‏ Deuteronomy 31

Йушағ – Мусаның эшен дауам итеүсе

1Муса бөтә Исраил халҡына ошо һүҙҙәрҙе еткергәндән һуң, былай тип дауам итте:

2– Миңә инде йөҙ егерме йәш. Бынан ары һеҙгә етәкселек итә алмайым. Раббы ла миңә: «Һин Иордан йылғаһын аша сыҡмаясаҡһың», – тине. 3Аллағыҙ Раббы алдығыҙҙан Үҙе барыр һәм был ҡәүемдәрҙең барыһын да алдығыҙҙан ҡырып бөтөрөр. Һеҙ уларҙың ерҙәрен биләп алырһығыҙ. Раббының һүҙе буйынса, йылға аша һеҙҙе Йушағ алыр сығыр. 4Раббы әмөриҙәрҙең батшалары Сихон менән Ғоғты һәм уларҙың ерҙәрен нисек юҡ иткән булһа, был ҡәүемдәр менән дә шулай эшләр. 5Раббы уларҙы һеҙгә тапшырыр һәм һеҙ улар менән һеҙгә биргән бойороҡтарым буйынса мөғәмәлә итерһегеҙ. 6Ныҡ һәм ғәйрәтле булығыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушап ҡалмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең менән бара – Ул һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫ, ташлап китмәҫ.

7Муса Йушағты саҡырып алды ла бөтә Исраилдың күҙ алдында:

– Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин халыҡты Раббы уларҙың ата-бабаларына нәҙер иткән ергә алып бараһың, – тине. – Ул ерҙе һин халыҡҡа өлөшләп бүлеп бирерһең.
8Раббы Үҙе алдыңдан барыр, һинең менән бергә булыр, яңғыҙ ҡалдырмаҫ һәм ташлап китмәҫ. Ҡурҡма һәм ҡаушама.

Ете йыл һайын ҡанун уҡылырға тейеш

9Муса, был ҡанунды яҙып, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөтөүсе Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм Исраил аҡһаҡалдарына бирҙе. 10Шунан уларға былай тип бойорҙо:

– Һәр ете йыл һайын, бурыстарҙы ғәфү итеү йылында, Ҡыуыш байрамында,
11бөтә исраилдар Аллағыҙ Раббы алдына баҫыр өсөн Раббы Үҙе һайлаған ергә йыйылғас, ошо ҡанунды ҡысҡырып уҡығыҙ. 12Һәммә халыҡты – ирҙәрҙе, ҡатындарҙы, балаларҙы һәм арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙе – йыйығыҙ. Һәр кем тыңлаһын һәм өйрәнһен, Аллағыҙ Раббынан ҡурҡһын һәм ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә теүәл үтәһен. 13Әле уны белмәгән балаларығыҙ ҙа тыңлаһын, һеҙ әле биләргә барған Иордан аръяғындағы ерҙә йәшәгәндә һәр саҡ Аллағыҙ Раббынан ҡурҡырға өйрәнһен.

Раббының Мусаға һуңғы бойороғо

14Раббы Мусаға:

– Үлер көндәрең яҡынлаша, – тине. – Йушағты саҡыр ҙа Осрашыу сатырында Минең алдыма баҫығыҙ. Мин уға күрһәтмәләремде бирермен.

Муса менән Йушағ Осрашыу сатырына килде.
15Раббы сатырҙа болот бағанаһы эсендә пәйҙә булды. Бына болот бағанаһы сатыр ауыҙында туҡтап ҡалды.

16Раббы Мусаға былай тине:

– Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ, Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса, барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор.
17Шул саҡ уларға асыуым ялҡынланыр һәм Мин, уларҙы ташлап, йөҙ сөйөрөрмөн. Улар башҡаларға ем булыр, баштарына һанһыҙ михнәт-ҡайғылар ябырылыр һәм яза көнөндә: «Был бәләләр башыбыҙға Аллабыҙ беҙҙең менән булмаған өсөн төштө», – тип әйтерҙәр. 18Башҡа илаһтарға эйәреп эшләгән яуызлыҡтары өсөн Мин ул көндө уларҙан ваз кисермен.

19Ә хәҙер үҙегеҙгә был йырҙың һүҙҙәрен яҙып алығыҙ һәм исраилдарға өйрәтегеҙ: әйҙә уны ҡабатлаһындар. Был йыр уларға ҡаршы Минең шаһитым булһын. 20Сөнки уларҙы, ата-бабаларына ант менән вәғәҙә иткәнсә, һөт һәм бал ағып ятҡан яҡшы ергә алып килгәс, улар ашап-туйып һимерер ҙә, башҡа илаһтарға эйәреп, уларға хеҙмәт итә башлар, Мине инҡар итеп, килешеүемде боҙор. 21Баштарына һанһыҙ михнәттәр, хәсрәттәр килгәндә, был йыр уларға ҡаршы шаһит булыр, сөнки балалары был йырҙы теленән төшөрмәҫ. Бирергә ант иткән ергә алып ингәнгә тиклем үк, Мин уларҙың нимә ниәтләгәнен беләм.

22Шул көндө үк Муса был йырҙы яҙып алды һәм Исраил халҡына өйрәтте.

23Раббы Нун улы Йушағҡа былай тип бойорҙо:

– Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин Исраил халҡын Мин уларға бирергә ант иткән ергә алып керәһең. Мин һинең менән бергә буласаҡмын.

24Муса был ҡанундың һүҙҙәрен аҙағына тиклем китапҡа яҙып ҡуйҙы ла 25Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөүсе левиҙәргә былай тине:

26– Был ҡанун китабын алығыҙ ҙа уны Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығы янына һалығыҙ. Ул унда һеҙгә ҡаршы шаһит булып ятыр. 27Сөнки мин һеҙҙең ниндәй тиҫкәре һәм фетнәсел булыуығыҙҙы беләм. Әле мин иҫән, арағыҙҙа саҡта Раббыға буйһонмайһығыҙ, ә мин үлгәндән һуң нимә булыр? 28Яныма ырыуҙарығыҙҙың аҡһаҡалдарын һәм етәкселәрен саҡырығыҙ. Был һүҙҙәрҙе уларға телдән әйтермен, шаһит итеп, ер менән күкте саҡырырмын. 29Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән, һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.

Мусаның йыры

30Муса, йыйылған бөтә Исраил халҡы ишетерлек итеп, был йырҙы баштан алып аҙағына тиклем әйтеп бирҙе.

Copyright information for BakIBT2023