‏ Ecclesiastes 3

1Һәр нәмәнең үҙ мәле, күк аҫтындағы һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты бар.

2Тыуыр ваҡыт һәм үлер ваҡыт,
Сәсер ваҡыт һәм йолҡоп алыр ваҡыт бар;
3Үлтерер ваҡыт һәм шифа бирер ваҡыт,
Емерер ваҡыт һәм төҙөр ваҡыт бар;
4Илар ваҡыт һәм көлөр ваҡыт,
Көйөр ваҡыт һәм бейер ваҡыт бар;
5Ташты ырғытыу ваҡыты һәм ташты йыйыр ваҡыт,
Ҡосаҡлар ваҡыт һәм ҡосаҡтан ҡасыр ваҡыт бар;
6Эҙләр ваҡыт һәм юғалтыр ваҡыт,
Һаҡлар ваҡыт һәм ташлар ваҡыт бар;
7Йыртыр ваҡыт һәм тегер ваҡыт,
Өндәшмәү ваҡыты һәм һөйләшеү ваҡыты бар;
8Һөйөр ваҡыт һәм нәфрәтләнер ваҡыт,
Һуғыштың ваҡыты һәм тыныслыҡтың ваҡыты бар.

9Эшләүсегә ауыр хеҙмәтенән ни файҙа? 10Алла кешеләргә ыҙа сикһен тип биргән эште күрҙем мин. 11Алла һәр нәмәне үҙ ваҡытында күркәм итеп яратҡан. Шулай уҡ Ул кешеләр йөрәгенә мәңгелек тойғоһон һалды, ләкин әҙәми зат Алла эштәрен барыбер башынан алып аҙағынаса аңлап бөтөрә алмай. 12Мин шуны белдем: кешеләргә күңел асып, игелек ҡылып ғүмер үткәреүҙән дә яҡшыраҡ нәмә юҡ икән. 13Кеше ашап-эсеүҙән һәм үҙенең һәр ғәмәленән бәхет таба икән, был – Алланың бүләге. 14Алланың һәр эше мәңгелек икәнен аңланым: уға бер нәмә өҫтәп тә, алып ташлап та булмай – Алла кешеләр Үҙенән ҡурҡһын өсөн шулай эшләгән. 15Әле нимә бар, шул элек тә булған, киләсәктә буласаҡ – әүәл булған; Алла үткәнде тағы ҡайтара.

16Йәнә мин ҡояш аҫтында шуны күрҙем: хаҡлыҡ тейеш булған урында – хаҡһыҙлыҡ, ғәҙеллек булыр урында – ғәҙелһеҙлек икән. 17Мин үҙемә күңелемдән: «Алла ғәҙел кешене лә, яуызды ла Үҙе хөкөм итә, сөнки һәр нәмәнең һәм һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты бар», – тинем. 18Үҙемә күңелемдән: «Әҙәм балаларына килгәндә, Алла уларҙы үҙҙәренең асылда хайуан икәнлектәрен күрһендәр өсөн һынай», – тинем. 19Сөнки әҙәм балаларының да, хайуандарҙың да тәҡдире бер: тегеләре лә, былары ла үлемгә дусар, тегеләренең дә, быларының да һулышы бер, әҙәм балаһының хайуандан бер ниндәй ҙә өҫтөнлөгө юҡ, сөнки былар бөтәһе лә – фани. 20Барыһы ла бер урынға китә: тупраҡтан яралғандар тупраҡҡа ҡайта. 21Кем белә, кеше йәне күккә ашамы ла хайуан йәне түбәнгә, ер аҫтына, төшәме? 22Шунда мин аңланым: кеше өсөн үҙ эштәренән йәм табыуҙан да яҡшыраҡ нәмә юҡ икән, сөнки был уның тәҡдире. Ә үҙенән һуң ни булырын уға кем ҡабат алып килеп күрһәтер?

Copyright information for BakIBT2023