‏ Ecclesiastes 6

1Был ҡояш аҫтында бер яман фажиғәне күрҙем, ул әҙәм балаһын йөк һымаҡ баҫып тора. 2Алла кешегә байлыҡ, мөлкәт һәм дан-шөһрәт бирә. Ундай кеше теләгән бөтә нәмәһенә эйә була ала. Ләкин Алла былар менән файҙаланыу мөмкинлеген бирмәй – уның рәхәтен сит кеше күрә. Был да буш мәшәҡәт, һәм был – әсе ғазап. 3Берәүҙең йөҙ балалы булыуы, оҙон ғүмер кисереүе мөмкин, ләкин ул күпме генә йәшәһә лә, шул ғүмеренең рәхәтен күрмәһә, йәки хөрмәтләп ерләнмәһә, минеңсә, үле тыуған баланың тәҡдире уныҡынан яҡшыраҡ. 4Был бала бушҡа ғына килде лә ҡараңғылыҡҡа китте, уның исемен ҡараңғылыҡ йәшерҙе. 5Ул бер ҡасан да көн яҡтыһын күрмәне һәм белмәне, уға теге әҙәмгә ҡарағанда күпкә тыныс. 6Ә тегеһе, ике мең йыл йәшәп тә, тормошонан рәхәтлек тапмаһа, бынан уға ни файҙа? Ахыр сиктә, барыбыҙ ҙа бер урынға китәбеҙ түгелме?

7Кеше бер тамағы хаҡына эшләй ҙә эшләй, ләкин нәфсеһе бер ҡасан да туймай. 8Аҡыллының ахмаҡтан ниндәй өҫтөнлөгө бар? Ярлыға нисек йәшәргә белеүенән ни файҙа? 9Күпкә өмөт иткәнсе, булғанына ҡәнәғәт булыу хәйерлерәк. Был да – буш мәшәҡәт һәм ел артынан ҡыуыу.

10Булған һәр нәмәнең инде исеме бар, кешенең дә асылы билдәле, ул үҙенән көслөрәк менән дәғүәләшә алмай. 11Буш һүҙ, буш мәшәҡәт күп – кешегә унан ни файҙа? 12Буш мәшәҡәт менән күләгә һымаҡ үтеп киткән ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә кеше өсөн нимә яҡшы икәнен кем белһен? Үҙенән һуң ҡояш аҫтында ниҙәр булырын кешегә кем әйтеп бирә алыр?

Copyright information for BakIBT2023