‏ Ecclesiastes 11

1Икмәгеңде һыуға ағыҙ, күп көндәрҙән һуң һин уны ҡабат табырһың. 2Булғаныңды ете, хатта һигеҙ өлөшкә бүлеп тарат, сөнки илдә ниндәй бәлә булырын белмәҫһең. 3Болот тулышҡас, ергә ямғыр яуҙыра; әгәр ағас көньяҡҡа йәки төньяҡҡа ауһа, ҡайҙа ауған, шул урында ҡала. 4Ел баҫылғанын көткән кешенең ере сәселмәй ҡалыр, болоттарҙы күҙәткән әҙәм ашлығын йыя алмаҫ. 5Елдең юлын һәм әсә ҡарынында бала тумалғанын белмәгән кеүек, бар нәмәне яратҡан Алла ғәмәлен дә белә алмаҫһың. 6Орлоғоңдо иртән иртүк сәсә башла, кискә тиклем ҡулыңа ял бирмә, сөнки ҡайһыһы уңышлы булырын белмәҫһең, бәлки икеһе лә уңышлы булыр.

7Яҡтылыҡ – матур; ҡояшты күреү күҙҙәр өсөн ләззәтле. 8Кеше, күпме генә йәшәмәһен, ғүмере буйына шатланып йәшәһен, әммә ҡараңғы көндәрен дә иҫенән сығармаһын, сөнки улар ҙа күп булыр һәм нимә буласаҡ, барыһы ла – фани.

9Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер. 10Йөрәгеңдән ҡайғы-хәүефтәрҙе ҡыу; тәнеңдән сир-ғазапты алып ташла, сөнки йәшлек һәм ҡара сәстәр ел һымаҡ тиҙ үтеп китә.

Copyright information for BakIBT2023