Esther 3
Һамандың яуыз ниәте
1Күпмелер ваҡыттан һуң, Ахашверош Агаг ▼▼ Агаг – Исраилдың иң ҙур дошмандарынан булған ғәмәлек халҡы батшаһының нәҫеле. Ҡарағыҙ: «І Батшалар», 15:8-9.
нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаманды үрләтеп ебәрҙе, уның урынын үҙенең хеҙмәтендәге бөтә түрәләрҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйҙы. 2Батша бойороғона күрә батша һарайының ҡапҡаһы янында булған барлыҡ һарай әһелдәре Һаман алдында теҙ сүгеп, йөҙҙәре менән ергә ҡапланыр ине. Ә Мордехай теҙ ҙә сүкмәне, йөҙтүбән ергә лә ҡапланманы. 3Батша ҡапҡаһы янында булған һарай әһелдәре Мордехайҙан: – Ниңә һин батша бойороғон һанға һуҡмайһың? – тип һорар ине. 4Улар көн дә шул һорауҙы ҡабатлай, ләкин Мордехай быға әһәмиәт бирмәй. Шунан улар, Мордехай үҙ һүҙендә торормо-юҡмы икәнен белергә теләп, был хаҡта Һаманға еткерҙе, сөнки Мордехай уларға үҙенең йәһүд икәнен һөйләгәйне инде. 5Һаман, Мордехайҙың үҙе алдында теҙ сүкмәгәнен һәм йөҙтүбән ергә ҡапланмағанын күреп, бик ҡаты асыуланды. 6Әммә бер Мордехайҙан ғына үс алыуҙы үҙе өсөн түбәнселек һананы. Ул, Мордехайҙың ҡайһы халыҡтан булғанын белеп, Ахашверош батшалығындағы барлыҡ йәһүдтәрҙе, йәғни Мордехайҙың халҡын, юҡ итергә ниәтләне. 7Ахашверош хакимлығының ун икенсе йылында, беренсе ай булған нисан айында, Һаман алдында көн һәм айҙы билдәләр өсөн, «пур», йәғни йәрәбә һалдылар. Йәрәбә ун икенсе ай булған адар айына төштө. 8Һаман Ахашверош батшаға: – Һинең батшалығыңдың бөтә өлкәләрендәге башҡа халыҡтар араһына һибелеп таралған, ләкин уларҙан айырым йәшәгән халыҡ бар. Уларҙың ҡанундары бүтән халыҡтарҙыҡына оҡшамаған, улар батша ҡанундарын да үтәмәй. Батшаға бының менән килешеп йәшәү ярай торған эш түгел. 9Әгәр батша хуш күрһә, уларҙы юҡ итеү тураһында фарман сығарһын. Мин ун мең талант ▼▼ Ун мең талант – яҡынса 360 тонна.
көмөштө ҡаҙнасылар ҡулына алып барып бирермен. Улар был көмөштө батшабыҙ ҡаҙнаһына тапшырыр, – тине. 10Батша бармағынан мөһөр йөҙөгөн сисеп, йәһүдтәрҙең дошманына – Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һаманға бирҙе. 11Батша Һаманға: – Көмөшөң үҙеңдә ҡалһын, ә был халыҡ менән йәнең нисек теләй, шулай эшлә, – тине. 12Тәүге айҙың ун өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һамандың әмере, һәр өлкәнең үҙ яҙмаһында, һәр халыҡтың үҙ телендә яҙылып, батша һанаттарына, бөтә өлкәләрҙең башлыҡтарына һәм барлыҡ халыҡтарҙың хакимдарына ебәрелде. Был әмер Ахашверош батшаның исеменән яҙылды һәм уның мөһөр йөҙөгө менән раҫланды. 13Батшаның бөтә өлкәләренә сапҡындар менән ошо бойороҡ оҙатылды. Унда, олоһонан алып кесеһенә тиклем, балалары һәм ҡатындары менән бергә бер көндә, ун икенсе айҙың, йәғни адар айының ун өсөнсө көнөндә, бөтә йәһүдтәрҙе ҡырырға, үлтерергә һәм юҡ итергә, ә мөлкәттәрен талап алырға ҡушылғайны. 14Ҡанун көсөнә эйә булған был фармандың күсермәһе, барлыҡ халыҡтар был көнгә әҙер торһон өсөн, бөтә өлкәләр буйлап иғлан ителергә тейеш ине. 15Сапҡындар батшаның бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты һәм фарман Шушан ҡәлғәһендә иғлан ителде. Батша менән Һаман шарап эсергә ултырҙы, ә ҡала халҡы аптырап ҡалды.
Copyright information for
BakIBT2023