Esther 4
Мордехайҙың Эстерҙан ярҙам һорауы
1Мордехай был хаҡта белгәс, өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы ла, тупаҫ туҡымаға төрөнөп, башына көл һибеп, ҡысҡырып илай-илай ҡала урамдары буйлап китте. 2Ул, батша һарайының ҡапҡаһы янына килеп еткәс, туҡтап ҡалды, сөнки тупаҫ туҡымаға төрөнгән килеш эскә инергә ярамай ине. 3Батша фарманы һәм ҡарары ҡайһы өлкәгә генә килмәһен, бөтә ерҙә лә йәһүдтәр тәрән ҡайғыға төштө, ураҙа тотоп, әсе күҙ йәштәре түкте, күбеһе тупаҫ туҡымаға төрөнөп көлдә ятты. 4Эстерҙың хеҙмәтсе ҡыҙҙары һәм алашарҙары килеп, уға Мордехай хаҡында һөйләп бирҙе. Батшабикә бик хәүефләнеп, Мордехайға тупаҫ туҡыма урынына бүтән кейем ебәрҙе, ләкин Мордехай уны кейеүҙән баш тартты. 5Шунан һуң Эстер, батша тарафынан үҙенә беркетелгән алашарҙарҙың береһе Һаҫахты саҡырып алып, Мордехай менән ни булғанын, уның ни өсөн шулай эшләгәнен белешергә ебәрҙе. 6Һаҫах батша һарайының ҡапҡаһы алдындағы ҡала майҙанына Мордехай янына сыҡты. 7Мордехай Һаҫахҡа үҙе менән ни булғанын һөйләп бирҙе һәм Һамандың йәһүдтәрҙе ҡырыу өсөн батша ҡаҙнаһына күпме көмөш вәғәҙә иткәнен әйтте. 8Ул йәһүдтәрҙе ҡырыу тураһында Шушанда иғлан ителгән фармандың күсермәһен Һаҫахҡа бирҙе, уны Эстерға күрһәтергә һәм барыһын да төшөндөрөргә ҡушты: әйҙә Эстер батша янына инһен, халҡы өсөн ялбарып мәрхәмәтен һораһын. 9Һаҫах әйләнеп килеп, Эстерға Мордехайҙың һүҙҙәрен тапшырҙы. 10Эстер ҙа Һаҫах аша Мордехайға былай тип әйтергә ҡушты: 11– Батшаның бар хеҙмәтселәре һәм батша өлкәләрендәге барлыҡ халыҡтар белә: әгәр ҙә берәй кеше, ирме ул, ҡатын-ҡыҙмы, саҡырылмайынса батша янына, эске ихатаға инһә, уны, ҡанунға ярашлы, үлем язаһы көтә. Бары тик батша уның яғына төбәп алтын таяғын һуҙһа ғына, теге кеше иҫән ҡала. Ә минең утыҙ көн инде батша янына саҡырылғаным юҡ. 12Эстерҙың был һүҙҙәрен Мордехайға еткерҙеләр. 13Мордехай Эстерға былай тип еткерергә ҡушты: – Унда, батша һарайында, йәһүдтәрҙән бер үҙем генә иҫән ҡалырмын, тип уйлама. 14Шундай көндә өндәшмәй ҡалһаң, йәһүдтәргә ярҙам һәм ҡотолоу икенсе яҡтан килер, ә һин һәләк булырһың, һинең менән бергә ата йортоң ҡорор. Кем белә, бәлки, һин тап ошондай ваҡыт өсөн батшабикә булғанһыңдыр. 15Быға яуап итеп Эстер Мордехайға: 16– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты. 17Мордехай бынан китеп, бөтәһен дә Эстер ҡушҡанса эшләне.
Copyright information for
BakIBT2023