Esther 8
Йәһүдтәрҙең ҡотолоуы
1Шул көндө Ахашверош батша Эстер батшабикәгә йәһүдтәрҙең дошманы булған Һамандың бөтә мал-мөлкәтен бирҙе. Мордехай иһә батша алдына килеп баҫты – Эстер уның үҙенә кем булғанын һөйләгәйне. 2Батша Һамандан систереп алған мөһөр йөҙөгөн, бармағынан сисеп, Мордехайға тапшырҙы. Эстер Мордехайҙы Һамандың мал-мөлкәтенә идара итергә тәғәйенләне. 3Эстер йәнә батшаға мөрәжәғәт итте: уның аяғына йығылып, күҙ йәштәре аша батшанан Агаг нәҫеленән булған Һамандың йәһүдтәргә ҡаршы ҡорған залим ниәтенә юл ҡуймауын ялбарҙы. 4Батша Эстерға алтын таяғын һуҙҙы. Эстер тороп баҫты ла батша алдына килеп: 5– Әгәр ҙә батша мәғҡул күрһә, мин уның мәрхәмәтен ҡаҙанған булһам, был эште батша дөрөҫ тип тапһа һәм мине хуш күрһә, Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һамандың батшаның бөтә өлкәләрендә йәшәгән йәһүдтәрҙе ҡырып бөтөү өсөн яҙған хаттарын юҡҡа сығарыу тураһында фарман яҙылһын ине. 6Халҡымдың өҫтөнә ябырылған был афәткә нисек түҙәйем дә, ырыуымдың юҡҡа сығыуына нисек битараф ҡалайым? – тине. 7Ахашверош батша Эстер батшабикә менән йәһүд Мордехайға: – Мин Һамандың барлыҡ мал-мөлкәтен Эстерға бирҙем. Һамандың үҙен йәһүдтәргә ҡул һалырға ниәтләгәне өсөн дар ағасына аҫтырып ҡуйҙым. 8Инде батша исеменән йәһүдтәргә ҡағылышлы үҙегеҙ теләгән бойороҡто яҙығыҙ ҙа уға батшаның мөһөр йөҙөгөн баҫығыҙ. Батша исеменән яҙылған һәм батша йөҙөгө менән мөһөр һуғылған ҡарарҙы һис кем юҡҡа сығара алмай, – тине. 9Өсөнсө айҙың, йәғни сиуан айының егерме өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һиндостандан алып Кушҡа тиклем бөтә йөҙ ҙә егерме ете өлкәләге йәһүдтәргә, шулай уҡ батша һанаттарына, урындағы идарасыларға һәм өлкә түрәләренә тәғәйенләп, урындағы яҙма менән һәр халыҡҡа үҙ телендә, йәһүдтәргә лә уларҙың яҙмаһында һәм үҙ телендә тап Мордехай бойорғанса яҙылды. 10Ахашверош батша исеменән яҙылған был хаттар, батша йөҙөгө менән мөһөрләнгәндән һуң, батшаның йылҡы өйөрөндәге иң саптар аттарға атланған сапҡындары менән оҙатылды. 11Батша был бойороғо менән һәр ҡалала йәшәгән йәһүдтәргә йыйылып үҙ йәндәрен һаҡларға – уларға ҡорал менән һөжүм иткән һәр ҡәүемде бөтә өлкәләрҙә бала-сағаһы һәм ҡатындары менән бергә үлтерергә, ҡырып бөтөрөргә, юҡ итергә, мөлкәттәрен талап алырға хоҡуҡ бирҙе. 12Ахашверош батшаның барлыҡ өлкәләрендә бының өсөн бер генә көн – ун икенсе ай – адар айының ун өсөнсө көнө билдәләнде. 13Шул көндө, йәһүдтәр дошмандарынан үс алырға әҙер булып торһон өсөн, ҡанун көсөнә эйә булған был фармандың күсермәһе бөтә өлкәләрҙә, барлыҡ халыҡтарға иғлан ителергә тейеш ине. 14Батшаның саптар аттарына атланған сапҡындар батша бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты. Фарман Шушан ҡәлғәһендә лә уҡып ишеттерелде. 15Мордехай батша янынан башында ҙур алтын таж, батшаныҡы һымаҡ зәңгәр һәм аҡ кейем, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге нәфис етен ябынса менән сыҡты. Шушан ҡалаһы ҡыуаныстан геү килде. 16Йәһүдтәрҙең йөҙҙәре яҡты һәм шат, күңелле һәм тантаналы ине. 17Батша бойороғо менән был фарман ҡайһы өлкәгә, ҡайһы ҡалаға ғына килмәһен, һәр ерҙә йәһүдтәр шатланды, күңел асты, мәжлес һәм байрам ойошторҙо. Был илдәге халыҡтар араһынан күптәр йәһүҙилеккә күсте, сөнки уларҙы йәһүдтәр алдында ҡурҡыу биләп алғайны.
Copyright information for
BakIBT2023