‏ Ecclesiastes 4

1Әйләнә-тирәмә ҡарап, мин ҡояш аҫтында эшләнә торған һәр төрлө йәбер-золомдо күрҙем. Ана иҙелгәндәрҙең күҙҙәре йәшле, ләкин уларҙы йыуатыр кеше юҡ. Уларҙы иҙеүселәрҙең ҡулында көс бар, ә иҙелгәндәрҙе йыуатыусы юҡ. 2Шунда мин инде мәрхүм булғандарҙы ҡотлап, улар әлегә тере булғандарҙан бәхетлерәк, тинем. 3Ә бөтөнләй тыумаған, ҡояш аҫтында ҡылынған боҙоҡлоҡто күрмәгәндәр иһә быларҙың икеһенән дә бәхетлерәк.

4Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу. 5Ахмаҡ ҡул ҡаушырып ултырып, үҙен үҙе харап итер. 6Ауыр хеҙмәт менән, ел артынан ҡыуып тапҡан ике усламдан, күңел тыныслығы менән тапҡан бер ус ниғмәт хәйерлерәк түгелме?

7Йәнә мин ҡояш аҫтында тағы бер буш мәшәҡәтте күрҙем. 8Бына бер кеше – яңғыҙ, балаһы ла, ағай-энеһе лә юҡ. Көнө-төнө эшләй, ләкин күҙе һаман байлыҡҡа туймай. Ул: «Кем өсөн эшләйем һуң мин, ниңә үҙемде тормош ләззәтенән мәхрүм итәм?» – тип әйтә белмәй. Был да – буш мәшәҡәт, был да – яман эш.

9Яңғыҙ булғансы, икәү булыу яҡшыраҡ, икәү бергә эшләһәң, эшең ырай. 10Береһе йығылһа, икенсеһе уны торғоҙа. Ә яңғыҙ кеше йығылһа – ҡайғы уға – уны торғоҙоусы юҡ. 11Икәү бергә ятһа, бер-береһен йылыта, ә яңғыҙ ятҡанды кем йылытһын? 12Кеше яңғыҙ булһа, уны еңеүе еңел, ә икәү ҡаршы торһа, улар бирешмәҫ. Өстән ишелгән бау анһат ҡына өҙөлмәй.

13Кәңәш тыңламаған аҡылһыҙ ҡарт батшанан ярлы, әммә аҡыллы егет яҡшыраҡ. 14Ул егет был батшалыҡта ярлы булып тыуһа ла, зиндандан сығып, тәхеткә ултырҙы. 15Мин күрҙем: ҡояш аҫтындағы һәр кеше батша тәхетенә ултырған был егет артынан китте. 16Ул эйәрткән халыҡтың иҫәбе-һаны юҡ, ләкин һуңыраҡ килгән быуындар уны данламаясаҡ. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.

17Алла йортона барғаныңда, аяғыңдың ҡайҙа баҫҡанын бел. Яманлыҡ ҡылғанын да аңламаған ахмаҡтар ише кәрәкмәгән ҡорбан килтергәнсе, Алланы тыңлау хәйерлерәк.

Copyright information for BakIBT2023