‏ Deuteronomy 32

1«Мин һөйләйем, ҡолаҡ һал, күк;
Ер йөҙө, ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе ишет!
2Нәсихәтем ямғыр һымаҡ яуһын,
Ысыҡ кеүек төшһөн телмәрем;
Йәшеллеккә яуған ләйсән булһын,
Ҡойма ямғыр – үләндәргә ҡойған.
3Раббының исемен иғлан итәм –
Аллабыҙҙың бөйөклөгөн данлағыҙ!

4Ул – Ҡая! Эштәре камил,
Уның бөтә юлдары ла ғәҙел.
Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған.
Ул хаҡ һәм ғәҙел.

5Тик был кире, аҙғын быуын
Уға тоғролоғон һаҡламаны.
Уға бала булманылар,
Шуға хурлыҡҡа ҡалдылар.
6Раббыға яуабығыҙ шулаймы,
Эй аҡылһыҙ, мәғәнәһеҙ халыҡ?
Һеҙҙе яратҡан Атайың түгелме Ул?
Һине бар ҡылған, нығытҡан Ул түгелме?
7Боронғо мәлдәрҙе хәтергә ал,
Әүәлге быуындар тураһында уйла.
Атайыңдан һора, ул аңлатһын,
Ҡарттарҙан ҡыҙыҡһын, һөйләһендәр.

8Юғарыларҙан Юғары, ҡәүемдәргә ер өләшеп,
Әҙәм балаларын айырғанда,
Исраил улдарының
Исраил улдары – традицион йәһүд тексында – «Исраил улдары», боронғо грек телендәге тәржемәлә һәм Үле диңгеҙ буйында табылған ҡайһы бер яҙмаларҙа – «Алланың фәрештәләре», «Алла улдары».
һанына күрә
Халыҡтарҙың сиген билдәләне.

9Сөнки Раббының өлөшө – Үҙ халҡы,
Яҡуп нәҫеле – Уның биләмәһе.

10Был халыҡты Ул сүллектә тапты,
Буп-буш, ҡырағай далала.
Ҡурсаланы, баҡты, ҡараны,
Күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡланы.
11Ояһын һаҡлап кәйелгән,
Ҡошсоҡтарын ҡурсып ҡанат йәйгән,
Ҡаурыйҙарында йөрөткән бөркөт һымаҡ
12Раббы Яҡупты бер Үҙе алып барҙы,
Янында башҡа алла булманы.
13Таулы илде яуларға килтерҙе,
Баҫыуының емешенә туйындырҙы,
Уны ҡаянан аҡҡан бал менән,
Саҡматаштан һығылған зәйтүн менән һыйланы.
14Һыйыр майы, кәзә һөтө менән,
Бәрәстәрҙең, тәкәләрҙең,
Башан малдарының эс майы,
Туҡ башаҡлы бойҙай менән туйындырҙы,
Йөҙөм ҡаны – шарап эсерҙе.

15Әммә Йешурун
Йешурун – йәһүд телендә «намыҫлы» тигән мәғәнәлә; бында Исраилдың шиғри ҡушаматы булараҡ ҡулланыла.
һимерҙе, буйһонмай башланы,
Таҙарҙы, йыуанайҙы, май бөрҙө.
Үҙен яратҡан Алланы ташланы.
Ҡотҡарыусы таянысынан ваз кисте.
16Сит илаһтары менән Алланы көнләштерҙе,
Ерәнгес ғәмәлдәре менән ярһытты.
17Аллаға түгел, ендәргә,
Үҙҙәре белмәгән илаһтарға,
Ата-бабалары ҡурҡмаған,
Һуңғы мәлдә ситтән килеп ингән
Яңы илаһтарға ҡорбан салды.
18Һиңә йәшәү биргән Ҡаяңды оноттоң,
Үҙеңде донъяға килтергән Алланы хәтереңдән сығарҙың.

19Быны күреп, Раббы асыуланды,
Улдары һәм ҡыҙҙарынан Ул ваз кисте.
20„Уларҙан Мин йөҙ йәшерәм, – тине. –
Һәм күрермен: нисек булыр ахырҙары.
Сөнки улар аҙғын быуын,
Тоғролоҡто белмәгән балалар.
21Ялған илаһтары менән
Көнсөллөгөмә тейәләр.
Мәғәнәһеҙ боттарға табынып,
Мине асыуландыралар.
Халыҡ булмаған бер ҡәүем менән
Мин дә уларҙы көнләштерермен,
Берәй алйот ҡәүем менән йәндәренә тейермен.
22Сөнки асыуымдан ут тоҡанды,
Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренәсә яныр.
Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер,
Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр.
23Уларға бәләләр ебәрермен,
Өҫтәренә уҡтарымды яуҙырырмын.
24Аслыҡтан яфа сигерҙәр,
Ҡот осҡос сирҙән, үләттән ҡырылырҙар,
Мин яуыз йыртҡыстар,
Ағыулы йыландар күндерермен.
25Урамда уларҙы ҡылыс ялмар,
Өйҙә дәһшәт алҡымынан алыр:
Егеттәр менән ҡыҙҙар ҙа,
Сабыйҙар менән ҡарттар ҙа үлер.
26Әйтер инем: ‘Сәсеп ебәрәм дә,
Кешеләрҙең хәтеренән юйылһындар’.
27Тик дошман үсәмәһен тип кисектерҙем:
‘Быларҙы эшләгән Раббы түгел,
Был ҡазаның сәбәпсеһе – беҙ’, – тип
Маһайып йөрөмәһендәр.

28Сөнки улар аңһыҙ милләт,
Уларҙа фекер йөрөтөү ҡеүәһе юҡ.
29Әгәр аҡылдары булһа, уйлар,
Үҙҙәренә ни булырын аңлар ине!“

30Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа,
Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа,
Нисек берәү мең кешене ҡыуыр,
Икәү ун меңде баҫтырыр ине?
31Уларҙың ҡаяһы беҙҙең Ҡая һымаҡ түгел.
Улар быны үҙҙәре лә белә.
32Уларҙың йөҙөмө Содом ағасында,
Ғамора баҡсаларында үҫкән.
Уларҙың емештәре ағыулы, тәлгәштәре әсе.
33Шараптары – зәһәр ыу –
Ҡара йыландың ағыуы.

34„Хазиналарымда мөһөр баҫып,
Бына нимәләрҙе һаҡлап тотам!
35Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен.
Ваҡыт еткәс, улар һөрөнөп йығылыр,
Сөнки уларҙың һәләкәт көнө яҡын,
Тәҡдирҙәре уларға ҡаршы ашыға“.

36Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен,
Әсирҙән дә, азаттан да һис кем ҡалмағанын күргәс,
Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.

37Шунда: „Ҡайҙа илаһығыҙ, – тиер. –
Өмөтләнгән таяныстарығыҙ?
38Ҡорбандарығыҙҙың майын ейгән,
Түкмә ҡорбандарығыҙҙы эскән
Илаһтарығыҙ ҡайҙа һуң?
Тороп ярҙамға килһендәр,
Һеҙҙең ышығығыҙ булһындар.
39Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен!
Минән башҡа Алла юҡ.
Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин,
Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин.
Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай.
40Ҡулымды күккә күтәреп,
Мәңге йәшәүем менән ант итәм:
41Ялтлап торған ҡылысымды үткерләгәс,
Ҡулым хөкөм ҡылыр өсөн күтәрелгәс,
Дошмандарымдан Мин үс алырмын,
Миңә нәфрәт тотҡандарҙы ҡырырмын.
42Уҡтарымды ҡандан иҫертермен,
Ҡылысым ит, ҡырылғандар, әсир ителгәндәр ҡанын,
Дошман түрәләренең баштарын ашар“.

43Эй ҡәүемдәр! Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ,
Сөнки ҡолдарының ҡаны өсөн
Дошмандарынан үс алыр,
Үҙенең ерен һәм халҡын паклар».

44Муса, Нун улы Йушағ менән бергә килеп, был йырҙың һүҙҙәрен халыҡҡа уҡыны. 45Был һүҙҙәрҙе бөтә Исраилға әйтеп биргәс, Муса 46былай тип өҫтәне:

– Мин һеҙгә бөгөн иғлан иткән был һүҙҙәрҙе йөрәгегеҙгә бикләгеҙ. Был ҡанундың бөтә һүҙҙәренә диҡҡәт итһендәр һәм теүәл үтәһендәр өсөн, балаларығыҙға бойороғоҙ.
47Былар һеҙҙең өсөн буш һүҙ түгел, уларҙа – һеҙҙең тормошоғоҙ. Улар арҡаһында Иордан йылғаһын аша сығып биләйәсәк ерҙәрегеҙҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ.

Мусаның үлеме тураһында Раббының алдан әйтеп ҡуйыуы

48Раббы шул көндө Мусаға былай тине:

49– Ошо Ғаварим таулығына, Йерихо ҡаршыһында Моав ерендәге Нево тауына мен. Мин Исраил халҡына биләмә итеп бирәсәк Ҡәнғән ерҙәренә күҙ һал. 50Ағайың Һарун, Һор тауында вафат булып, ата-бабалары янына күскән кеүек, һин дә менгән тауыңда үлеп, ата-бабаларыңа ҡушылырһың. 51Сөнки икегеҙ ҙә Цин сүлендә, Мерива-Ҡадеш һыуҙарында, исраилдар алдында мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ һәм Миңә тоғро булманығыҙ. 52Шуға күрә Мин Исраил халҡына бирәсәк ерҙе алыҫтан күрерһең, әммә унда инмәйәсәкһең.

Copyright information for BakIBT2023