Ecclesiastes 10
1Үле себен төшөп, хуш еҫле майҙы боҙған һәм һаҫытҡан кеүек, бәләкәй генә ахмаҡлыҡ та аҡыл менән абруйҙан ауырыраҡ тарта. 2Аҡыллының йөрәге – дөрөҫ юлдан, ахмаҡтыҡы хата юлдан йөрөтә. 3Ахмаҡ ниндәй генә юлдан йөрөмәһен, ахмаҡлығын күрһәтә, уның йөрөүендә мәғәнә юҡ. 4Түрәң һиңә асыуланһа ла, эшеңде ташлама. Күндәмлек ҙур хатаны ла ҡаплай. 5Ҡояш аҫтында йәнә бер яманлыҡ күрҙем – ул да булһа ил башлығының ғәҙелһеҙлеге: 6ахмаҡтар – юғарыла, байҙар иһә аҫта ултыра. 7Мин йәнә шуны күрҙем: ҡолдар атҡа атланып бара, хакимдар, ҡол һымаҡ, йәйәү бара ине. 8Соҡор ҡаҙған кешенең уға үҙе йығылып төшөүе, диуарҙы ҡутарғанды иһә йылан сағыуы ихтимал. 9Таш киҫеүсенең үҙенең шул таштан имгәнеүе, утын ярған кешенең утындан зыянлауы бар. 10Үтмәҫ балтаны үткерләмәһәң, эшләгәндә күберәк көс китер. Аҡылдың файҙаһы – уңыш. 11Әгәр йылан арбағанға тиклем саға икән, уны арбаусының ни кәрәге бар. 12Аҡыллының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙә – бәрәкәт. Ахмаҡ теле менән үҙен һәләкәткә этәрә. 13Ахмаҡ һүҙен ахмаҡлыҡтан башлай ҙа шыр тилелек менән тамамлап ҡуя. 14Ахмаҡ күп һөйләй, ләкин киләсәктә ни булырын бер кем белмәй; үҙенән һуң ни булырын уға кем әйтһен? 15Ахмаҡты эш тиҙ ялҡыта, ул хатта ҡалаға ҡайтыр юлын да онота. 16Эй ил халҡы, батшаң бала булып, түрәләрең иртә таңдан табын ҡора башлаһа, ҡайғы һиңә! 17Эй ил халҡы, батшаң затлы нәҫелдән булып, түрәләрең ризыҡты кәйеф-сафа өсөн түгел, хәл алыр өсөн үҙ ваҡытында ашай торған булһа, һин бәхетле! 18Хужаһы ялҡау булһа, өйөнөң түшәме ишелер, ҡул ҡаушырып ултырһа, түбәһенән һыу үтер. 19Кеше табынды күңел өсөн йыя, шарап кәйефте күтәрә, әммә бөтәһе өсөн дә көмөш кәрәк. 20Батша хаҡында эстән генә лә яман телләнмә, йоҡо бүлмәңдә байҙар тураһында насар һөйләмә, сөнки осар ҡош хәбәр алып барыр, ҡанатлы ҡош әйткәнеңде сәсеп йөрөр.
Copyright information for
BakIBT2023