‏ Ecclesiastes 7

1Яҡшы исем ҡиммәтле еҫле майҙан,
Үлем көнө тыуған көндән яҡшыраҡ.
2Мәжлесле өйгә барғансы,
Йыназалы өйгә барғаның хәйерле,
Сөнки һәр кемдең ахыры бер,
Тере кеше шуны башында тотһон.
3Хәсрәт көлөүҙән яҡшыраҡ,
Сөнки йөҙ моңһоулығы күңелде йомшарта.
4Аҡыллының күңеле – ҡайғылы өйҙә,
Ахмаҡтың күңеле – кәйеф-сафалы өйҙә.
5Ахмаҡтың маҡтауын тыңлағансы,
Аҡыллының битәрләүен ишетеү яҡшыраҡ.
6Ахмаҡтың көлөүе хас та
Ҡаҙан аҫтында янған сыбыҡтың сытырлауы.
Был да – фани.
7Башҡаларҙы йәберләү аҡыллыны ла ахмаҡлата,
Ришүәт кешенең күңелен боҙа.
8Һәр нәмәнең ахыры уның башынан хәйерлерәк;
Сабыр кеше һауалынан яҡшыраҡ.
9Асыуланырға ашыҡма,
Асыу ахмаҡтарҙың эсендә оялай.
10«Ниңә үткән көндәр бөгөнгөнән яҡшы ине?» – тип һорама,
Бындай һорау аҡылдан түгел.
11Аҡыл мираҫ кеүек үк яҡшы,
Ул ҡояш йөҙөн күргәндәр өсөн файҙалы.
12Көмөш нисек кешене һаҡлаһа,
Аҡыл да шулай уҡ һаҡлай;
Бына ғилемдең файҙаһы:
Аҡыл эйәһенең ғүмерен һаҡлай.

13Алланың ғәмәлдәренә күҙ һал: Ул кәкрәйткәнде кем турайта ала? 14Бәхетле көндәреңдә ҡыуан, ҡайғылы көндәреңдә иһә шуны иҫеңдә тот: тегеһен дә, быныһын да Алла бирә, һис кем киләсәктә нимә булырын белмәй.

15Фани ғүмерем дауамында төрлөһөн күрҙем: тәҡүә кеше тәҡүә булыуына ҡарамаҫтан, харап була, яуыздар иһә үҙ яуызлыҡтары эсендә оҙон ғүмер һөрә. 16Артыҡ тәҡүә һәм артыҡ аҡыллы булып күренергә тырышма: ниңә үҙеңде харап итергә? 17Артыҡ яуыз, дыуамал булма: ниңә ваҡытынан алда үлергә? 18Был нәсихәттәрҙең береһен тотоп, икенсеһен онотма, Алланан ҡурҡыу бөтә бәләләрҙән дә һаҡлап ҡалыр.

19Аҡыл кешене ҡалалағы ун хөкөмдарҙан көслөрәк итә. 20Ер йөҙөндә гел яҡшылыҡ ҡына эшләп, бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ. 21Хеҙмәтсеңдең һине яманлағанын ишетмәйем тиһәң, кешеләр һөйләгән бөтә һүҙгә ҡолаҡ һалып барма. 22Хәйер, үҙеңдең дә башҡалар хаҡында ғәйбәт һөйләгәнең аҙ булманы бит.

23Быларҙың барыһын да аҡыл менән һынаным. «Аҡылға ирешермен», – тинем, ләкин уға етә алманым. 24Бөтә булған нәмә – алыҫта, тәрәне – тәрәндә: кем уның төбөнә төшә алыр? 25Мин зиһенемде аҡыл менән зирәклекте белеү, тикшереү һәм табыуға, яуыздарҙың ахмаҡлығы, аҡылһыҙҙарҙың дыуамаллығы нимәлә икәнен төшөнөүгә йүнәлттем.

26Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә.

27– Бер-бер артлы һынап ҡарап, бына шундай яуапты таптым, – тине Вәғәзсе. – 28Ә бына эҙләп-эҙләп тә нимәне тапманым һуң? Мең кеше араһынан бер яҡшы ир таптым, ләкин улар араһында бер генә яҡшы ҡатын-ҡыҙ ҙа юҡ ине. Мин бер нәмәне генә аңланым: Алла әҙәм балаһын намыҫлы итеп яратҡан, ләкин улар һәр төрлө мәкерле ниәткә тотонған.

29

Хикмәтле кәңәштәр

Copyright information for BakIBT2023