Ecclesiastes 9
1Төбөнә төшөү өсөн мин быларҙың барыһын да күңелем аша үткәрҙем. Тәҡүә кешеләрҙең һәм аҡыл эйәләренең яҙмышы, уларҙың барлыҡ эштәре Алла ҡулында икәнен күрҙем. Алда мөхәббәт көтәме, әллә нәфрәтме – әҙәми затҡа билдәһеҙ. 2Бөтәһенең дә аҙағы бер: тәҡүәне лә, залимды ла, игелеклене лә, яуызды ла, пакты ла, нәжесте лә, ҡорбан килтергәнде лә, ҡорбан килтермәгәнде лә бер тәҡдир көтә. Гонаһлыларға нимә булһа, яҡшыларға ла шулай була; ант итеүсегә лә, ант итеүҙән ҡурҡҡанға ла – бер яҙмыш. 3Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә. 4Тереләр араһында кешенең өмөтө бар, хатта тере эткә лә үле арыҫланға ҡарағанда яҡшыраҡ. 5Тереләр үләсәген белә, ә үлеләр бер нәмә лә белмәй, уларға башҡаса бер ниндәй әжер ҙә юҡ, сөнки улар тураһында иҫтәлек тә ҡалмай. 6Улар яратҡан, нәфрәтләнгән һәм йәндәрен көйҙөргән нәмәләрҙең барыһы ла үтеп киткән. Бынан ары улар бер ҡасан да ҡояш аҫтында була торған эштәргә ҡушыла алмай. 7Әйҙә икмәгеңде шат күңел менән аша, шарабыңды ҡыуаныс менән эс: инде Алла һинең ғәмәлдәреңде хуш күрә! 8Һәр саҡ аҡ төҫтәге кейемдәр кей, башыңа еҫле май һөрт. 9Яратҡан ҡатының менән тормошҡа шатланып йәшә, ҡояш аҫтындағы фани ғүмереңдең һәр көнөнә ҡыуан. Был ғүмерҙе һиңә Алла бирҙе – былар һинең был донъялағы тормошоңдағы һәм ауыр хеҙмәтеңдәге өлөшөң. 10Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ. 11Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем:Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә,Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән.
Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға,
Байлыҡ – белемлеләргә,
Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй.
Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.
12Тейешле ваҡыттың ҡасан килерен һис кем белмәй.
Ауға эләккән балыҡ, тоҙаҡҡа сырмалған ҡош ише,
Әҙәм балаһы бәлә-ҡазаға көтмәгәндә тарый.
13Ҡояш аҫтында мин йәнә бер аҡыл күрҙем: ул миңә мөһим тойолдо. 14Бына бәләкәй генә бер ҡала, халҡы ла күп түгел. Бер ҡөҙрәтле батша уға һуғыш аса һәм, бейек убалар ҡороп, ҡамауға ала. 15Ләкин ҡалала аҡыллы бер фәҡир булған икән, һәм ул зирәклеге менән ҡаланы ҡотҡара. Әммә һуңынан был фәҡирҙе иҫкә алыусы ла булмай. 16Шул саҡ мин әйттем: аҡыл көстән яҡшыраҡ, ләкин фәҡир кешенең аҡылын һис кем ҡәҙерләмәй, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай. 17Аҡыллының тыныс әйткән һүҙе ахмаҡтарҙың хакимы аҡырғандан яҡшыраҡ ишетелә. Аҡыл һуғыш ҡоралынан яҡшыраҡ. Ләкин гонаһлы бер әҙәм күп яҡшылыҡты юҡҡа сығара ала.18
Аҡыллы иҫкәртеүҙәр
Copyright information for
BakIBT2023