‏ Esther 6

Һамандың Мордехайға хөрмәт күрһәтергә мәжбүр булыуы

1Ул төндө батша оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Ул батшалыҡтағы иҫтәлекле ваҡиғалар теркәлгән йылъяҙмалар китабын килтертеп, ҡысҡырып уҡырға бойорҙо. 2Унда Мордехайҙың Ахашверош батшаны үлтерергә ниәтләгән теге ике алашарҙы – ишек һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән Бигҫан менән Терешты – фашлағаны хаҡында ла яҙылғайны.

3Батша:

– Бының өсөн Мордехайға ниндәй хөрмәт күрһәтелде, уны берәй төрлө ҙурланылармы? – тип һораны.

Батша хеҙмәтендә тороусылар уға:

– Юҡ, уға бер нәмә лә эшләнмәне, – тип яуап бирҙе.

4Батша:

– Ишек алдында кем бар? – тип һораны.

Был ваҡытта Һаман батша һарайының эске ихатаһына үҙе әҙерләткән дар ағасына Мордехайҙы аҫтырыу тураһында батша менән һөйләшергә килгәйне.

5Хеҙмәтселәр батшаға:

– Ишек алдында Һаман тора, – тип яуапланы.

Батша:

– Бында керһен, – тине.

6Һаман ингәс, батша унан:

– Хөрмәт күрһәтергә теләгән кешеһе өсөн батша нимә эшләй ала? – тип һораны.

Һаман: «Батша минән башҡа кемгә хөрмәт күрһәтергә теләһен?» – тип уйланы.
7Батшаға яуап итеп ул:

– Батша хөрмәт күрһәтергә теләй икән, әйҙә былай ителһен:
8батша үҙе кейә торған кейем, батша менеп йөрөй торған һәм башына батша тамғаһы беркетелгән ат килтерелһен. 9Был кейем һәм ат батшаның иң затлы түрәләренең берәүһенә бирелһен. Ә ул был кейемде батша хөрмәт күрһәтергә теләгән теге кешегә кейҙерһен, атҡа атландырһын да атты ҡала майҙаны буйлап йөрөтһөн, үҙе: «Хөрмәтләргә теләгән кешеһен батша бына нисек бүләкләй!» тип һөрәнләһен, – тине.

10Батша Һаманға:

– Тиҙ генә үҙең әйткән кейем менән атты ал да батша ҡапҡаһы төбөндә ултырған йәһүд Мордехай өсөн шуларҙың бөтәһен дә эшлә. Барыһын да үҙең әйткәнсә эшлә, береһен дә ҡалдырма, – тине.

11Һаман кейем менән атты алып, Мордехайҙы кейендерҙе лә, уны атҡа атландырып, ҡала майҙаны буйлап йөрөттө, үҙе: «Хөрмәтләргә теләгән кешеһен батша бына нисек бүләкләй!» – тип һөрәнләне.

12Мордехай аҙаҡтан батша ҡапҡаһы төбөнә әйләнеп килде, ә Һаман, оятынан башын ҡаплап, өйөнә ашыҡты. 13Ул ҡатыны Зерешҡа һәм барлыҡ дуҫтарына үҙе менән ни булғанын һөйләп бирҙе. Аҡыл биреүсе дуҫтары менән ҡатыны Зереш уға:

– Әгәр ҙә һинең түбән тәгәрәүеңә сәбәп булған Мордехай йәһүдтәр затынан икән, һинең уға ҡаршы торорға көсөң етмәҫ, еңелерһең, – тинеләр.

14Улар шулай һөйләшеп тә бөтмәне, батша алашарҙары Һаманды ҡабаландырып Эстер ойошторған табынға алып китте.

Copyright information for BakIBT2023