‏ Deuteronomy 29

Килешеү хаҡында өгөт-нәсихәт

1Раббының Исраил халҡы менән Хорев тауында төҙөгән килешеүенә өҫтәлмә булараҡ, Раббы Мусаға Моав ерендә лә килешеү төҙөргә бойорҙо. Был килешеүҙең һүҙҙәре ошо.

2Муса Исраил халҡын бергә йыйҙы ла уларға былай тине:

– Раббының Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа фирғәүенгә, уның бөтә ҡолдарына һәм бөтә иленә нимәләр ҡылғанын күрҙегеҙ.
3Бөйөк һәм ауыр һынауҙарҙы, ғәжәйеп хикмәттәрҙе һәм мөғжизәләрҙе үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙ. 4Әммә бөгөнгө көнгә тиклем Раббы һеҙгә аңлар өсөн аҡыл, күрер өсөн күҙ, ишетер өсөн ҡолаҡ бирмәгәйне.

5«Һеҙҙе ҡырҡ йыл буйы сүллектә йөрөттөм, өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙ иҫкермәне, аяҡ кейемегеҙ туҙманы, – ти Раббы. – 6Икмәк ашаманығыҙ, шарап та, хәмер ҙә эсмәнегеҙ. Быларҙың барыһын да Минең Аллағыҙ Раббы икәнемде аңлауығыҙ өсөн эшләнем».

7Был урынға килгәс, беҙгә ҡаршы һуғышыр өсөн Хешбон батшаһы Сихон менән Башан батшаһы Ғоғ сыҡты. Беҙ уларҙы ҡыйраттыҡ. 8Уларҙың ерен алдыҡ та, биләмә итеп, Рәүвән менән Ғад ырыуына һәм Менашше ырыуының яртыһына бирҙек. 9Эшләгән һәр эшегеҙҙә уңыш ҡаҙаныр өсөн был килешеүҙең һәр һүҙен теүәл үтәгеҙ.

10 11Бөгөн барсағыҙ ҙа: ырыу башлыҡтары, аҡһаҡалдар, етәкселәр, Исраилдың бөтә ирҙәре, балаларығыҙ, ҡатындарығыҙ, арағыҙҙа йәшәгән һәм утынығыҙҙы ҡырҡҡан, һыуығыҙҙы ташыған килмешәктәр – Аллағыҙ Раббы алдында тораһығыҙ. 12Аллағыҙ Раббының бөгөн һеҙҙең менән төҙөйәсәк антлы килешеүен ҡабул итер өсөн тораһығыҙ һеҙ. 13Һеҙгә әйткәнсә һәм ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа вәғәҙә иткәнсә, Аллағыҙ Раббы бөгөн һеҙҙе Үҙенең халҡы, ә Үҙен һеҙҙең Аллағыҙ итеп белдерә. 14 15Был антлашып төҙөлгән килешеүҙе Ул бер һеҙҙең менән, Аллабыҙ Раббы хозурында торғандар менән генә түгел, ә киләсәк быуындар менән дә беркетә.

16Мысырҙа нисек йәшәгәнебеҙҙе, төрлө ҡәүемдәр араһынан бында нисек килгәнебеҙҙе беләһегеҙ. 17Уларҙың әшәке нәмәләрен – ағастан, таштан, алтындан, көмөштән яһалған боттарын күрҙегеҙ. 18Бөгөн арағыҙҙа был ҡәүемдәрҙең илаһтарына табыныр өсөн Аллабыҙ Раббынан ситләшкән ир ҙә, ҡатын да, нәҫел дә, ырыу ҙа булмаһын, арағыҙҙа ағыу һәм әрем үҫтереүсе тамыр булмаһын.

19Был килешеү һүҙҙәрен ишетеп берәйһе күңеленән маһайып: «Үҙемдең тиҫкәрелегемә таянып йәшәһәм дә, иҫән-аман булырмын», – тимәһен. Юғиһә был һуғарыулы ерҙе лә, ҡоро тупраҡты ла һәләкәткә килтерер. 20Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер. 21Был ҡанун китабында яҙылған килешеүҙәге ҡарғыштарға ярашлы рәүештә Раббы уны һәләк итер өсөн Исраилдың бөтә ырыуҙарынан айырып алыр.

22Киләсәк быуын, һеҙҙән һуң тыуған балалар һәм алыҫ илдәрҙән килгән килмешәктәр был илгә ябырылған бәләләрҙе һәм Раббы күндергән ауырыуҙарҙы күрер: 23бөтә ер яна, көкөрт һәм тоҙ менән үртәлә, иген игелмәй, тупраҡ һөрөлмәй ҙә, сәселмәй ҙә, хатта үлән дә үҫмәй. Ил Раббының асыуы менән юҡ ителгән Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим ҡалалары кеүек булған. 24Бар ҡәүемдәр: «Раббы ни өсөн был илгә шулай эшләне? – тип һорар. – Был дәһшәтле асыуҙың сәбәбе ниҙә?»

25Яуап шулай булыр: «Ата-бабаларының Аллаһы Раббы уларҙы Мысырҙан сығарғанда үҙ-ара төҙөшкән килешеүҙе тотманылар. 26Үҙҙәре белмәгән, Раббы тәҡдим итмәгән башҡа илаһтарға эйәреп, уларға хеҙмәт итә һәм табына башланылар. 27Шуның өсөн был илгә Раббының асыуы ялҡынланды һәм уны был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштарға дусар итте. 28Раббы көслө ярһыу, тыйғыһыҙ нәфрәт менән уларҙы илдәренән ҡыуып сығарып ебәрҙе һәм бөгөнгөләй башҡа ерҙәргә һөрҙө».

29Йәшерен булғаны – Аллабыҙ Раббыныҡы, ә асылғаны, беҙ был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен үтәһен өсөн, ғүмерлеккә беҙҙеке һәм беҙҙең балаларҙыҡы.

Copyright information for BakIBT2023