‏ Ecclesiastes 2

1Күңелемдән үҙ-үҙемә: «Әйҙә, мин һине уйын-көлкө менән һынайым, яҡшылыҡтың рәхәтен күр», – тинем. Әммә был да бары буш мәшәҡәт икән. 2Көлкө хаҡында: «Ахмаҡлыҡ!», ә кәйеф-сафаны: «Ниндәй файҙаһы бар?» – тинем. 3Мин, аҡылымды юймайынса һәм шул уҡ ваҡытта күңелемә ахмаҡлыҡ ҡылырға ла юл ҡуйҙым – әҙәм балаларына ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрендә күк аҫтында нимә кинәнес килтереүен аңлар өсөн тәнемде шарап менән һынарға булдым.

4Мин бөйөк эштәр башҡарҙым: үҙемә йорттар һалдым, йөҙөм баҡсалары ултырттым, 5баҡсалар һәм урмандар, уларға һәр төрлө емеш ағастары үҫтерҙем. 6Баҡсаларымдағы ағастарҙы һуғарырға быуалар төҙөттөм. 7Ир һәм ҡатын ҡолдар һатып алдым, өйөмдә тыуған ҡолдарым да бар ине. Миңә тиклем Йәрүсәлимдә хакимлыҡ иткәндәрҙең һәммәһенекенән дә күберәк эре һәм ваҡ мал йыйҙым. 8Шулай уҡ үҙемә алтын-көмөш йыйҙым, бөтә өлкәләрҙән батшаларса хазиналар тупланым. Ир һәм ҡатын йырсылар, шулай уҡ ир-ат кинәнесе – кәнизәктәр аҫраным. 9Йәрүсәлимдә миңә тиклем булғандарҙың барыһынан да шөһрәтлерәк һәм байыраҡ инем, зирәк аҡылым да үҙемдә ҡалды.

10Күҙем төшкән һис нәмәнән баш тартманым,
Күңелемде бер ләззәттән дә тыйманым,
Сөнки йәнем һәр эшемдән зауыҡланды;
Был ауыр хеҙмәтем өсөн бүләк булды.

11Мин ҡулым менән башҡарған бар эшемә, хеҙмәткә һалған бөтә көсөмә боролоп баҡтым. Күрҙем, һәммәһе лә буш мәшәҡәт, тик ел ҡыуыу. Ҡояш аҫтында уларҙан һис ниндәй ҙә фәтүә юҡ икән.

12Аҡыл менән дыуамаллыҡтың, шулай уҡ ахмаҡлыҡтың ни икәнен белмәк булдым. Батша вариҫы юҡһа ни эшләй алһын? Элек эшләнгәнде ҡабатлай ғына ала. 13Яҡты ҡараңғылыҡтан яҡшыраҡ булғандай, аҡылдың да ахмаҡлыҡтан яҡшыраҡ икәнен күрҙем.

14Аҡыллыны аҡыл күҙле итә,
Ахмаҡ иһә ҡараңғыла ҡаңғыра.

Ләкин шуны белдем: уларҙың һәммәһен дә бер тәҡдир көтә.
15Мин күңелемдән үҙемә былай тинем: «Мине лә ахмаҡтың тәҡдире көтә, шулай булғас, минең аҡыллы булыуымдан ни файҙа?» Үҙ-үҙемә: «Был да буш мәшәҡәт», – тинем. 16Ахмаҡ кешене иҫкә алмаған һымаҡ, аҡыл эйәһен дә иҫтә ҡалдырмаясаҡтар. Оҙаҡламай бөтәһе лә онотолор. Ахмаҡ һымаҡ уҡ аҡыл эйәһе лә үлмәйме ни? 17Мин тормошто күрә алмаҫ булдым, сөнки ҡояш аҫтында эшләнгән бөтә нәмә миңә яман булып күренде. Бөтәһе лә буш мәшәҡәт, бөтәһе лә – ел артынан ҡыуыу.

18Ҡояш аҫтындағы хеҙмәтемде күрә алмаҫ булдым, сөнки хеҙмәтемдең бөтә емеше үҙемдән һуң киләсәк кешегә ҡаласағын аңланым. 19Аҡыллы булырмы ул, әллә ахмаҡмы, кем белә? Ә бит ул минең был ҡояш аҫтында ауыр хеҙмәтем һәм аҡылым менән тапҡандарҙан файҙаланасаҡ. Был да – буш мәшәҡәт. 20Һәм мин күңелем менән был ҡояш аҫтында эшләгән барлыҡ эштәремдән төңөлдөм. 21Сөнки берәү аҡылы, белеме, оҫталығы менән эшләп тапҡанын бының өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмаған кешегә ҡалдыра булып сыға. Был да – буш мәшәҡәт, ҙур ғәҙелһеҙлек. 22Кешенең ҡояш аҫтында көс түгеп тапҡаны, йөрәк ынтылышы нимә бирә, ул был донъяла нимә хаҡына эшләп йәшәй? 23Уның һәр көнө – әрнеү, хеҙмәттәре – михнәт, күңеле хатта төнөн дә тынғы белмәй. Был да – буш мәшәҡәт.

24Кеше өсөн ашап-эсеү һәм үҙ хеҙмәте менән күңелен зауыҡландырыуҙан да хозурыраҡ нәмә юҡ. Мин шуны аңланым: был – Алла тарафынан кешегә бирелгән бер йыуаныс. 25Алла ихтыярынан башҡа кем ашап-эсә, ләззәт таба алһын? 26Үҙенә күркәм әҙәмгә аҡылын да, белемен дә, шатлығын да бирә Алла, гонаһлыға иһә, хеҙмәт емештәрен йыйып-туплап, Алла алдында күркәм әҙәмгә ҡалдырһын тип, эш өйә. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.

Copyright information for BakIBT2023