Ecclesiastes 8
1Кем аҡыллы кеше менән тиңләшер, һәр нәмәнең асылын кем аңлатыр? Аҡыл кешенең йөҙөн нурландыра, сырайының ҡырыҫлығын юя. 2Батша бойороғон тот, сөнки был һинең Алла алдында биргән антыңа бәрәбәр. 3Батша хозурынан ситкә сығырға ашыҡма, яман эштәр яҡлы булма, сөнки батша үҙе нимә теләй, шуны эшләй ала. 4Батшаның һүҙендә көс бар. Кем уға: «Нимә эшләйһең?» – тип әйтә ала? 5Бойороҡҡа буйһонған кеше яманға тарымаҫ. Аҡыллы һәр нәмәнең мәлен һәм әмәлен белә. 6Сөнки һәр нәмәнең үҙ мәле һәм әмәле бар. Әммә кешегә күп ауыр хәлдәр кисерергә тура килә. 7Бер кем дә алда ни булырын белмәй; киләсәктә нимә булырын кем әйтһен? 8Кешенең елде туҡтатырға ҡөҙрәте етмәгәндәй, үҙенең әжәл көнө өҫтөнән хакимлығы юҡ. Был көрәштә ҡотолоу юлы юҡ, яуызлыҡ яуызды ҡотҡармаҫ. 9Ҡояш аҫтында ҡылынған эштәрҙең һәр ҡайһыһына илтифат иткәндә, мин быларҙың һәммәһен дә күрҙем. Бер кеше башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм уға зарар килтерә. 10Яуыз кешеләрҙе ерләгәнде күргәнем бар. Был әҙәмдәр мөҡәддәс ергә килеп-китер, әммә уларҙы үҙҙәре яуызлыҡ ҡылған ҡалала оноторҙар. Был да – фани. 11Яман эштәр өсөн яза тиҙ бирелмәгән саҡта, кешеләр енәйәт ҡылыуға әүәҫләнә. 12Гонаһлы әҙәм йөҙҙәрсә ҡат боҙоҡлоҡ эшләһә лә, оҙаҡ йәшәүе бар, ләкин Алланы хөрмәтләгән, Унан ҡурҡҡан кешегә генә яҡшы булыр – шуны беләм. 13Залим яҡшылыҡ күрмәҫ, Алланан ҡурҡмағанға күрә, ғүмере күләгәнекеләй ҡыҫҡа булыр. 14Ер йөҙөндә тағы бер мәғәнәһеҙлек бар: яманға тейеш яза тәҡүә кешенең башына төшә, ә тәҡүәгә лайыҡ игелекте ямандар үҙләштерә. Мин: «Был да фани!» – тинем. 15Шунан мин күңел асыуҙы өҫтөн ҡуйҙым, сөнки ҡояш аҫтында кеше өсөн ашап-эсеп, күңел асыуҙан да яҡшы нәмә юҡ. Алла биргән ғүмерендә кешегә ауыр хеҙмәтендә ошо ярҙам итер. 16Аҡыл өйрәнгәнемдә, зиһенемде кешеләрҙең ҡояш аҫтында ғүмер буйы, көнө-төнө, йоҡо белмәй башҡарған эштәрен төшөнөүгә йүнәлткәндә, 17мин Алланың барлыҡ ғәмәлдәрен күрҙем, кешеләрҙең иһә ҡояш аҫтында башҡарылғанды тулыһынса аңлап бөтөрә алмағанына төшөндөм. Кеше күпме генә аңлайым тип тырышмаһын, барыбер төшөнмәҫ. Хатта аңлайым тигән аҡыл эйәһе лә быға ирешә алмаҫ.
Copyright information for
BakIBT2023