Esther 1
Ахашверош батшаның Вашти батшабикәнән баш тартыуы
1Был ваҡиғалар Ахашверош батша – Һиндостандан алып Кушҡа тиклем йәйелгән йөҙ ҙә егерме ете өлкәгә хакимлыҡ иткән Ахашверош – заманында булды. 2Ул көндәрҙә Шушан ҡалаһындағы ҡәлғәлә батша тәхетендә ултырған Ахашверош 3батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында үҙенең вәзир-бәктәре һәм яҡындары өсөн мәжлес ойошторҙо. Фарсы һәм Мадайҙың ғәскәр башлыҡтары, юғары ҡатлам кешеләре, өлкә башлыҡтары батша мәжлесенә йыйылды. 4Батша уларға үҙ батшалығының зиннәтен һәм шөһрәтен, үҙ бөйөклөгөнөң киңлеген һәм хаттинлығын күрһәтеп йөрөнө. Йөҙ ҙә һикһән көнгә һуҙылды был сара. 5Был көндәр үткәс, батша Шушан ҡалаһының ҡәлғәһендә булған бөтә кешеләргә – олоһона ла, кесеһенә лә – батша һарайы баҡсаһында ете көнлөк мәжлес ҡорҙо. 6Баҡсала мәрмәр бағаналарға көмөш божралар ярҙамында ап-аҡ етен һәм ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөн бәйҙәр менән йоҡа етен һәм зәңгәр йөн туҡыманан шаршау тартылған. Дивандар алтын һәм көмөштән, иҙәнгә порфир, мәрмәр, мәрүәт һәм аҫыл таштар түшәлгәйне. 7Эсемлектәр һәр төрлө алтын кәсәләрҙә бирелә, батшаның йомартлығы шул саҡлы ине – шарапты теләгәнеңсә эсергә була. 8Батша үҙ һарайындағы хеҙмәтселәренең барыһына ла: «Бер кемде лә ихтыярһыҙламаҫҡа, кем күпме теләй, шунса эсһен», – тип бойорғайны. 9Вашти батшабикә лә Ахашверош батша һарайында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым табын ҡорҙо. 10Етенсе көндө шараптан күңеле ирәйеп киткән Ахашверош батша үҙенә хеҙмәт иткән Меһуман, Биззета, Харвона, Бигҫа, Авагҫа, Зеҫар, Каркас исемле ете алашарға 11башына таж кейгән Ваштиҙы үҙ хозурына алып килергә бойорҙо. Ул батшабикәнең гүзәллеген халыҡҡа һәм вәзир-бәктәргә күрһәтергә теләгәйне, сөнки батшабикә, ысынлап та, ифрат сибәр ине. 12Ләкин Вашти батшабикә Ахашвероштың алашарҙар аша еткергән бойороғон үтәргә теләмәне, батша янына барыуҙан баш тартты. Батша быға бик ныҡ ярһыны, күңелендә асыу ҡайнаны. 13Батша нимә эшләргә кәрәклеген һорашып, аҡыл эйәләренә мөрәжәғәт итте – ғәҙәттә, ул ҡанундарҙы һәм хоҡуҡиәтте белгән кешеләр менән кәңәшләшер ине. 14Ул саҡта Каршена, Шеҫар, Адмаҫа, Таршиш, Мерес, Марсена һәм Мемухан батшаның иң яҡындары була торғайны. Батшалыҡта иң юғары урындарҙы биләгән был ете Фарсы һәм Мадай түрәһе батша янына инеү хоҡуғына эйә ине. 15Батша уларҙан: – Ахашверош батшаның алашарҙар аша әйттерелгән бойороғон һанға һуҡмаған Вашти батшабикәне ҡанун буйынса ни эшләтергә? – тип һораны. 16Мемухан батшаға һәм вәзир-бәктәргә былай тине: – Вашти батшабикә батша алдында ғына түгел, бәлки барлыҡ вәзир-бәктәр, шулай уҡ Ахашверош батшалығының барлыҡ өлкәләрендә йәшәгән бөтә халыҡтар алдында ғәйепле. 17Барса ҡатын-ҡыҙ батшабикәнең ҡылығы хаҡында белеп, ирҙәрен хөрмәт итеүҙән туҡтар. «Ахашверош батша Вашти батшабикәгә янына килергә бойорған, ә тегеһе килмәгән», – тиер. 18Батшабикәнең был ҡылығы хаҡында ишеткән юғары ҡатлам Фарсы һәм Мадай ҡатындары бөгөн үк шуны батшаның ҡул аҫтындағы бөтә түрәләргә әйтер – шул саҡта әҙәм оятына ҡалырһың, талаштан баш сыҡмаҫ. 19Әгәр ҙә батша хуп күрһә: «Вашти батшабикә бынан ары Ахашверош батша янына инмәһен», – тип үҙ исеменән бойороҡ сығарһын. Был бойороҡ Фарсы һәм Мадай ҡанундарына яҙылһын һәм башҡаса үҙгәртелмәһен. Батшабикәлек дәрәжәһен иһә батша Ваштиҙан алып яҡшыраҡ ҡатынға бирһен. 20Батша сығарған был фарманды бөтә бөйөк батшалыҡта уҡып ишеттергәс, юғары ҡатламда ла, түбәнендә лә бар ҡатындар ҙа үҙ ирҙәренә хөрмәт күрһәтер. 21Был һүҙҙәр батшаның да, вәзир-бәктәрҙең дә күңеленә хуш килде. Батша, Мемухандың кәңәшен тотоп, 22үҙенең барлыҡ биләмәләренә – һәр өлкәгә үҙ яҙмаһында, һәр халыҡҡа үҙ телендә хат-хәбәр ебәрҙе. Барлыҡ телдәрҙә: «Ир кеше үҙ өйөндә хужа булһын», – тип иғлан ителде.
Copyright information for
BakIBT2023