‏ Ecclesiastes 5

1Уйламай һөйләмә, йөрәгең дә Алла алдында һүҙ әйтергә ашыҡмаһын: Алла күктә, ә һин – ерҙә, шуға күрә һүҙең аҙ булһын. 2Хәстәре күптең төшө буталыусан, ахмаҡтың һүҙе кәрәгенән күп булыусан. 3Аллаға нәҙер әйткәнһең икән, вәғәҙәңде тиҙ үтә, сөнки Ул ахмаҡтарға илтифат итмәй. Вәғәҙә иткәнеңде үтә. 4Вәғәҙә биреп тә үтәмәгәнсе, вәғәҙә бирмәүең яҡшыраҡ. 5Ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәр гонаһҡа килтермәһен, Алла илсеһе алдында: «Был – яңылышлыҡ булды!» – тип әйтмә. Юҡһа Алла, әйткәнеңә асыуланып, ҡулыңдың эшен юҡҡа сығарыр. 6Күп төш күреүҙә, күп һүҙ һөйләгәндәге ише, файҙаһыҙ нәмәләр бар: Алланан ҡурҡ. 7Ниндәйҙер төбәктә ярлының ҡыҫырыҡланыуын, хаҡлыҡ һәм ғәҙеллектең юҡлығын күрһәң, быға ғәжәпләнмә; һәр бер түрәнең өҫтөнән унан юғарырағы, уларҙың өҫтөнән тағы ла юғарырағы бар.

8Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй. 9Көмөш яратҡан – көмөшкә, байлыҡ яратҡан байлыҡҡа туймаҫ. Был да – буш мәшәҡәт. 10Байлыҡ артҡан һайын уны ҡулланыусылар ҙа арта. Байлыҡ эйәһенә унан ни файҙа? Байлығына ҡарап ҡына ҡәнәғәтләнергә ҡала. 11Көн оҙоно эшләгәндең, аҙ ашағанмы ул, күп ашағанмы, йоҡоһо тыныс, ә бай байлығын хәстәрләп йоҡонан ҡала.

12Ҡояш аҫтында шундай бер яман фажиғә күрҙем мин: йыйылған байлыҡ хужаһына зыян килтерә. 13Эшендәге уңышһыҙлыҡ арҡаһында ул бар байлығын юғалта, тыуған улына бер нәмә лә ҡалдыра алмай. 14Кеше әсә ҡарынынан нисек сыҡһа, үлгәс тә был донъянан шулай китә. Нисек килгән, барыһын да ҡалдырып, шулай китә, көс түгеп ирешкән хеҙмәт емешенән уның ҡулында алып китерлек бер нәмәһе лә булмаясаҡ. 15Был бик яман фажиғә: кеше нисек килгән булһа, шулай китә. Елгә осҡан ауыр хеҙмәтенән уға ни файҙа? 16Ғүмер буйы ҡараңғынан тороп ризыҡланып, көндәрен ҡайғы-хәсрәт, ауырыу һәм асыу эсендә үткәрергә мәжбүр. 17Мин шуны аңланым: кеше өсөн Алла биргән ҡыҫҡа ғына ғүмере дауамында ашау-эсеү һәм был ҡояш аҫтындағы ауыр хеҙмәтенән йәм табып йәшәү яҡшы икән, сөнки был – уның тәҡдире.

18Әгәр ҙә Алла берәй кешегә байлыҡ һәм мөлкәт бирһә, һәм уларҙан файҙаланыу, үҙ өлөшөн алып, ауыр хеҙмәтенән ләззәт табыу мөмкинлеген бирһә, был – Алланың бүләге. 19Бындай кеше ғүмер көндәренең иҫәбе хаҡында бик уйланып бармай, сөнки Алла уның күңелен шатлыҡ-ҡыуаныс менән тултыра.

Copyright information for BakIBT2023