‏ Deuteronomy 34

Мусаның вафаты

1Муса Моав тигеҙлегенән Нево тауына, Йерихо ҡаршыһындағы Писга түбәһенә күтәрелде. Раббы уға бөтә ерҙәрҙе күрһәтте: Данға тиклем һуҙылған Ғилғәдте, 2 3Нафтали ерен, Әфраим менән Менашшеның ерҙәрен, Йәһүҙәнең көнбайыш диңгеҙгә тиклем һуҙылған бөтә биләмәләрен, Негевты, хөрмәләр ҡалаһы Йерихонан Соғарға тиклем һуҙылған тигеҙлекте күрһәтте. 4Шунан Раббы Мусаға:

– Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «һинең тоҡомоңа бирәсәкмен», тип ант итеп әйткән ер ошо. Уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкинлек бирҙем, ләкин унда инмәйәсәкһең, – тине.

5Раббының һүҙе буйынса, Раббы ҡоло Муса шунда, Моав ерендә, вафат булды. 6Раббы уны Моав ерендәге Бейт-Пеғор ҡалаһы эргәһендәге үҙәндә ерләне. Бөгөнгө көнгә тиклем бер кем дә уның ҡәберенең ҡайҙа икәнен белмәй. 7Вафат булғанда Мусаға йөҙ егерме йәш ине, әммә уның күҙҙәренең нуры ҡайтманы, тәненең көсө кәмемәне. 8Исраил халҡы Моав тигеҙлегендә Муса өсөн утыҙ көн йәш түкте.

Бына Муса өсөн матәм көндәре лә үтеп китте.

9Муса фатиха биреп, ҡулын Нун улы Йушағҡа ҡуйғанда, Йушағ төплө аҡыл менән һуғарылып, рухы нығынғайны. Исраил халҡы уға буйһондо һәм Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙы үтәй барҙы.

10Исраилда Муса кеүек, Раббы йөҙгә-йөҙ танып-белгән пәйғәмбәр башҡаса булманы. 11Раббы уны Мысыр иленең батшаһы фирғәүенгә, уның ҡолдарына, иленә хикмәттәр һәм мөғжизәләр эшләргә ебәргәйне. 12Башҡа бер пәйғәмбәр ҙә, бер ҡасан да Исраил халҡының күҙ алдында Муса кеүек шундай бөйөк һәм дәһшәтле ғәмәлдәр ҡылманы.

Copyright information for BakIBT2023