙгә килеп ябырылыр. 51Һеҙҙе бөлдөрөп юҡ иткәнгә тиклем малығыҙҙы, ерегеҙҙең уңышын ашап бөтөр. Һеҙгә икмәк тә, шарап та, зәйтүн майы ла, һыйырҙарығыҙҙың быҙауҙарын, һарыҡтарығыҙҙың бәрәстәрен дә бирмәҫ. 52Һеҙҙе йәшәгән урынығыҙҙа ҡамауға алыр, һеҙ ышанған бейек һәм ныҡлы диуарҙарығыҙҙы емерер, Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән ерҙәге бөтә ҡалаларығыҙҙа һеҙҙе ҡыҫырыҡлар. 53Дошман ҡамауында мохтажлыҡтың һуңғы сигенә төшкәс, ҡарынығыҙҙың емешен – Аллағыҙ Раббы биргән улдарығыҙҙы һәм ҡыҙҙарығыҙҙы ашарһығыҙ. 54Арағыҙҙағы иң йомшаҡ күңелле, иғтибарлы һаналған ир ҙә үҙ туғанына, яратҡан ҡатынына һәм әле иҫән ҡалған балаларына аяуһыҙ күҙҙәре менән ҡарар. 55Үҙе ашаған баланың итенән уларға өлөш сығармаҫ, сөнки дошман ҡамауында ҡалған ҡалаларығыҙҙа, мохтажлыҡтың һуңғы сигенә еткәс, ашарлыҡ бер нәмә лә ҡалмаҫ. 56– 57Арағыҙҙа иң йомшаҡ, иң яғымлы, наҙлылығы арҡаһында аяҡ табанын ергә тейҙермәгән ҡатын үҙенең һөйөклө иренә, ул-ҡыҙына аяуһыҙ күҙ менән бағыр һәм бала ятҡылығы менән яңы тыуған сабыйын уларҙан йәшереп кенә ашар, сөнки дошман ҡамауында ҡалған ҡалаларығыҙҙа, мохтажлыҡтың сигенә еткәс, бер ҡабыр ризыҡ та ҡалмаҫ. 58Әгәр ошо китапта яҙылған был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә теүәл үтәмәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббының шөһрәтле һәм дәһшәтле исеменән ҡурҡмаһағыҙ, 59Раббы үҙегеҙҙе һәм тоҡомдарығыҙҙы хайран ҡалдырырлыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхетһеҙлектәр, яман һәм оҙайлы ауырыуҙар менән язалар. 60Мысырҙың һеҙҙе ҡурҡытҡан барлыҡ зәхмәттәрен башығыҙға ебәрер һәм улар һеҙгә йәбешеп ҡалыр. 61Һеҙ ҡырылышып бөткәнгә тиклем Раббы хатта был ҡанун китабында яҙылмаған ауырыуҙарҙы һәм бәхетһеҙлектәрҙе лә ебәрер. 62Ҡасандыр күктәге йондоҙҙар кеүек күп булһағыҙ, бик аҙ ғына ҡалырһығыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалманығыҙ. 63Ул һеҙгә яҡшылыҡ ҡылып, һеҙҙе күбәйтеп, нисек һөйөнгән булһа, һеҙҙе һәләк итеп, ҡырып бөтөргәндә лә шулай шатланыр. Һеҙ әле биләр өсөн китеп барған ерегеҙҙән сығарып бырғалырһығыҙ. 64Раббы һеҙҙе донъяның бер осонан икенсе осона, төрлө халыҡтар араһына таратыр. Унда үҙегеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа танымаған, ағастан һәм таштан яһалған башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ. 65Был халыҡтар араһында йәнегеҙ – тыныслыҡ, аяғығыҙ тынғылыҡ тапмаҫ. Раббы һеҙгә тертләп торған йөрәк, тилмереп ҡараған күҙҙәр һәм һыҙланған күңел бирер. 66Тормошоғоҙ ҡурҡыныс аҫтында булыр, көнөн дә, төнөн дә ҡалтыранып торорһоғоҙ, киләсәккә ышанысығыҙ бөтөр. 67Йөрәгегеҙҙе биләп алған ҡурҡыуҙан һәм күҙҙәрегеҙ күргәндән һеҙ иртән: «Тиҙерәк кис етһә ине!» тип, ә кискеһен: «Йәһәтерәк таң атһа ине!» тип әйтерһегеҙ. 68Мин һеҙгә башҡа бер ваҡытта ла күрмәйәсәкһегеҙ тигән юлдан Раббы һеҙҙе кәмәләрҙә Мысырға кире алып китер. Унда дошмандарығыҙға ҡол итеп һатылырға тырышырһығыҙ, тик алыусы табылмаҫ.
Copyright information for
BakIBT2023